Мезозой, йәки мезозой эраһы, MZ (бор. грек. μέσος «уртаса» + ζωή «тормош») — геологик дәүер, уны дауамлығы 251,902 ± 0,024 млн йыл әүәлдән 66,0 млн йыл әүәлгә тиклем (барлығы 186 миллион йыл тирәһе). Был геологик дәүерҙе тәүге тапҡыр британ геологы Джон Филлипс 1841 йылда билдәләгән.

Мезозой
Рәсем
Урынлашыу Ер
Тәртип буйынса иртәрәк килеүсе Палеозой[d][1] һәм Массовое пермское вымирание[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Кайнозой[1]
Башланыу датаһы 1 ғинуар б. э. т. 252200000
Тамамланыу датаһы 1 ғинуар б. э. т. 66000000
Commons-logo.svg Мезозой Викимилектә

Геологик дәүерҮҙгәртергә

Мезозой палеозойҙан һуң һәм кайнозой алдынан килгән. Был өс дәүер бергә фанерозой эонын тәшкил итә. Геохронологик шкалаға ярашлы мезозой өс осорға бүленә (башынан — аҙағынаса, млн йыл элек):

  • триас осоро (251,902 ± 0,024 — 201,3 ± 0,2);
  • юра осоро (201,3 ± 0,2 — 145,0);
  • аҡбур осоро (145,0 — 66,0).
 
Мезозой осоро экспонаттары - Бурке музейы

Мезозой осоронда хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы даими үҙгәреш кисерә: аммониттар һәм белемниттар, динозаврҙар эволюция кисерә, тәүге имеҙеүселәр барлыҡҡа килә, үҫемлектәр араһында — яланғас орлоҡлолар, ә аҡбур осоронда — ябыҡ орлоҡлолар өҫтөнлөк итә. Мезозой ахырында динозаврҙар, умыртҡаһыҙҙарҙың күбеһе, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр йәшәүҙән туҡтай.

КлиматыҮҙгәртергә

Һуңғы 1,1 млрд йыл дауамында Ер тарихында Вильсон циклдары тип аталған «боҙлоҡ осоро — йылыныу» циклының бер-береһен алыштырған өс циклы күҙәтелә.

 
Ерҙең климат тарихында Вильсон циклы

БашҡортостандаҮҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһында мезозой ултырмалары өлөшләтә Урал алды бөгөлөндә һәм Магнитогорск мегасинклинорийында һаҡланған.

Мезозой ултырмалары континенталь, диңгеҙ яры буйы, диңгеҙ ултырма тоҡомдарынан һәм ашалған ер ҡыртышы продукттарынан тора:

  • континенталь ултырмалар — триас, аҫҡы—урта юра, аҫҡы аҡбур;
  • диңгеҙ яры буйы ултырмалары — өҫкө аҡбур;
  • диңгеҙ ултырмалары — өҫкө юра, аҫҡы аҡбур.

Дөйөм ҡалынлығы 1 км тиклем.

Ашалған ер ҡыртышы ҡатлауҙарында — окисланған мәғдәндәр — алтын, марганец, тимер, силикат никель‑кобальт һәм минераль пигменттар, ултырма бассейндарҙа фосфориттар һәм яҙыу аҡбуры формалаша[2].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 K.M. Cohen, S.C. Finney, P.L. Gibbard и др. International Chronostratigraphic Chart 2013/01Международная комиссия по стратиграфии, 2013.
  2. Геологическая карта Российской Федерации. 1:1000000 (новая серия). Л.N40(41). Уфа: объясн. записка. СПб., 2002.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Иорданский Н. Н. Развитие жизни на земле — М.: Просвещение, 1981.
  • Короновский Н. В., Хаин В. Е., Ясаманов Н. А. Историческая геология : Учебник — М.: Академия, 2006.
  • Поленов Б. К. Мезозойская эра // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Ушаков С. А., Ясаманов Н. А. Дрейф материков и климаты Земли — М.: Мысль, 1984.
  • Ясаманов Н. А. Древние климаты Земли — Л.: Гидрометеоиздат, 1985.
  • Ясаманов Н. А. Популярная палеогеография — М.: Мысль, 1985.
  • Короновский Н. В., Якушова А. Ф. Основы геологии.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә