Әхмәтҡужин Әсхәл Әбүталип улы

шағир, тәржемәсе
(Әсхәл Әхмәт-Хужа битенән йүнәлтелде)

Әхмәтҡужин Әсхәл Әбүталип улы; Әсхәл Әхмәт-Хужа (24 июнь 1942 йыл8 ноябрь 2018 йыл[2]) —шағир, тәржемәсе. 1970 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2002). Әҙәби премиялар лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2007). Әбйәлил районының почётлы гражданы (2007).

Әхмәтҡужин Әсхәл Әбүталип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 июнь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Амангилде, Башҡорт АССР-ы, СССР[1]
Вафат булған көнө 8 ноябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Асҡар, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Үлем сәбәбе инсульт
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар дуҫлығы ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин 1942 йылдың 24 июнендә Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған. Ауылдарында урта мәктәпте тамамлай. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. 1965—1985 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары, яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлап ҡайта, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. 1996 йылдан Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.

1970 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1983 йылдан КПСС ағзаһы. 30-лап китап авторы.

Әсхәл Әхмәт-Хужа 2015 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002)
  • Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1992)
  • Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (1995)
  • Әбйәлил районының И. Мырҙаҡаев‑Балапанов исемендәге премияһы лауреаты (2006)
  • Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2007)
  • Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты (2015)
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2007)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте, 2011 йыл. — ISBN 978-5-295-05271-2

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Лейла Аралбаева. Ушел из жизни известный башкирский поэт Асхаль Ахмат-Хужа. ИА «Башинформ» (8 ноябрь 2018). Дата обращения: 8 ноябрь 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә