Ахун мегалитик комплексы

Башҡортостан Республикаһындағы Ахун ауылы янында, Ҡыйҙыш йылғаһы буйында, Учалы ҡалаһынан 25 километрҙа урынлашҡан

Ахун мегалитик комплексы — Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Ахун ауылынан 1 километрҙа, Ҡыйҙыш йылғаһы буйында, Учалы ҡалаһынан 25 километрҙа урынлашҡан[1].

Ахун мегалитик комплексы
Дәүләт  Рәсәй
Урын Учалы районы
Ахун һынташтары

Ахун һынташтарын асыу үҙгәртергә

"Башҡорт стоунхенджы"ның рәсми атамаһы — «Ахун һынташтары» археологик комплексы" айырыуса һаҡланыусы территорияһы". 1996 йылда Учалы районының Ахун ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ Силәбе университетының А. А. Рыбалко етәкселегендәге этнографик экспедицияһы аса. Ҡаҙыныу урынында бронза тәре, һуңғы бронза осоро керамик изделиелары (яҡынса 4 мең йыл элек) һәм таш бысаҡтар (кәмендә 5-6 мең йыл элек) табыла. Иң мөһиме — әлбиттә, һынташтар.

Төп таш тирәләй тағы 8 ағас фигура булған, әммә улар сереп юҡҡа сыҡҡан. Ғалимдар бында боронғо обсерватория булған, һәм һәр бер таш бер планетаға тап килә тигән һығымтаға килә. Йәғни боронғо кешеләр Ҡояш системаһының төҙөлөшөн белгән[2].

Астрономик обсерватория үҙгәртергә

Ахун ауылы мегалитик комплексы инглиз стоунхенджынан 3 мең йәшкә өлкәнерәк, ләкин дәүмәле буйынса бәләкәй.

Боронғо һәйкәл бейеклектәре 70 сантиметрҙан 2 метрға тиклем еткән төҙөк дүрт ҡыр формалы 13 гранит таштан — менгирҙан тора. Улар түңәрәк әйләнәһе буйлап урынлашҡан, төп таштың уртаһында ярымай һыҙаттары беленә.

Археологтар фаразлауынса, мегалитик комплекс б. э. т. 3 меңенсе йылда төҙөлгән. Структураһы, материалы һәм объекттар һаны буйынса ов комплекс данлыҡлы Стоунхендж ҡоролмаһының аналогы булып тора. Ата-бабалар был астрономик обсерваторияны сәғәт йәки календарь сифатында файҙаланған. Үҙәктә торған һынташтан төшкән күләгәне күҙәтеп, улар дата һәм ваҡытты белгән, йәйге һәм ҡышҡы ҡояш торошон билдәләй алғандар. Был табыш боронғо урал кешеләре хаҡындағы күҙаллауҙарҙы тулыһынса үҙгәртте.

Мегалитик комплексҡа ингән һынташтар ансамбле 25 кв. м. майҙанда урынлашҡан, уртала — бейеклеге 1,5 метр ике ҙур таштан һәм яҡынса ярты метр бейеклектәге 8 бәләкәй таштан тора. Һәм улар ҙур таштарҙан төрлөсә алыҫлыҡта урынлашҡан. Ике ҙур һынташ бер-береһенән яҡынса 15 метр аралыҡта тора, төп һынташ 1-се һан менән билдәләнгән. Уның тирәһендә 20-25 см тәрәнлегендәге 8 соҡор бар (был тирәләй урынлашҡан 8 бәләкәй һынташ проекциялары), унда ағастан эшләнгән бағаналар торған, тип фаразлана. Төньяҡ-көнсығышҡа табан 170 метрҙа дәүмәле бәләкәй 13-сө һынташ, ә 80 метр алыҫлыҡта тағы кескәй — 11-се һәм 12-се һынташ ҡуйылған.

Ҙур Ахун таштары түңәрәктәге ҡалған 8 таштан алда ҡуйылған. 11-се, 12-се һәм 13-сө һынташтарҙың йәшен 14 — 15 мең йыл элек тип, 1-се һәм 2-се һынташтың йәшен — баҡыр быуаты аҙағы менән, ә түңәрәк әйләнәһендә торған 3-8-сө һынташтарҙың йәше — б. э. т. 17-19 быуат тип билдәләнә. Шуның менән бергә абсолют дата тип б. э. т. 1632 йыл алына. Донъяның күп мифологияһында — һинд, скиф, боронғо грек, немец — сағылыш тапҡан мөһим астрономик ваҡиға — йәйге ҡояш торошо нөктәһенең "Арыҫлан йөрәге"ндә торған йондоҙ менән тоташыуы — шул йылға тап килгән[2][3].

Археологик табыштар үҙгәртергә

Һынташтар районында күп һанда керамика фрагменттары, шул иҫәптән һауыттарҙың өҫкө һәм аҫҡы өлөшө ярсыҡтары табыла. Керамик комплекстың төп өлөшө черкаскүл һәм межовской археологик мәҙәниәттәргә ҡарай һәм һуңғы бронза осоро, б. э. т. XV—XII быуаттар менән билдәләнә.

Бынан тыш, ҡаҙылдыҡтарҙа күп булмаған энеолитик керамика фрагменттары һәм неолиттан бронза осорона тиклем яһалған әйберҙәрҙең йәшмә менән ҡырсынташ ҡыйпылсыҡтары табыла. Черкаскүл мәҙәниәте һауытының өҫкө өлөшө һәм төбөнөң фрагменты 10-сы һынташ аҫтында табыла. Шулай уҡ комплекс майҙансығында ҡайһы бере үртәлгән йылҡы малы, эре мөгөҙлө һәм ваҡ мал һөйәктәре табылды.

Материк кимәлендәге 11-се һәм 12-се һынташтар ҡаҙылмаһында, моғайын, өҫкө палеолит осорона ҡараған йәшмәнән эшләнгән таш әйбер табыла һәм мегалитик комплекс булдырылғанға тиклем күп ваҡыт алда торған ултыраҡты белдерә[4].

Һығымталар үҙгәртергә

 
Ахун һынташтарының береһе

Бындай тикшеренеүҙәр ҡаҙылмаларһыҙ ҙа үтәлеүе мөмкин. Әммә археологик һығымталарға ҡарағанда археоастрономик йомғаҡлау масштаблыраҡ һәм әһәмиәтлерәк.

Шулай итеп, алынған мәғлүмәттәр Ахун мегалитик һәйкәлен боронғо культ комплексы ғына итеп түгел, шулай уҡ астрономик ваҡиғаларҙы күҙәтеү һаны буйынса боронғо Евразия обсерваториялары араһында иң ҙуры ла. Һәйкәл, һис шикһеҙ, бронза осоронда, б э.т. II меңйыллыҡтыың икенсе яртыһы осорона, черкаскүл һәм межовской мәҙәниәтенә ҡарай. Археологик һәм археоастрономик мәғлүмәттәр буйынса, һәйкәл унан да боронораҡ, б. э. т. III быуат аҙағында, энеолит осоронда барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Ахун мегалитик комплексының берҙән-бер туранан-тура аналогы булып сағыштыра алмаҫлыҡ ҙур, әммә принципиаль рәүештә оҡшаш структураға эйә һәм астрономик белем яғынан яҡын кимәлде сағылдырыусы Англия Стоунхендж мегалитик һәйкәле тора.

- Ахун мегалитик комплексы донъяның ысын яҡтарына ориентирлашҡан, уны әҙерләгәндә геометрик алымдар ҡулланылған, һәм бөтә проект космологик йөкмәткегә эйә. Ахун мегалитик комплексы — космологик архитектура объекты.

- Комплекс төрлө тарихи осорҙа булдырылған өс өлөштән тора:

  • йәйге ҡояш торошо көнөн күҙәтеү өсөн офоҡ эргәһе обсерваторияһы (11-се, 12-се һәм 13-сө һынташтар) — өҫкө палеолит, 14,5 — 15 мең йыл элек;
  • «Ахун—тау түбәһе» һыҙаты буйынса ҡуйылған геодезик билдәләр (1-се һәм 2-се һынташтар), энеолит ахыры;
  • Донъя Ҡотобо һәм Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙҙарының прецессия осоронда траекторияһын һынландырыу (3 — 10-сы һынташтар), бронза быуаты аҙағы (б. э. т. 17 — 19 быуаттар), абсолют дата — б. э. т. 1632 йыл.

- Һәйкәлдең элементтары урынлашыуы үҙ эсенә үҙәге 04 булған яңы система координаталары тураһында геодезик мәғлүмәт һәм үҙәге 03 булған система тураһында өҫтәмә мәғлүмәт һыйҙырған.

- Ахун комплексы, координаталарҙың яңы системаһы менән бергә, тулыһынса кәрәкле теүәллек менән, Урал тарихи геодезияһы структураһына тап килә.

- Ахун комплексында Көньяҡ Урал (Ҡалалар иле) геодезик структураһы асылы тураһында мәғлүмәт тупланған. Тикшеренеүҙәрҙең ағымдағы этабында Бөйөк Сыбар йылан фигураһы — йондоҙло Аждаһаның «Урал Меридианы» (өлкән масштаб) координаталар системаһына ер проекцияһы менән магик манипуляция яһауҙы аңлата [1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • «История и культура востока Азии. Алтае-Саянская горная страна и соседние территории в древности». — Новосибирск: Издательство Института археологии и этнографии СО РАН, 2007. стр. 237—250.
  • «Комсомольская правда», Уфа, 12.11. 2012
  • Петров Ф. Н., Кириллов А. К.. Мегалитический комплекс Ахуново: одна из древнейших обсерваторий Евразии // Человек в пространстве древних культур. Материалы всероссийской научной конференции. Челябинск: Музей — заповедник «Аркаим», 2003.
  • Никитонова Ю. А. Астрометрические исследования памятников древней культуры Южного Зауралья. Екатеринбург, 2004. Магистерская диссертация.
  • Генинг В. Ф., Зданович Г. Б., Генинг В. В. Синташта. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1992.

Һылтанмалар үҙгәртергә