Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы (Ишембай районы)

Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы ауыл биләмәһе

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль берәмеге.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Урман-Бишҡаҙаҡ[1]
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Халыҡ һаны 2386 кеше (1 ғинуар 2018)[2],
2599 кеше (2002)[3],
2864 кеше (2009)[3],
2444 кеше (2010)[4],
2467 кеше (2012)[5],
2452 кеше (2013)[6],
2432 кеше (2014)[7],
2392 кеше (2015)[8],
2417 кеше (2016)[9],
2436 кеше (2017)[10]
Рәсми сайт urman-bishkadak.ru
Урынлашыу картаһы
Карта
 Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы (Ишембай районы) Викимилектә

 
Урман-Бишкадакский сельсовет на карте Ишимбайского района

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законына ярашлы, ауыл биләмәһе[11] статусына эйә

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1990 йылдың 9 октябрендәге 6-2/347-се һанлы «Ишембай районының Сәлих һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советтары сиктәрен үҙгәртеү тураһындағы» Указына ярашлы Яңы Георгиевка ауылы Сәлих ауыл советынан Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы составына индерелә.

Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 16 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр, Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен үҙгәртеү һәм уларҙы үҙгәртеп ҡороу тураһындағы»[12] Законының 2 2. статьяһының 15 пунктына ярашлы, ауыл советы атамаһының иҫкергән «Урманбишҡаҙаҡ ауыл советы» тигән яҙылышы төҙәтелеп «Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы» тип яҙылырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 18 ноябрендә ҡабул ителгән Законына[13] ярашлы бөтөрөлгән Сәлих ауыл советы составынан Сәлих, Әптек, Богдановка, Козловский һәм Яңы Ивановка ауылдары Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы составына тапшырыла.

Могилев губернаһынан XX быуат[14][15] башында Богдановка ауылына килеп төпләнгән белорустар, Богдановка ауылы бөткәс, Козловка ауылына күсенеп ултыра.

Халыҡ иҫәбе
2002[16]2009[16]2010[17]2012[18]2013[19]2014[20]2015[21]
2599286424442467245224322392

2010 йылдың 1 ғинуарына 10 ауылда барлығы 2749 кеше (2009 йылдың 1 ғинуарына 2864 кеше) йәшәй. 2010 йылдың 1 ғинуарына халыҡтың күбеһе Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәй — 752 кеше (2009 йылдың 1 ғинуарына 779 кеше). Богдановкала бер йылда йәшәүселәр һаны икеләтә арта һәм ике кеше тәшкил итә.

Ауыл биләмәһе составы

үҙгәртергә
АуылТөрөХалҡы
1 Урман-Бишҡаҙаҡ село, административный центр 613[17]
2 Салихово село 584[17]
3 Яр-Бишкадак деревня 539[17]
4 Карайганово деревня 277[17]
5 Аптиково деревня 243[17]
6 Новогеоргиевка деревня 116[17]
7 Новоивановка деревня 51[17]
8 Шихан деревня 11[17]
9 Богдановка деревня 6[17]
10 Козловский деревня 4[17]

Ишембай районы муниципаль районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы, Үҙәк урамы, 20[22]

  • Хакимиәт башлығы: Сәфиуллин Әмир Төхвәт улы
  • Эштәргә идарасы: Ибраһимова Динара Яҡуп ҡыҙы

Социаль-иҡтисади хәле

үҙгәртергә

Райондың ауыл хужалығы ерҙәре 6,190 мең га тәшкил итә. Бойҙай, арыш, арпа һәм башҡа иген культуралары, шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө менән көнбағыш үҫтерелә. Түбәндәге ауыл хужалығы предприятиелары эшләй: «Алтын» КФХ-һы, «Салауат» ЯСЙ-һы, «Уңыш» ЯСЙ-һы, «Хужәхмәтова» КФХ-һы, «Әсмәндийәров» КФХ-һы, «Искәндәров» КФХ-һы, «Альтернатива» КФХ-һы, «Әптүк» КФХ-һы, «Илһам» КФХ-һы, «Һәләүек» КФХ-һы һәм башҡалар, бөтәһе 28 крәҫтиән-фермер хужалығы. Тупраҡ һоро төҫтә, ҡара-һоро урман тупрағы һәм файҙалы мәтдәләре наҡыҫланған ҡара тупраҡ. Һөрөнтө ерҙәр ҡар, ямғыр һыуҙары менән йыуҙыртыла һәм ел тарафынан өрҙөртөлә.

