Ахун (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ахун — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәАхун исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, дуҫ, иптәш, ҡәрҙәш; хужа, әфәнде, (өндәшеү һүҙе); өйрәтеүсе[1] тигәнде аңлата.
Фамилия
үҙгәртергәАхунов Фәтхелбаян Ғаян улы (10 август 1938 йыл — 2 декабрь 2019 йыл) — инженер-нефтсе, профсоюз органдары эшмәкәре. 1977—1990 йылдарҙа Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (1998), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры.
Ахунов Рөстәм Ринат улы (22 август 1978 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 6-сы саҡырылыш депутаты. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Ахунов Ғариф Ахунйән улы (18 сентябрь 1925 йыл — 4 июнь 2000 йыл) — татар яҙыусыһы, драматург, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы.
Ахундова Эльмира Хөсәйен ҡыҙы (әзерб. Elmira Hüseyn qızı Axundova, 26 май 1953, Раменский районы, Мәскәү) — яҙыусы, Әзербайжандың халыҡ яҙыусыһы, Әзербайжан сәйәси эшмәкәре, Әзербайжан Республикаһы Милли йыйылышы депутаты, Әзербайжан Республикаһының Украинала ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе. Филология фәндәре кандидаты.
Ауылдар
үҙгәртергәАхун — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
Ахун (рус. Ахун) — Башҡортостандың Бүздәк районындағы ауыл.
Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл.
Ахун — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл.
Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.
Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Благовар районындағы ауыл.
Халыҡ ижадында
үҙгәртергәАбдулла ахун — башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәАхун мегалитик комплексы - Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Ахун ауылынан 1 километрҙа, Ҡыйҙыш йылғаһы буйында, Учалы ҡалаһынан 25 километрҙа урынлашҡан[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Мегалитический комплекс Ахуново или «Башкирский Стоунхендж» 2021 йыл 23 октябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |