Хажи мәсете

(Ази (Ғази) мәсете битенән йүнәлтелде)

Хажи (Ғази, Ази) мәсете (рус. Азиева (Ази, Азиевская, Гази, Газиева) мечеть) — 1736 йылға тиклем тарихи Башҡортостан ерҙәрендә төп йәмиғ (йома) мәсете тип һаналған. Мәсет башҡорттарҙың эске үҙидараһында иң юғары хакимиәт тип һаналған бөтә башҡорт йыйындары үткәреү урыны булған.

Мәсет
Хажи мәсете
Регион Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала Өфө Өфө
йүнәлеш, мәктәп сөнни
Мәсет төрө йәмиғ мәсете
Архитектура стиле Ислам архитектураһы
Төҙөлөш ???—XIII быуат йылдар
Материал таш
Торошо 1736 йылда емерелгән
Тәрәүих ДаY
Ифтар ДаY

Мәсет атамаһы тик рус сығанаҡтарында һаҡланып ҡалған, шунлыҡтан башҡортса дөрөҫ атамаһы аныҡ билдәле түгел. Фараз буйынса мәсеткә Хажи Хөсәйенбәк нигеҙ һалған, уның кәшәнәһе эсендәге ҡәбер ташына: «Төркөстандан мәрхүм хажи Хөсәйебәк Ғүмәрбәк улы Тәрәс тоҡомона Аллаһының киң мәрхәмәте булһын. Әй Аллаһым, Әзмирбәк улы Хөсәйенде шәфҡәтеңдән мәхрүм итмә. 744 йыл Мөхррәм айының 10-сы көнөндә вафат булды. 76 йәш» тип яҙылған[1]. Шулай итеп, мәсеттең атамаһы «Хажи мәсете» булыуы бик тә мөмкин.

Урынлашҡан ере

үҙгәртергә

Мәсет Бәрҫеүән йылғаһы буйында, Ҡырғауыл тауы (рус. Чесноковская гора) итәгендә урынлашҡан булған — хәҙер ул Өфө ҡалаһына инә (Киров районы). Ошо урында Өфө ҡәлғәһе менән аҫаба башҡорт ерҙәре сиге үткән. Бәрҫеүән буйында Өфө түрәләре Урта Азия һәм Ҡаҙағстан яғынан Рәсәйгә килгән сит ил дипломаттарын да, сауҙагәрҙәрен дә ҡаршы алған.

 
Шишмә районында Хөсәйенбәк кәшәнәһе

Мәсеткә ҡасан нигеҙ һалынғаны аныҡ ҡына билдәле түгел. Ул яҡынса XIII—XIV быуаттарҙа төҙөлгән, уға нигеҙ һалыныуҙы «Башҡортостандың беренсе имамы», Хажи Хөсәйенбәктең исеме менән бәйләйҙәр[2][3].

«Һуңғы Һартай» (Һартай нәҫеленең һуңғыһы) хикәйәтенән күренеүенсә, 1391 йылда Ҡондорса буйындағы яу башлығы Ялыҡ бей әмир Аҡһаҡ Тимергә ҡаршылыҡ күрһәтә, Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм Хажи (Хажи) мәсетендә намаҙ уҡый, доға ҡыла[4].

Мәсет — йыйындар урыны

үҙгәртергә

Мәсеттә башҡорттарҙың эске үҙидараһында иң юғары хакимиәт тип һаналған бөтә башҡорт йыйындары үткәрелә торған булған. Был йыйындарҙа мөһим мәсьәләләр ҡаралып, иләүҙең киләсәген билдәләрлек ҡарарҙар ҡабул ителгән. Йыйындарҙа башҡорт ырыуҙары вәкилдәре барыһы өсөн дөйөм ғәмәлдәр билдәләгән, батша хакимиәтенең теге йәки был саралары буйынса бер позицияла торорға килешкәндәр, һуғыш йәки баш күтәреүҙе башлау йә тамамлау тураһында һүҙ беркеткәндәр, ғәскәр башлыҡтарын һайлағандар. Шулай уҡ был йыйындарға хандарҙы саҡырғандар, уларҙы һайлағандар йәки вазифаһынан алғандар. Уларҙы бары һуғыш һәм баш күтәреү осоронда ғына кәрәк һанағандар. Йыйында ҡабул ителгән ҡарарҙар барлыҡ башҡорттар өсөн дә мотлаҡ булған, уларҙы имамдарҙың ҡатнашлығында Ҡөрьән тотоп раҫлағандар[5]. 1736 йылдың 11 февралендә ҡабул ителгән указдар буйынса, йыйындарҙы йылына бер генә Ләмйән йылғаһы буйында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы) үткәрергә рөхсәт ителә. Бының өсөн Өфө воеводаһының рөхсәтен алырға һәм йыйында тикшерелергә тейешле мәсьәләләр буйынса уның менән килешергә тейеш булалар, хакимиәт вәкилдәре ҡатнашыуы мотлаҡ булған Һуңғараҡ йыйындар тыйыла[6].

1704—1711 йылғы баш күтәреү

үҙгәртергә

1704 йылдың 4 октябрендә табышсылар (прибыльщики) Жихарев һәм Дохов мәсеттә уҙған йыйында башҡорттарға крайҙа 72 яңы һалым һәм яһаҡ һалыу тураһында иғлан итәләр, был 1704—1711 йылғы баш күтәреүҙәргә килтерә. Әхмәтзәки Вәлиди Туған яҙыуынса, башҡорттар Бәрҫеүән буйында (Хажи мәсетендә) ҡоролтайға йыйылалар, унда Алдар тархан (750 башҡорт менән бергә), 1707 йылда ҡаҙаҡтар араһына ҡасҡан Сәйет батырҙың улы (500 ҡаҙаҡ менән бергә) килә. Ҡоролтайҙа Өфөгә һөжүм итергә ҡарар итәләр[7].

1735—1740 йылғы баш күтәреү

үҙгәртергә

1734 йылдың декабрендәге Ырымбур экспедицияһы эшмәкәрлеге буйынса Хажи мәсете бинаһында башҡорт йыйыны саҡырылған[8] , быны тәҡдим итеүселәрҙең береһе абыҙ Килмәк Нурышев булған[9]. Ҡоролтайҙа властарҙың эшмкәрлегенә ҡаршылыҡ күрһәтеп, һуғыш башларға килешәләр. Тарихсы һәм этнограф А. И. Добросмыслов һүҙҙәренсә, башҡорттар «Ур буйында нығытма һәм ҡала Башҡортостан яйлап көнсығыш яҡтан ҡамап алынасаҡ, һәм шул арҡала Рәсәй составына бөтөнләйгә инеп ҡаласаҡ, бынан тыш ҡырғыҙҙар сирек быуат элек тартып алған ерҙәрҙе (хәҙерге Турғай өлкәһенең төньяҡ биләмәләре) кире ҡайтарып алып булмаясаҡ тигән ҡарарға киләләр»[10].

Тарихсы Н. А. Фирсов үҙенең «Инородческое население прежнего Казанского царства в новой России до 1762 года и колонизация закамских земель» тигән хеҙмәтендә был ваҡиғалар тураһында шулай яҙа: «..Туҡсура Петербургта йәшәгәндә урыҫтарҙың тотош башҡорт ерҙәренә хужа булып алмаҡсы булыуын, һәм шуның өсөн Ыр йылғаһы буйында ҡала төҙөргә йыйынғандарын белеп ҡала. Килмәк абыҙ был хәбәрҙе ишеткәс, сара күрергә тырыша башлай. Уның хәүефләнеүен уртаҡлашыусы һәм Рәсәйгә ҡаршы сығырға тороусы байтаҡ кешеләр табыла. Башҡорт старшиналары Бәпәнә Һөйәнғолов, Сәйебай Яратҡолов, Рысанбай Ғимбәтов, Көҫәнбай батыр һәм Ҡаҙандан ҡасҡан Әмин беренсе булып Килмәк янына киләләр һәм арҡалаштарына әйләнәләр. Нуғай даруғаһындағы Хажи мәсетендә урыҫтарға ҡаршы баш күтәреү пландары башлап төҙөлгән урын була. Бында, ниһайәт, 1735 йылда баш күтәрергә ниәт итәләр, Ыр йылғаһы яғына китеп барған командаға һөжүм итеп, унда урыҫтарға нығытма төҙөргә бирмәҫкә тип ҡарар итәлә»[11].

Мәсеттең дәғүәтселеге

үҙгәртергә

Тарихсы С. М. Соловьев үҙенең «История России с древнейших времен» тигән хеҙмәтендә Хажи мәсетен Башҡортостанда беренсе йәки төп мәсет тип атай, һәм шулай уҡ Ырымбур экспедицияһы начальнигы И. К. Кирилов батша хакимиәтенә, был мәсеттә мосолман дин әһелдәре «үҙҙәренең шәриғәтен тарата һәм нығыта, сыуаш менән мордваны ғына түгел, ҡасҡын урыҫтарҙы ла сөннәткә ултырта», тип хәбәр иткән. 1735 йылдың 16 декабрендә ебәрелгән «Рассуждение, представленное И. К Кириловым и А. И. Румянцевым в Кабинет, об управлении населением Уфимского уезда после окончания башкирского восстания» тигән документта Хажи мәсете телгә алына: «Был яманлыҡтарҙан тыш Хажи һәм Килмәк мәсеттәрендә муллалар һәм абыҙҙар, шулар кеүектәр беренсенән, үҙ закондарын тарата һәм нығыта, сыуаш менән мордваны ғына түгел, ҡасҡын урыҫтарҙы ла сөннәткә ултыртыуына шик бар, был турала ысынлап ишеттем, үҙ белдектәренә мәсет һәм мәҙрәсәләрҙе күбәйткәндәр, тәүге йылдары был хаҡта уйларға ла ҡыймайҙар ине. Даруғала бер генә ахун ҡалдырырға бойороҡ бирелмәҫме икән, ул барлыҡ насар ҡылыҡтарҙы иғлан итеп барырға һәм йәшермәҫкә, башҡа диндәгеләрҙе үҙ диненә индермәҫкә һәм сөннәткә ултыртмаҫҡа, указһыҙ мәсет һәм мәҙрәсәләр асмаҫҡа махсус ант итер ине; ахун үлеп ҡалһа, башҡорттар үҙҙәре түгел, ә тоғролоғона ҡарап билдәләп тәғәйенләргә»[12]. Был документтан күренеүенсә, Хажи мәсете Ислам таратыу урын булып торған, сыуаш, мордва, урыҫтарҙы, Башҡортостандың башҡа милләттәрен дә мосолманлыҡҡа килтергән.

Мәсеттең емертелеүе һәм мосолмандарҙы язалау

үҙгәртергә

1735 йылдың аҙағында йәки 1736 йылдың башында башҡорт яуҙарын баҫтырғанда Хажи мәсете И. К. Кирилов карателдәре Вологда драгун полкы ҡатнашлығында емертелә. Тарихсы В. Н. Витевский яҙыуынса, Хажи мәсете «барлыҡ фетнәләрҙә башҡорттарҙың кәңәш тотоу урыны булды» һәм 1736 йылдың яҙында мәсет И. К. Кирилов караттары тарафынан фетнәне баҫтырғанда емертелде[13].

Нуғай даруғаһында баш күтәреүселәрҙе баҫтырып йөрөгән Кирилов секунд-майор Останков менән бергә 313 ауылды ер менән тигеҙләйҙәр һәм, фетнәселәр йыйылған урын тип, Хажи мәсетен яндыралар[14]

1736 йылдың 20 майындағы «Доношение И. К. Кирилова в Кабинет о действиях его отряда в пределах Ногайской дороги» тигән документында былай тип яҙыла: «Е.и.в., самодержице всероссийской всеподданейшее в Кабинет доношение. После всеподданейшаго доношения марта от 11-го, дождався драгунского Вологодского полку и, сколько было возможно за краткостию времени, исправясь, на Нагайскую дорогу для искоренения воров башкирцов вышел того ж марта 24-го, где счастием в.и.в. воров башкирцов розными партиями так, как скот гнали, не имея никакого от них отпору, но одно было у них, что спасали себя, жон и детей своих, бегая в леса и в другие места. И так по рекам Белой до урочища Бубульжан, по Уршаку, по Негушу, Тору, Селеуку, где самое воровское гнездо было, около двух сот деревень, в них близ 4000 дворов раззорено и сожжено, в том числе главных воров Кильмяка, Бепеня, Рысая жилища и первая во всей Орде мечеть, называемая Азиева, в которой в прежней и нынешние бунты воры о бунтах советовали и Куран целовали. Причем воров кажнено 158, побито обоего полу близь 700 человек, живых ясырю взято и ныне в Табынску 160 человек, да роздано в Уфе 85, в сылку из Уфы в Остзею послано в службу годных 81, да женок с малолетними детьми 34»[15].

Өфө Успенье ирҙәр монастыры асылыу

үҙгәртергә

Баш күтәреү баҫтырылғас, мәсет урынында Өфө Успенье ирҙәр монастыры үҙ эшен башлай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бында Тамерландың эҙе һаҡлана(недоступная ссылка)
  2. Таймасов С. У. Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии. — Стерлитамак, 2006. — С. 52. — 246 с.
  3. Таймасов С. У. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке. — М.: Наука, 2009. — С. 39. — 344 с. — ISBN 978-5-02-037567-3.
  4. Я вам скажу:
    Когда рана в живот или грудь, это — смерть. Будь то конь или воин.
    Кармасан и Сермасан!
    Зачем я буду говорить о том, что вы умерли?
    Знайте: Я сделал людям о вас хорошую память.
    Ваши имена остались навечно! Там, за Ак-Су, текут две елги, которые извиваются, как
    серебряная надпись из Аль-Корана над преддверием Газиевой мечети.
    У них тогда еще не было имен, мы их никак не называли.
    И вот я дал ваши имена, я похоронил вас там!

    — «Последний из Сартаева рода» // Башкирское народное творчество. Т. 2: Предания и легенды / Сост., авт. вступ. статьи, коммент. Ф. А. Надршина. — Уфа: Башкирское книжное изд-во, 1987. — С. 173–179.

  5. Азнабаев Б. А. Чесноковская гора и речка Чесноковка // Уфа : журнал.
  6. Асфандияров А. З. Йыйын // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Ахметзаки Валиди Тоган. История башкир. — Уфа: Китап, 2010. — С. 21—23. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
  8. Услышав о прибытии Экспедиции с войском в Уфу, представители волостей Ногайской дороги в декабре 1734 г. собрались «...в Азиеву мечеть для совета... и положили, ежели из Уфы он, Кирилов, или провиант так же и протчия команды и казенные обозы пойдут, не пропущать и чинить бой, в чем и подписались все и присягою утвердили»

    Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — XVIII вв. — феномен в истории народов Евразии. — Уфа: Китап, 2016. — С. 244. — 376 с. — ISBN 978-5-295-06448-7.

  9. 1737 г. февраля 19-марта 29. — Допросные речи руководителя восстания башкир Ногайской и Казанской дорог 1735—1736 гг. Кильмяка Нурушева. 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.
  10. Добромыслов А. И. Башкирский бунт в 1735—1736 и 1737 гг.// Труды Оренбургской ученой комиссии. — Оренбург, 1900. Вып. 8. — С.9.
  11. Фирсов Н. А. Инородческое население прежнего Казанского царства в новой России до 1762 года и колонизация закамских земель. — Казань, 1869. — С. 259—260.
  12. Материалы по истории Башкортостана. Оренбургская экспедиция и башкирские восстания 30-х годов ХVIII в. / Авт.-сост. Н. Ф. Демидова. Т. VI. — Уфа: Китап, 2002. — 768 с. — С. 100.
  13. Витевский В. Н. И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 г. — Казань, 1897. Т. 1. — С. 146.
  14. Нестеров Вадим. Люди, принесшие холод . Книга первая: Лес и Степь(недоступная ссылка)
  15. Материалы по истории Башкортостана. Оренбургская экспедиция и башкирские восстания 30-х годов ХVIII в. / Авт.-сост. Н. Ф. Демидова. Т. VI. — Уфа: Китап, 2002. — 768 с. — С. 169.

Һылтанмалар

үҙгәртергә