Ахромеев Сергей Фёдорович
Ахромеев Сергей Федорович (5 май 1923 йыл[5] — 24 август 1991 йыл, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы маршалы (1983). Советтар Союзы Геройы (1982).
Ахромеев Сергей Фёдорович | |
рус. Сергѐй Фёдорович Ахромѐев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 5 май 1923[1][2][3][…] |
Тыуған урыны | Виндрей[d], Спасский уезд[d], Пенза губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 24 август 1991[1][2][3] (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Үлем төрө | Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу |
Үлем сәбәбе | повешение[d] |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Советтар Союзы Маршалы[4] |
Командалыҡ иткән | Дальневосточный военный округ[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Афған һуғышы |
Ғәскәр төрө | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ахромеев Сергей Фёдорович Викимилектә |
СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигы — СССР оборона министрының беренсе урынбаҫары (1984—1988).
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1983—1990), КПСС Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1981—1983). XI саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты, СССР халыҡ депутаты (1989—1991).
ГКЧП ҡатнашыусыһы, ул еңелгәндән һуң үҙенә ҡул һала.
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Фёдорович Ахроме́ев 1923 йылдың 5 майында хәҙерге Мордовия Республикаһы Виндрей ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1940 йылда Мәскәүҙә 1-се махсус хәрби-диңгеҙ мәктәбен тамамлай, шул уҡ йылда М. В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға инеп, хәрби хеҙмәтен башлай
Училищеның беренсе курсын тамалағас — 1941 йылдың июленән декабргә тиклем Ленинград фронтында берләшкән курсант уҡсылар батальоны составында һуғыша, яралана. 1942 йылдың авгусында 2-се Эстерхан пехота училищеһы ҡарамағындағы лейтенанттар курсына курсант итеп ҡабул ителә һәм уны шул уҡ йылда тамамлай, артабан — Сталинград һәм Көньяҡ фронттарҙа 28-се армияның 197-се армия запас полкының уҡсылар взводы командиры, ә 1943 йылдан — 4-се Украина фронтында шул уҡ полктың уҡсылар батальонында өлкән адъютант. 1944 йылдың июленән Харьков һәм Мәскәү хәрби округтарында Баш командование резервының 14-се үҙйөрөшлө артиллерия бригадаһының моторлаштырылған автоматсылар батальоны командиры. Ҡыҙыл армияның бронялы танк һәм механизацияланған ғәскәрҙәренең үҙйөрөшлө артиллерияһы Юғары офицерҙар мәктәбен тамамлай (1945).
Блокада ваҡытында Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡаны өсөн наградлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Sergey Akhromeyev // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 2,0 2,1 Sergei Fedorovich Akhromeyev // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 3,0 3,1 Sergei Fyodorovich Akhromeyev // TracesOfWar
- ↑ http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=1029
- ↑ Ныне — Торбеевский район, Мордовия, Россия.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ахромеев Сергей Фёдорович . «Герои страны» сайты.
- Маршал С. Ф. Ахромеев на сайте Минобороны России
- Маршалы Советского Союза. Личные дела рассказывают / Институт военных и историко-патриотических исследований. — М.: Любимая книга, 1996. — 96 с. — ISBN 5-7656-0012-3.
- Майоров А. Правда об Афганской войне. — М., 1996. — ISBN 5-7712-0032-8.
- Сергей Ахромеев . Пантеон Истории. Дата обращения: 20 август 2013. Архивировано 24 август 2013 года.
- Тайна гибели маршала Ахромеева . Государственный интернет-канал «Россия (2011). — док. фильм. Дата обращения: 20 август 2013. Архивировано 24 август 2013 года.
Видео
үҙгәртергәМаршал Ахромеев о Советском Союзе Ҡалып:Начальники Генштаба России