Африканы колониаль бүлеү

А́фриканы бүлеү, шулай уҡ Африка өсөн ярыш йәки Африка өсөн көрәш (ингл. Scramble for Africa, франц. Partage de l'Afrique, порт. Partilha de África) — Беренсе донъя һуғышы алдынан булған осорҙа Европаның бер нисә империалистик державаларҙың Африкала яңы территорияларҙы баҫып алырға йүнәлтелгән тикшеренеү эштәрен һәм хәрби операцияларҙы уҙғарыуҙың киҫкен көнәркәшлек дәүере.

Африканы колониаль бүлеү
Рәсем
Башланыу датаһы 1885
Тамамланыу датаһы 1914
 Африканы колониаль бүлеү Викимилектә
Африка 1912 йылда:
Франция, Бөйөк Британия, Германия, Португалия, Бельгия, Испания, Италия биләмәләре

Ключевые эпизоды

үҙгәртергә

Бындай эшмәкәрлек электә булыуына ҡарамаҫтан, иң киҫкен көнәркәшлек яңы империализм дәүерендә, бигерәктә 1884 йылғы Берлин конференцияһының Генераль актын ҡабул иткәндән һуң йәйелгән.

«Африка өсөн көрәштең» кльминацияһы тип Фашодтағы ваҡиға иҫәпләнә, ул 1898 йылда Британ империяһын һәм Францияны һуғыш сигенә еткергән.

1902 йылға ҡарай Европа державалары Африка территорияһының 90 % контролдә тотҡан. Сахара сүленән көньяҡтараҡ Африкала тик Либерия (АҠШ патронлығы аҫтында) һәм Эфиопия (итальяндарҙан бойондороҡһоҙлоғон һаҡлаған) үҙаллылыҡ һаҡлап ҡалған.

XIX быуат аҙағына ҡарай Африканы бүлеүгә йәш дәүләт — Италия короллеге ҡушылған, ул был ҡитғала ресурстар сығанаҡтарын күргән. Бигерәктә уны көсһөҙләнеп барған Ғосман империяһының Африка биләмәләре һәм Африка Мөгөҙө территориялары ҡыҙыҡһындырған, сөнки уларҙа көсһөҙ мосолман солтанлыҡтары урынлашҡан.

Африканы колониаль бүлеү Беренсе донъя һуғышы башланған йылда тамамланған, был ваҡытта Бөйөк Британия Мысырҙы рәсми рәүештә аннексиялаған. Быға тиклем ике йыл алда Фес килешеүе буйынса Франция менән Испания араһында Марокко бүленгән, ә Италия итальян-төрөк һуғышы һөҙөмтәһендә Ливия өҫтөнән контроль алған.

Карталар

үҙгәртергә

Метрополиялар буйынса Африка колониялары (1900 йыл буйынса)

үҙгәртергә
Конго ирекле дәүләте (1908 йылдан Бельгия Конгоһы, хәҙер Конго Демократик Республикаһы)
Алжир
Тунис
Марокко
Француз Көнбайыш Африкаһы
Мавритания
Сенегал
Француз Суданы (хәҙер Мали)
Гвинея
Кот-д’Ивуар
Нигер
Үрге Вольта (хәҙер Буркина-Фасо)
Дагомея (хәҙер Бенин)
Француз Экваториаль Африкаһы
Габон
Урта Конго (хәҙер Конго Республикаһы)
Убанги-Шари (хәҙер Үҙәк Африка Республикаһы)
Чад
Француз Сомалиһы (хәҙер Джибути)
Мадагаскар
Комор утрауҙары

Германия (1919 йылға тиклем)

үҙгәртергә
Герман Көнсығыш Африкаһы
Руанда-Урунди (1919 йылдан Бельгияның мандаты, хәҙерге Бурунди һәм Руанда)
Танганьика (1919 йылдан Бөйөк Британияның мандаты, хәҙер Танзанияның өлөшө)
Герман Көньяҡ-Көнбайыш Африкаһы (1919 йылдан Көньяҡ Африка Берлегенең мандаты, хәҙер Намибия)
Герман Көнбайыш Африкаһы
Герман Камеруны (1919 йылдан Францияның мандаты, хәҙер Камерун)
Тоголенд (1919 йылдан Франция һәм Бөйөк Британия араһында бүленгән, хәҙер Того)
Итальян Төньяҡ Африкаһы (1934 йылдан Ливия)
Триполитания
Киренаика
Феццан
Эритрея
Итальян Сомалиһы (хәҙер формаль рәүештә Сомалиҙың өлөшө)

Португалия

үҙгәртергә
Ангола
Португал Конгоһы (Кабинда) (хәҙер Анголаның эксклавы)
Португал Көнсығыш Африкаһы (хәҙер Мозамбик)
Португал Гвинеяһы (хәҙер Гвинея-Бисау)
Йәшел морондоң утрауҙары (хәҙер Кабо-Верде)
Сан-Томе һәм Принсипи
Испан Сахараһы (хәҙер Көнбайыш СахараМарокконың бер өлөшө)
Рио-де-Оро
Сегиет-эль-Хамра
Испан Мароккоһы
Испан Көньяҡ Мароккоһы (Тарфай секторы)
Ифни
Рио-Муни (хәҙер Экваториаль Гвинеяһының ҡитға өлөшө)
Фернандо-По (хәҙер Биоко, Экваториаль Гвинеяһының утрау өлөшө)

Бөйөк Британия

үҙгәртергә
Мысыр
Англия-Мысыр Суданы
Британ Көнсығыш Африкаһы
Кения
Уганда
Занзибар (хәҙер Танзанияның өлөшө)
Британ Сомалиһы (хәҙер формаль рәүештә Сомалиҙың өлөшө)
Көньяҡ Родезия (хәҙер Зимбабве)
Төньяҡ Родезия (хәҙер Замбия)
Ньясаленд (хәҙер Малави)
Британ Көньяҡ Африкаһы
Кап колонияһы (хәҙер — КАР-ҙың өлөшө)
Натал колонияһы (хәҙер — КАР-ҙың өлөшө)
Хәнәүәт Ирекле Дәүләте (хәҙер — КАР-ҙың өлөшө)
Трансвааль колонияһы (хәҙер — КАР-ҙың өлөшө)
Бечуаналенд (хәҙер — Ботсвана)
Басутоленд (хәҙер — Лесото)
Эсватини
Гамбия
Сейшел Утрауҙары
Сьерра-Леоне
Маврикий
Нигерия
Алтын яр (хәҙер Гана)

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр

үҙгәртергә
Либерия
Абиссиния (Эфиопия)

Халыҡ-ара зона (1923—1956)

үҙгәртергә

Танжер халыҡ-ара зонаһы Бөйөк Британия, Франция, Германия һәм 1928 йылдан Италияның берҙәм идаралығы аҫтында булған. Хәҙерге Марокконың бер өлөшө.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Дипломатия великих держав 1871-1913 Ҡалып:Экспансионизм


Ҡалып:Afrika-hist-stub