  • Бишҡаҙаҡ ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы ятҡылығы[23].
  • «Межрегионбизнес» ЯСЙ-һы, «Биогумус» ЯСЙ-һы, «Брайцев» БНВ-һы предприятиелары.
  • шәхси пилорам.

2010 йылдың 1 ғинуарына хеҙмәт мәшғүллеге

үҙгәртергә
  • Бюджет хеҙмәткәрҙәре — 202 кеше. Ауыл биләмәһе хакимиәте бюджеты 4 млн.020,1 мең һум суммаһында раҫлана, әммә ғәмәлдә 9758130,12 һум тотонола.
  • Шәхси эшҡыуарҙар халыҡҡа сауҙа хеҙмәте күрһәтә, Яңы Ивановка һәм Козловский ауылдарында шәхси эшҡыуар Дәүләткилдина тарафынан күсмә сауҙа ойошторола.

2012—2013 уҡыу йылында Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәһендә 2 дөйөм белем береү учрежденияһы — 178 уҡыусы, урта һәм төп белем биреү мәктәптәренең 2 филиалы — 28 уҡыусы эшләп килә, шул иҫәптән: Ҡарайған һәм Әптек ауылдарында башланғыс мәктәртәр — 35 уҡыусыға иҫәпләнгән; — Сәлих, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдарында сменалы (асыҡ) дөйөм белем биреү мәктәптәре — 178 уҡыусы (проект буйынса — 252 уҡыусы); — «Өмөт» балалар йорто — 50 бала (Урман-Бишҡаҙаҡ) эшләй. «Ауыл мәктәп автобусы» йүнәлешендә 2012—2013 йылдарҙа ауыл советы биләмәһендә 2 маршрут булдырылды. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәһендә өҫтәлмә белем биреү учреждениелары юҡ.

  • 3 балалар баҡсаһы

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында «Ҡарлуғас» мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы эшләй.

Сәлих ауыдында «Йәйғор» мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы эшләй.

Ҡарайған ауыдында «Шатлыҡ» мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы эшләй.

  • 2 башланғыс мәктәп

Әптек ауылында башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе.

Ҡарайған ауылында башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе.

  • 2 урта дөйөм белем биреү мәктәбе.

Сәлих ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль белем биреү бюджет учреждениеһы

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль белем биреү бюджет учреждениеһы

  • ГУ КЦСОН «Өмөт» КЦСОН дәүләт учреждениеһы (ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға ярҙам филиалы, 51 бала, 42 хеҙмәткәр).

Мәҙәниәт, ял

үҙгәртергә
  • 3 Ауыл Мәҙәниәт йорто (Сәлих, Урман-Бишҡаҙаҡ, Яр-Бишҡаҙаҡ)
  • 2 социаль-мәҙәни үҙәк (Әптек, Ҡарайған)
  • 2 спорт залы
  • 3 ауыл китапханаһы

Медицина

үҙгәртергә

Ауыл биләмәһендә 5 фельдшер-акушер пункты (һәр береһе сменаһына 21 ауырыуҙы ҡабул итә ала) эшләй: Әптек, Ҡарайған, Сәлих, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдарында. Ауыл биләмәһе халҡы һаулыҡ һағы объекттары менән тулыһынса тәьмин ителгән.

Спорт ҡоролмалары

үҙгәртергә

Ауыл биләмәһендә 1 баскетбол, 2 волейбол, 3 ҡул тубы майҙансыҡтары һәм 1 хәрәкәтсән уйындар өсөн комплекслы майҙансыҡ бар. Ауыл биләмәһе территорияһында ауыл Мәҙәниәт йорттары һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре эргәһендә 5 спортзал эшләй.

  • 2 мәсет эшләй, тағы 1 мәсет төҙөлә.

Һыу ресурстары

үҙгәртергә

Ауыл биләмәһендәге йылғаларҙа яҙғы һыу баҫыу осраҡтары була, йәйен һыу уртаса кимәлдә, көҙөн бер аҙ аҙыраҡ була

Ауыл биләмәһе территорияһындағы иң ҙур йылға — Ағиҙел йылғаны, унда ташҡын ваҡыты 50-60 көн тирәһе дауам итә. Май аҙағында йылға тыныслана, әммә ямғыр күп яуған йылдарҙа йәй урталарында ла һыуҙың күтәрелеүе ихтимал. Ағиҙелде тулыландырыусы төп сығанаҡ — ҡар һыуҙары. Яҙғыһын һыуҙың 70-75 проценты, йәйен 20 проценты һәм ҡышын 10 проценты ағып китә. Ноябрҙең икесе ун көнлөгөндә Ағиҙелдә боҙ урынлаша һәм уртаса 145 көн тирәһе дауам итә, боҙ иң күп тигәндә 175 көн, уртаса 150 көн тора. Мартта боҙ ҡалынлығы 55-75 см-ға етә, ә бик ҡаты һыуыҡтар булған йылда хатта 120 сантиметрға еткән саҡтары ла була. Йылға март аҙағында- апрель башында боҙҙан әрселә, боҙ 3-27 көн тирәһе арауыҡта китә. Химик составы буйынса Ағиҙелдең һыуы гидрокарбонат класына ҡарай. Һыу объекттары иҡтисад тармаҡтарын һәм халыҡты һыу менән тәьмин итеүсе төп сығанаҡ.

йылғалар
Урынлашҡан урыны, ауыл Һыу сығанағы атамаһы Оҙонлоғо, км
Яр-Бишкадак а. Сикҡул 5,49
Богдановка а Буҙайғыр 7,329
Аптиково а. Кәшәлгә 9,60
ауыл советы сигендә Бәрҙәшле 11
Яр-Бишҡаҙаҡ һәм Ҡарайған ауылдары Ағиҙел 1430
Яңы Әптек, Сәлих ауылдары Һәләүек 90
Сәлих а. Соңғорйылға 4,60
Яңы Ивановка а. Тоҙло шишмәһе 3,6
Сәлих а. Туҡтар-Йылға 6,72
күлдәр
Урынлашҡан урыны, ауыл Күлдең атамаһы Күләме, өҫтөнөң майҙаны, га
Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 3,3 км Аҡҡайын 2,97
Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа 1,22 км Иҫке Иҙел 7,34
Шихан ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 1,22 Әсекүл 2,0
Шихан ауылынан көнсығышҡа 1 км Туғар-Салған 5,16

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе ауылдарындә йәшәүселәр ауылдарҙағы шәхси скважиналарҙан сыҡҡан һыуҙы файҙалана. Һыу таҙартыу стадияһын үтмәй.

Гидрогеографик объекттар янында тәбиғәт һағы биләмәләре

РФ-ның "РФ Һыу кодексы"ның 65-се статьяһына ярашлы йылғалар, күлдәр, шишмәләр тирәһендә тейешле киңлектә һыу һағы зонаһы булдырылған. Һыу объекттарының һау һағы зоналары:

  • Ағиҙел һәм Һәләүек йылғалары — 200 метр (статья 65. Рф Һыу кодексы);
  • Бәрҙәшле йылғаһы — 100 метр;
  • Кәшәлгә, Сикҡул, Буҙайғыр йылғалары — 50 метр;
  • Соңғор-Йылға, Тоҙло, Туҡтар-Йылға — 50 метр.

Урман ресурстары

үҙгәртергә

Ауыл биләмәһе территорияһында дәүләт урман фонды ерҙәренең дөйөм майҙаны (тыйылған урман һыҙаттары, ҡала һәм ауылдарҙың йәшел зонаһы, урмандың айырыуса һаҡланған участкалары, санитар һаҡ округтары зонаһындағы урмандар) 4811,37 га тәшкил итә.

