Кәшәлә (йылға) менән бутамаҫҡа. Кәшәләк (Кәшәлә) (башҡ. Кәшәләк, бында кәшәл `карлик`, -әк — суффикс) — Башҡортостандың Ишембай районындағы йылғаһы, Һәләүек йылғаһының һул ҡушылдығы. Йылға системаһы: Кәшәләк → Һәләүек → АғиҙелКамаВолга[2].

Кәшәләк
Ҡайҙа ҡоя Һәләүек
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 8 km
Карта

Йылғаның башы Кәшәләкбаш утары биләмәһендә урынлашҡан, ошонан ойконим атамаһы килеп сыҡҡан (тура тәржемәһе — «башы» (йәғни йылға башы) Кәшәләк). Инеше Мамбардали[3] эргәһенән ағып үтә.

Йылға картала рәсми рәүештә Кәшәлә тип билдәләнә[4], был орфографик хата (башҡортса йылға Кәшәләк тип атала).

Топографик картаһы

үҙгәртергә

Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә