Әбүл-Хәсән Ғәли ибн Ғабдуллаһ әш-Шәҙили (ғәр. أبو الحسن الشاذلي‎; 1196, Ғәмәрәт, хәҙ. Марокко — 1258, Хумайсра, хәҙ. Мысыр) — Мәғриб ислам дине белгесе, суфый шәҙили тәриҡәткә нигеҙ һалыусы һәм эпоним.

Әш-Шәҙили
ғәр. أبي الحسن الشاذلي
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Марокко
Тыуған көнө 1197
Тыуған урыны Марокко
Вафат булған көнө декабрь 1258[1][2]
Вафат булған урыны Мәмлүк солтанлығы[d], Мысыр
Ерләнгән урыны Мечеть имама Абу аль-Хасана аш-Шазили[d]
Һөнәр төрө дини башлыҡ, Мөршид, Вәли (вазифа)
Эшмәкәрлек төрө суфыйлыҡ
Уҡыусылар Sidi Ali El Gorjani[d][3] һәм Aisha Al-Manoubya[d][3]
Кемдә уҡыған Абду-с-Салам ибн Машиш[d]
Йәшәү рәүеше мистицизм[d]
 Әш-Шәҙили Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Уның тулы исеме: Әбүл Хәсән Ғәли ибн Ғабдулла ибн Ғабдул-Жәббәр әл-Хәсәни үәл-Хөсәйени әш-Шәҙили әл-Мәғриб. 1196 йылда Марокконың төньяғындағы Гамарат ауылында тыуған[4]. Уның нәҫеле сәйеттәрҙән булған һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәргә барып тоташа[5].

Ул бик яҡшы белем ала һәм 21 йәшендә белем эҙләп тыуған яғын ташлап китә. Ул Фәстә уҡый, ә 1244 йылдан Александрияла йәшәй[6]. Мәккәгә хаж ҡылып, ул ҙур фаҡиһтар, Ҡөрьән һәм хәҙистәрҙе белеүселәр, шулай уҡ күренекле суфый уҡытыусылары йәшәгән Бағдадҡа юллана. Бағдадта Ул шәйех Әбү-Фәтех әл-Уаситиҙа уҡыу курсын үтә, уның кәңәше буйынса тыуған иленә ҡайтып, Ибн Мәшиштә уҡыуын тамамлағандан һуң, Әбү Хәсән әш-Шәҙили шул исемле ауылға (хәҙ. Тунис) барып, 1227 йылда үҙенең беренсе зәүиәһенә нигеҙ һала. Тунис ҡалаһы ситендәге Зәләлж тауы мәмерйәһендә төпләнә, ул «әш-Шәҙили мәмерйәһе» булараҡ билдәле. Ул шунда йәшәй һәм уҡыусыларын ҡабул итә[5].

1258 йылда хаж ҡылғанда Мысырҙың Хумайсра ауылында вафат була. Ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы ҡәберен мосолмандар, хөрмәт итеп, зыярат ҡыла. Мәмлүктәр солтаны шул дәүерҙә уның ҡәбере өҫтөндә төрбә төҙөй[5].

Әбү Хәсән әш-Шәзили үҙенең шәкерттәрен (мөриттәрен) Аллаһты шым зекер менән һәр минут һайын иҫкә алырға, Аллаһтан ҡурҡыу, шәриғәт күрһәтмәләрен ҡәтғи үтәү һәм Пәйғәмбәр сөннәтенә буйһоноуға өндәй. Ул бикләнеү практикаһын һәм суфыйҙарҙың коллектив йыйылыштары — сәманы хупламай. Әш-Шәҙили һүҙҙәренсә, тәриҡәт идеяларын һәм рухын көндәлек тормошта донъяуилыҡтан ситләшмәйсә тормошҡа ашырырға кәрәк[7].

Шәҙилилек

үҙгәртергә

Шәҙилиҙәр цивилизацияның шәриғәт рөхсәт иткән бөтә байлыҡтарынан файҙалана һәм ҡаты аскетизмды хупламай. Уларҙың зекере һәм рухи практика менән шөғөлләнеүҙәре эштән һәм башҡа шөғөлдәрҙән буш ваҡытта үткәрелә һәм кешенең һәм уның ғаиләһенең көндәлек бурыстарына зыян килтермәй. Улар махсус кейемдәр кеймәй һәм, Жүнәйдә әл-Бағдадиға эйәреп, «айыҡ» хеҙмәт итеүҙе өҫтөн күрә (сәһү) һәм «иҫереклек» (сүкрә) халәтенән тыйыла[7].

Шәҙилиҙәр тәриҡәте төрлө тармаҡтарға бүленгән, Африканың ҡайһы бер төбәктәрендә тәғлимәт традицион урындағы инаныуҙар менән ҡушыла, шуның арҡаһында традиционалист тәриҡәт ағзалары тарафынан тәнҡиткә дусар ителә. Тәриҡәт Африка халыҡтарын исламлаштырыуҙа ҙур роль уйнай, Европа илдәренең колонизатор сәйәсәтенә әүҙем ҡаршы тора. Уның идеялары Төньяҡ һәм Үҙәк Африка илдәрендә генә түгел, Европала Һәм Кавказда ла таралған[7]. Был тәриҡәттең эйәрсендәрен Комор утрауҙарында, Һиндостанда һәм хатта Индонезияла ла күрергә мөмкин. Рәсәйҙә шәҙили тәриҡәте Дағстанда һәм күрше республикаларҙа эш итә[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Abū al-Ḥasan ʻAlī ibn ʻAbd Allāh al-Shādhilī // LIBRISНациональная библиотека Швеции.
  2. al-Shadhili // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. 3,0 3,1 https://www.jeuneafrique.com/1458634/societe/en-tunisie-abou-hassan-el-chadhili-sage-parmi-les-sages/
  4. Elmer H. Douglas (ed.), Muhammad ibn Abi al-Qasim Al-Sabbagh, The Mystical Teachings of Al-Shādhilī: Including His Life, Prayers, Suny Press, 1993, p. 3
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Амирханов М.
  6. Caesar E. Farah, Islam: beliefs and observances, p. 231
  7. 7,0 7,1 7,2 Али-заде, 2007
  • Али-заде, А. А. [890 Шазилиты] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә