Оло Ҡыҙыл
Оло Ҡыҙыл — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Яйыҡ йылғаһының уң ярына тамағынан 2014 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 172 км, һыу бассейны майҙаны — 2080 км².
Оло Ҡыҙыл | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 172 км |
Бассейн | 2080 км² |
Һыу ағымы | |
· Координаталар | 53°17′38″ с. ш. 58°27′27″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Яйыҡ йылғаһы |
· Урынлашыуы | уң ярына тамағынан 2014 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 52°43′34″ с. ш. 58°54′25″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 52°43′51″ с. ш. 58°54′42″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе |
РДҺР | 12010000312112200001977 |
Оло Ҡыҙыл Викимилектә |
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200001977
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200197
- Бассейн коды — 12.01.00.003
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Гидрография
үҙгәртергәЙылғаның башы Уралтау һәм Ҡырҡтытау (һырт) һырттары араһында, түбәндәрәк урындан башланып Әбйәлил районы һәм Силәбе өлкәләре биләмәләре буйлап төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға. Башланған урындан 30 км үткәс, Оло Ҡыҙыл көньяҡ-көнсығышҡа борола һәм тамағынан 2014 км өҫтәрәк Урал йылғаһына (Яйыҡ) барып ҡушыла [3].
Башлыса ҡар һыуҙары менән туйына. Һыу режимы буйынса көнсығыш европа тибына ҡарай. Йылғаның яҙғы һыу ташыуҙар мәлендә аҡмаһы(сток) 71 % тәщкил итә. 27 %-ы [4] (икенсе мәғлүмәттәр буйынса — 22 %[3]) — йәйге һәм көҙгө осорға һәм 2 % (икенсе мәғлүмәттәр буйынса — 7 %[3]) ҡышҡы осрға тура килә.
Үрге Әбдрәш ауылы янында уртаса йәйге һыу сығымы (йылға тамағынан 48 км өҫтә) 4,17 м³/с. Аҡма күләме (объём стока) 0,132 км³/йыл тәшкил итә.
Максималь һыу сығымы —179 м³/с, минималь — 0,010 м³/с (1976 йылдың мартына ҡарата мәғлүмәттәр). Йылға асыҡ мәлдә (боҙ менән ҡапланмаған осор) минималь һыу сығымы —— 0,053 м³/с. тирәһендә тирбәлә. Йылға ноябрь башында туңа, апрелдә асыла[4].
Йылға бассейнына ҡара-һоро тау-урман тупрағы, йыуылған ҡара тау тупрағы, өлгөрөп етмәгән тау тупраҡтары хас. Үҫемлектәр япмаһы яҡты ылыҫлы урмандарҙан, ҡарағай һәм ҡарағас, ҡайын һәм ҡарағайлы -ҡайын урмандарынан ғибәрәт.
Йылғаның түбәнге ағымында йыуылған һәм ябай ҡара тупраҡтарҙа — төрлө үләнле, типсәк-ҡылғанлы тәпәш таулы далалар үҫешкән.Тигеҙ урындарының күпселек өлөшө һөрөнтө ергә әйләнгән [4]. Оло Ҡыҙылда ла Көньяҡ Уралдың һәм Урал аръяғының таулы һәм тигеҙлектәге йылғаларына хас балыҡ төрҙәре тереклек итә.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә- Һыулыүҙәк (Сувлыозек) — Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡыҙыл йылғаһының уң ярына тамағынан 65 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 32 км.
- Дарыулы (Ҡара-йылға), русса Дарывды (Кара-Елга) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы[1] Әбйәлил районы биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡыҙыл йылғаһының уң ярына тамағынан 73 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 26 км. Хәлил ауылына ағып үтә.
- Икстимер — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Кизил йылғаһының уң ярына тамағынан 86 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 19 км.
- Иҙәш ( Идяш)— Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡыҙыл йылғаһының һул ярына тамағынан 106 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 21 км.
- Ҡырҙас(Кирдас) — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Кизил йылғаһының уң ярына тамағынан 124 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.
- Ырғайҙы — рус. Аргайда - Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡыҙыл йылғаһының һул ярына тамағынан 131 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 12 км.
- Оло Ҡаҙмаш (Большой Казмаш) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы[1] Әбйәлил районы биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡыҙыл йылғаһының уң ярына тамағынан 131 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 17 км.
- Тай-Маништы — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Кизил йылғаһының уң ярына тамағынан 136 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км.
- Оло Наяҙы (Большая Наязды) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡыҙыл йылғаһының һул ярына тамағынан 140 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.
- Көрәк (Куряк)— Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡыҙыл йылғаһының уң ярына тамағынан 148 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 12 км.
- Ҡутырлы (Кутырды) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡыҙыл йылғаһының һул ярына тамағынан 158 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км.
- Кесе Мәйгәште (Малая Майгашта) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Кизил йылғаһының уң ярына тамағынан 165 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 14 км.
Атамаһы
үҙгәртергәАтамаһы оло һүҙенән һәм ҡыҙыл төҫтән алып бирелгән [3]. Ҡыҙыл төҫө йылғаның түбәнге ағымында ярҙарының балсыҡлы тупрағы йыуылып һыу ҡыҙғылт төҫ алыуына бәйле. Икенсе бер фараз буйынса атамаһы ер өҫтөнә сыҡҡан ҡаялы ярҙарының ҡыҙғылт төҫөнә бәйле. Оло һүҙенең ҡушылыуы Урал йылғаһының уң ҡушылдығы — Кесе Ҡыҙыл йылғаһы (113 км) бар. Кесе Ҡыҙыл йылғаһы ҡапма ҡаршы — төньяҡ йүнәлештә аға.Уларҙың башланған урындары бер-береһенән бер нисә километрға ғына айырыла[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Оло Кизил .
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 В. А. Балков. Большой Кизил // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Ретеюм К.Ф. Большой Кизил . Научно-популярная энциклопедия «Вода России».
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.