Әптек
Әптек (рус. Аптиково) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 243 кеше[1]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453220, ОКАТО коды — 80231875007.
Ауыл | |
Әптек Әптек | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Исеме
үҙгәртергәӘптек ауылына исем нигеҙ һалыусы — Әптек исеме менән бирелгән. Уның һәм ғаиләһенең килеп сығышын асыҡлау мөмкин булмай.
Тарихы
үҙгәртергәАзнайҙарҙың тораҡ пункты. Нуғай юлы Юрматы улусы башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған, 1795 йылдан Әбдүк/Әбтүк исеме аҫтында билдәле[2].
1795 йылда 32 ихатала 191 кеше йәшәй, IX ревизия буйынса 1850 йылда 56 ихата һәм 482 кешеһе була, ә 1865 йылда 96 ихатала 503 кеше була. Малсылыҡ, умартасылыҡ (беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған), ер эшкәртеү, тәгәрмәстәр, саналар эшләү менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлә; шөғөлдәре араһында урман кәсептәре, септә һуғыу бар. 20-се йылдарҙан һуң хәҙерге атамаһы. 1920 йылда 174 йорт хужалығында 857 кеше йәшәгән.
Яңы Әптеҡ исемле бүлендек ауыл 1920 йылдан һуң барлыҡҡа килә.
XIX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында 179 ир-ат һәм 160 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 50 ихатаға 674 ат, 502 һыйыр, 99 һарыҡ, 178 кәзә тура килә. Ауыл халҡы үҙ хужалығында 200 умарта һәм 90 солоҡ тотҡан. 1842 йылда 232 бот көҙгө һәм 1460 бот яҙғы иген сәселгән[3].
1757 йылда ауылда Пруссияға ҡаршы Рус походында ҡатнашыусы Әбүбәкер Таһиров йәшәй. 1815 йылда Әбүбәкер Таһировтың вариҫтары Әбүбәкер ауылын (Стәрлебаш районы, хәҙер Сарайсы ауылы составына инә) нигеҙләйҙәр. 1816 йылда Әбүбәкерҙең ағаһы Аҡҡүзә Таһиров Әптек ауылында теркәлгән[4].
1917 йылдағы революцияға тиклем училище эшләгән.
1839 йылда Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 12-се полктан 1812 йылдағы Ватан һуғышы ветерандары тере булалар:
Ауыл эргәһендә Бура мәҙәниәте тораҡ пункты табылған. Бура мәҙәниәте, бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б. э. т. 2-се мең йыллыҡты 2-се яртыһы — б.э.т. I мең йыллыҡ башы тип даталана[3].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәАуылда башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[5].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 857 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 708 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 646 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 292 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 295 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 243 | 135 | 108 | 55,6 | 44,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса халыҡтың күпселеге башҡорттар (98 %)[6].
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл эргәһенән Һәләүек йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Кәшәләк ағып үтә.
Совет осоронда Һәләүек йылғаһы быуылған була. Һыуһаҡлағыстың параметрҙары: V — 175 мең м³, S — 0,09 км².
Алыҫлығы:[7]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 23 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сәлих): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 30 км.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[8]:
Иҡтисады
үҙгәртергәТарихи яҡтан малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек киң таралған. XIX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында 179 ир-ат һәм 160 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 50 ихатаға 674 ат, 502 һыйыр, 99 һарыҡ, 178 кәзә тура килә. Ауыл халҡы үҙ хужалығында 200 умарта һәм 90 солоҡ тотҡан. 1842 йылда 232 бот көҙгө һәм 1460 бот яҙғы иген сәселә[3]. Совет осоронда С. Юлаев исемендәге колхоз эшләгән.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Усманов Хәбибулла Хәсән улы (1913 йыл[9] — 2 февраль 1945 йыл[9][10]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙылармеецы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944) кавалеры[9]. Маҡар районы Әптек ауылында тыуған
- Ғәбитова Тамара Зәйләғи ҡыҙы (10 май 1937 йыл) — БАССР-ың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987)
Репрессияланған ауыл кешеләре
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының Хәтер китабы репрессияланған әптектәр тураһында мәғлүмәт килтерә:
- Ильясов Ильяс Ҡыҙрасович. 1904 йылда Башҡортостандың Ишембай районы, Әптек ауылында тыуған; башҡорт; башланғыс белеме; партияһыҙ; колхозсы. 1937 йылдың 30 октябрендә ҡулға алына. 58-8-се статья буйынса хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: Үлем язаһы. 1937 йылдың 28 ноябрендә атып үлтерелә, 1989 йылдың ноябрендә аҡлана[11]
- Исламов Ғүмәр Иҫәнғолович. 1877 йылда Башҡортостан, Ишембай районы, Әптек ауылында тыуған; башҡорт; наҙан; партияһыҙ; яңғыҙаҡ крәҫтиән. 1931 йылдың 29 апрелендә ҡулға алына. 58-10, 58-11-се статья буйынса хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итеү. 1989 йылдың июлендә аҡлана[12]
- Латыпов Сәғит Латыпович. 1851 йылда Башҡортостандың Маҡар районы, Әптек ауылында тыуған; башҡорт; наҙан; партияһыҙ; яңғыҙаҡ крәҫтиән. 1931 йылдың 4 июнендә ҡулға алына: 58-10, 58-11-се статья буйынса хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: 10 йылға иркенән мәхрүм итеү. 1989 йылдың 9 ноябрендә аҡлана[13].
- Үмәрбаев Ширияздан Нурғәлеевич. 1906 йылда тыуған, Йәшәгән: Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Әптек ауылы. Хөкөм ителә: 1934 йылда. Хөкөм ҡарары: кулакка сығарыла[14]
- Хәмитов Миңлебай Хәмитович. 1893 йылда БАССР-ҙың Маҡар районы Әптек ауылында тыуған; башҡорттар; наҙан; партияһыҙ; яңғыҙаҡ крәҫтиән. 1931 йылдың 6 июнендә ҡулға алына: 58-10, 58-11-се статьялар буйынса хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: 10 йылға иркенән мәхрүм итеү. 1989 йылдың 9 ноябрендә аҡлана[13].
- Хөсәинов Ағзам. 1874 йылда БАССР-ҙың Маҡар районы Әптек ауылында тыуған; башҡорт; тулы булмаған урта белемле; партияһыҙ; мулла. 1931 йылдың 12 авгусында ҡулға алына: 58-2 статья буйынса ғәйепләнә: 3 йылға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә. 1989 йылдың 9 авгусында аҡлана[15]
- Хөсәинов Ғүмәр Ғәниевич. 1901 йылда БАССР-ҙың Маҡар районы Әптек ауылында тыуған; башҡорт; наҙан; партияһыҙ; колхозсы. 1931 йылдың 10 сентябрендә ҡулға алына. 1931 йылдың 23 сентябрендә аҡлана[15]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 72. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 ИСТОРИЯ ЮРМАТИНСКИХ СЕЛ И ДЕРЕВЕНЬ. Выпуск:.. | Юрматы ырыуы тарихы | ВКонтакте . vk.com. Дата обращения: 22 июль 2021.
- ↑ Происхождение Абубакирово На современной.. | Юрматы ырыуы тарихы | ВКонтакте . vk.com. Дата обращения: 22 июль 2021.
- ↑ Әптек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Әптек ауылы
- ↑ 9,0 9,1 9,2 УСМАНОВ
- ↑ Усманов Хабибулла Хасанович
- ↑ Списки жертв
- ↑ Списки жертв
- ↑ 13,0 13,1 Списки жертв
- ↑ Списки жертв
- ↑ 15,0 15,1 Списки жертв
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Налог Белешмәһе» системаһында Әптек ауылы
- «Бәйләнештә» социаль селәтерендә Әптек ауылы мәҙәниәт йорто
- Әптек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.