Минераль-сырье ресурстары

үҙгәртергә

Ишембай районы нефть ятҡылыҡтары менән танылыу алған. Ишембай ҡалаһы ситендә таш тоҙ ятҡылығы бар. Бөтөп барған Шәке тауы (Шихан тауы) «Сода» ААЙ-һы өсөн сырье базаһы булып тора. Быларҙан тыш ауыл биләмәһендә гипс, ҡом, доломит, бут ташы, ҡом-ҡырсын ятҡылыҡтары табылған һәм эшкәртелә.

Ҡарайған ятҡылығындағы балсыҡ запасы 225 мең тоннаға тиң, Бәрҙәшле ятҡылығындағы ҡом ятҡылығы запасы 690 мең тоннға тиң. Ауыл биләмәһе территорияһындағы ҡаты файҙалы ҡаҙылмаларҙың исемлеге:

Ятҡылыҡтың атамаһы Файҙалы ҡаҙылмалар
Урман-Бишҡаҙаҡ ҡырсын-ҡом материалы
Урман-Бишҡаҙаҡ кирбес-черепица өсөн сырье, балластсырье, балсыҡ, ҡом
Бәләкәй-Шихан ҡырсын-ҡом материалы
Яр-Бишҡаҙаҡ аш тоҙо
Яр-Бишҡаҙаҡ ҡырсын-ҡом материалы

Транспорт

үҙгәртергә

Ауыл биләмәһе территорияһы буйлап муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдар үтә: Ишембай ҡ. һәм Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск юлы; Ишембай — Красноусольск, Әхмәр — Сәлих — Ишембай автомобиль юлы, Ишембай — Кинйәбулат — Үрге Этҡол юлы.

Торба үткәргес

үҙгәртергә

Ауыл биләмәһе территорияһында 14,959 км оҙонлоғондағы торбаүткәргекс бар.

Электр тәьминәте

үҙгәртергә

Ауыл биләмәһенең энергетик хужалығын «Башкирэнерго» ЯСЙ-һының Петровск РЭС-ы, «ИЭС» производство берекмәһе хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ 38 трансформатор подстанцияһы бар.

Төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре

үҙгәртергә
Атамаһы Статусы, категорияһы һәм профиле Майҙаны, га
Торатау тауы Төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле
42
Туғар-Салған күле һәм уның тирәһендәге биләмә Төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле 100

Археология

үҙгәртергә

Ауыл биләмәһе территорияһында 6 археология һәйкәле бар.

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Иманғолов Сулпан Ғосам улы — журналист, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан
  • Ғәлин Уйылдан Нурғәли улы — Башҡортостан ТВ хәбәрсеһе, телетапшырыуҙар алып барыусы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан, Ноғман Мусиндың бер туған һеңлеһенең улы Нурғәли Тимерғәли улы Ғәлиндың улы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан.
  • Хәмиҙуллин Марат Өмөтбай улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан
  • Абыҙгилдин Юнир Миңлеғәли улы — инженер-технолог, техник фәндәр докторы, ӨфөДНТУ профессоры, проректоры, Сәлих

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  7. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  11. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  12. ОБ ИЗМЕНЕНИЯХ В АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОМ УСТРОЙСТВЕ
  13. Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населенных пунктов» (Принят Государственным Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
  14. Администрация сельского поселения Урман — Бишкадакский сельсовет муниципального района Ишимбайский район(недоступная ссылка)
  15. http://www.bashedu.ru/konkurs/akbulatov/win1251/exp_eem94_98.htm 2008 йыл 29 апрель архивланған.
  16. 16,0 16,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  17. 17,00 17,01 17,02 17,03 17,04 17,05 17,06 17,07 17,08 17,09 17,10 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  20. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  22. Администрация сельского поселения Урман — Бишкадакский сельсовет муниципального района Ишимбайский район(недоступная ссылка)
  23. ПРАВИТЕЛЬСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН РАСПОРЯЖЕНИЕ от 19.01.2010 г. N 27-р(недоступная ссылка)