Арыҫланов Фәтхелбаян Арыҫлан улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Арыҫланов Фәтхелбаян Арыҫлан улы (2 июнь 1916 йыл — 1 октябрь 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының командиры.Гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943) ордендары кавалеры[1].
Биографияһы
үҙгәртергәАрыҫланов Фәтхелбаян Арыҫлан улы 1916 йылдың 2 июнендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[2] Ташлыҡул ауылында тыуған. Белеме 6 синыф. 4-се синыфты Ташлыҡулда, ә 5-6 синыфты Солтанбәк ауылында уҡый. Ул ваҡытта белемле кешеләрҙең береһе була. 1938 йылдың сентябрь айында Асҡын районының хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1938 йылда Минск ҡалаһында хеҙмәт итә. Фин һуғышында 1939-1940 йылдарҙа ҡатнаша. Бөйөк Ватан Һуғышы башланғас, Арыҫлановтар ғаиләһенән дүрт бер туған һуғышҡа китә. Фатхелбаян 1941 йылдың 8 ноябренән 1945 йылдың 9 майына тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкында һуғыш юлын Әхмәтғәли ағаһы менән бергә үтә. Ике бер туған Арыҫлановтар һуғышҡаны Әхтәм Иҡсандың "Саҡма тояҡ аттарҙа" китабында яҙылған.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Украинала,Белоруссияла һуғыш юлдарын үтә, Варшаваны азат итеүҙә ҡатнаша,Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Һуғыш башында Гвардия сержанты, ә аҙағында Гвардия старшинаһы менән тамамлай. 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының командиры. 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша. Алыҫ көнбайышта япондарҙы еңгәс, 1946 йылдың мартында тыуған ауылы Ташлыҡулға әйләнеп ҡайта. Төй ауыл ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусы, йыйыусы булып эшләй.1950 йылда Иҙиәтова Иҙая Иҙиәт ҡыҙына өйләнеп, 5 бала үҫтерә.1976 йылда хаҡлы ялға сығып, быйма баҫыу һәм умартасылыҡ менән көн күрә. Ауылында, тирә-яҡта хөрмәткә лайыҡ кеше була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1945)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы (1945)
- «1941 - 1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)