Бикҡужин Абдулхаҡ Закир улы
Бикҡужин Абдулхаҡ Закир улы (рус. Биккузин Абдулхак Закирович) (14 ноябрь(ҡайһы бер документтарҙа 17 ноябрь[1]) 1919 йыл — 15 март 2007) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән лейтенант. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының артиллерия дивизионы яугиры[2]. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1941) ордендары кавалеры[1][2].
Бикҡужин Абдулхаҡ Закир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 14 ноябрь 1919 |
Тыуған урыны | Түбәнге Төкөн ауылы, Ҡамышлы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы |
Вафат булған көнө | 15 март 2007 (87 йәш) |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАбдулхаҡ (ҡайһы бер документтарҙа Алексей[1]) Закир улы Бикҡужин 1919 йылдың 14 ноябрендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Түбәнге Төкөн ауылында[2] тыуған. 1939 йылда БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия (1943 йылдың февраленән алып 16-сы гвардия) дивизияһында хеҙмәт итә, артиллерия дивизионы составындағы разведкалау (вычислительный) взводы командиры була[2]. Бындай дивизиондар хәрби тәьминаты өсөн булдырыла, улар артиллерия утын корректировкалау һәм сәптәрҙе билдәләү менән шөғөлләнә[3]. Һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби ордендарға лайыҡ була. 1938 йылдан Өфөлә педагогия институтында уҡый. 1941 йылда Владивосток ҡалаһында Артиллерия училищеһында уҡый[4]. 1944 йылда Марьин артиллерия училищеһында уҡыта[1]. 1946 йылдың декабрендә демобилизациялана[2].
2007 йылдың 15 мартында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1941)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- Юбилей миҙалдары
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Сведения о личном составе
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 БИККУЗИН Абдулхак Закирович. Шаймуратовцы
- ↑ Коллектив авторов. Раздел 4. «Organization» // Field Manual No. 100-2-3 «The Soviet Army:Troops, Organization, and Equipment» / Под ред. Carl E. Vuono[en]. — Вашингтон: US Government Printing Office, 1991. — С. 32 (4-9) — 188 (4-158). — 456 с.
- ↑ Военно-пересыльные пункты
Һылтанмалар
үҙгәртергә- БИККУЗИН Абдулхак Закирович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)