Аксёнов (Әлшәй районы)

Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл
(Аксёново (Башкортостан) битенән йүнәлтелде)

Аксёнов (рус. Аксёново) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1047 кеше[2]. Почта индексы — 452130, ОКАТО коды — 80202806001.

Ауыл
Аксёнов
рус. Аксёново
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Ауыл биләмәһе

Аксёнов ауыл Советы (Әлшәй районы)

Координаталар

53°55′00″ с. ш. 54°36′14″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1886

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1888

Халҡы

1047[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452130

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 806 001

ОКТМО коды

80 602 406 101

Аксёнов (Рәсәй)
Аксёнов
Аксёнов
Аксёнов (Әлшәй районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аксёнов


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1047 483 564 46,1 53,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 39 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 0 км

Аксёнов ауыл Советы үҙәге, тимер юл станцияһы. Район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 39 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылға XIX быуат аҙағында, яҡынса 1886 йылда, Бәләбәй өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙер Куйбышев) тимер юлының Кинәле—Өфө участкаһын төҙгән ваҡытта Аксёнов тимер юл станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына.

Ауыл тарихы 1882 йылда император Александр указы буйынса Ыҫлаҡ ауылы эргәһендәге Бәләбәй өйәҙенең Өфө губернаһы участкаһында межа раҫланған ваҡыттан башлана (Покровский — Аксёнов утарын советник Семён Гермагенов-Аксёнов биләгән). Ауылдың исеме советник Аксёнов исеме менән бәйле. 1888 йылдың 12 сентябрендә Аксёнов разъезы аша Өфө — Кинәле поезы үтә. Тимер юлды тирә-яҡ ауыл крәҫтиәндәре төҙөй. Ул ваҡытта Аксёнов территорияһы Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Ғәйнәямаҡ улусына инә. 1891 йылда республиканың архитектура ҡомартҡыһы булып торған тимер юл вокзалы бинаһы һалына. Яйлап ауыл үҫешә. Йорттар төҙөлә, яңы урамдар барлыҡҡа килә. Кузя йылғаһы буйында юғары сифатлы кирбес, балсыҡ һауыт-һаба етештереүсе ҙур булмаған кирбес заводы барлыҡҡа килә. 1902 йылда Аксен элеваторына нигеҙ һалына . Сауҙагәр Шерстобитов тәүге дүрт иген складын төҙөй һәм крәҫтиән хужалыҡтарында иген һатып алыуҙы ойоштора. 1917 йылғы революциянан һуң предприятие национализациялана. Шул уҡ йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыу үтә. Документтарҙан күренеүенсә, Аксёнов станция булараҡ билдәләнгән.

1918 йылда был урындар Граждандар һуғышының иң ҡанлы ваҡиғалары үҙәгендә була. Ауылдан алыҫ түгел Көнсығыш фронты үтә. Туғандар зыяратында 25-се Чапаев дивизияһы пулеметсыһы А. А. Пастухов ерләнгән. Христиандар зыяратында — шул уҡ дивизия уҡсыһы И. В. Ермаков. Ваҡ крәҫтиән хужалыҡтарын берләштереү һәм МТС-тар төҙөү тотороҡло нефть менән тәьмин итеүҙе талап итә. Шул рәүешле 1936 йылда нефть базаһы барлыҡҡа килә. 1963 йылда автозаправкалау станцияһы эшләй башлай.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә элеватор, нефть базаһы белгестәренә, тимер юлсыларға броня бирелә. Элеватор ябыҡ предприятиеға әүерелә, хәрби һаҡ ойошторола. 1896 йылда земство аҡсаһына нигеҙләнгән ауыл хужалығы техникумы бинаһында Мәскәү ҡалаһының А. М. Горький исемендәге 4-се балалар йорто урынлаша.
Әлеге ваҡытта халыҡтың күпселеге элеваторҙа, хәҙер «Аксенов икмәк базаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. Уның биләмәһендә май цехы асыла. Ауылда балалар баҡсаһы, 166 уҡыусы белем алған урта дөйөм белем биреү мәктәбе бар. Оптималләштереү барышында уға Ҡайраҡлы һәм Хәнйәр мәктәптәренең филиалдары ла ҡушыла. 120 йыллыҡ тарихы булған техникум (хәҙерге Аксён агросәнәғәт колледжы) талап ителгән ауыл хужалығы белгестәрен сығарыуҙы дауам итә. «Аксаковнефть» НГДУ‑һының бүлеп биреү нефть базаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

1976 йылдан алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 йылдан ауыл статусын ала. Халҡы: 1920 йылда — 410 кеше; 1939 йылда — 1208 кеше; 1959 йылда — 2015 кеше; 1989 йылда — 1147 кеше; 2002 йылда — 1161 кеше; 2010 йылда — 1047 кеше. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002).[3][4]

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[5]

  • Водокачка территорияһы ( рус. территория Водокачки )
  • Вокзал урамы (рус.  улица Вокзальная )
  • Тимер юлы урамы (рус. улица Железнодорожная)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная )
  • Магнит урамы (рус. улица Магнитная )
  • Никонов урамы (рус. улица Никонова )
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная )
  • Тау аҫты урамы (рус. улица Подгорная)
  • Урман аҫты урамы (рус. улица Подлесная )
  • Станция аҫты урамы (рус. улица Пдстанционная)
  • Эшселәр урамы (рус. улица Рабочая )
  • Сөгөлдөр пункты территорияһы (рус. территория Свеклопункта )
  • Чехов урамы (рус. улица Чехова)
  • Элеватор урамы (рус. улица Элеваторная)

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Бобрик Борис Фёдорович (11.07.1933—21.07.2013), хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2003 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1987). СССР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ленин (1973) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968, 1981) ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2002).
  • Голиков Владимир Дмитриевич (3.02.1939), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1992), профессор (1994)[6].
  • Копейкин Игорь Валентинович (8 июль 1920 йыл — 7 декабрь 2002 йыл) — эскадрилья элемтәһе начальнигы — 1-се полкы гвардия бомбардировка авиация корпусы 5-се гвардия авиация бомбардировка дивизияһы 35-се гвардия авиация бомбардировка полкының (1944 йылдың 26 декабрендә 1-се Балтик буйы фронты 3-сө һауа армияһы 5-се гвардия авиация бомбардировка корпусы тип үҙгәртелә) һауа уҡсыһы-радисы. Советтар Союзы Геройы. Отставкалағы полковник.
  • Чижов Алексей Ярославович (23 сентябрь 1942 йыл) — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, Рәсәй экология академияһының һәм Халыҡ-ара экология һәм тормош хәүефһеҙлеге фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының экология факультетының кеше экологияһы кафедраһы профессоры. «XXI быуат тау һауаһы» медицина-экологик үҙәгенең генераль директоры. Халыҡ-ара гипоксия проблемалары академияһының вице-президенты.
  • Алексей Васильевич Никонов (11 март 1911 йыл — 9 июль 1937 йыл) — Испания Республикаһы ғәскәрҙәрендә 4-се айырым механизацияланған бригаданың Т-26 танкы слесарь-водителе, кесе командир, Советтар Союзы Геройы. Аксёново урта мәктәбендә уҡый, Әлшәй районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • 1947 йылда Советтар Союзы Геройы А. В. Никонов исеме бер урамға бирелә. Мәктәп янында геройға бюст ҡуйыла.

Архитектура ҡомартҡылары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә