Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы

Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Ғибәҙәтов Таһир Ғибәт улы; 29 декабрь 1898 йыл — 19 апрель 1982 йыл), әкиәтсе. Беренсе донъя, Граждандар һуғыштарында, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы
Тыуған көнө:

29 декабрь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Абзай ауылы

Вафат булған көнө:

19 апрель 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (83 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы Абзай ауылы

Биографияһы

үҙгәртергә

Миңлетаһир Ғибәҙулла улы Ғибәҙуллин 1898 йылдың 29 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы) Абзай ауылында тыуған.

Троицк мәҙрәсәһендә белем алған. Төрки, ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белгән.

Беренсе бөтә донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең әүҙем эшмәкәре.

1937 йылда ҡулға алына һәм репрессияға дусар ителә. 1947 йылға тиклем төрмәлә була. 1989 йылда аҡлана.

Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы сәсән легенда хәтирә әкиәттәр һөйләүсе була.

1970 йылдарҙа Ә. М. Сөләймәнов М. Ғ. Ғәбиҙуллиндән 30-лап әҫәрен яҙып ала. «Башкорт халык ижады» томдарында баҫтыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә