Усманов Хәбибулла Хәсән улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Усманов Хәбибулла Хәсән улы (1913 йыл[1] — 2 февраль 1945 йыл[1][2]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙылармеецы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944) кавалеры[1].

Усманов Хәбибулла Хәсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Әптек, Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы (Ишембай районы), Ишембай районы
Вафат булған көнө 2 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Вафат булған урыны Германия
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Усманов Хәбибулла Хәсән улы 1913 йылда Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Әптек ауылында тыуған[1][3]. Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында 148‑се гвардия артиллерия-миномет полкының 4-се батареяһы орудие номеры булып хеҙмәт итә[1][2]. Усманов Хәбибулла Хәсән улы 1945 йылдың 2 февралендә Германияның Регендорф ҡалаһы янында һәләк була һәм шунда ерләнгән[2][1]. Ҡатыны Усманова Ғәйшә (Маҡар районы Әптек ауылы)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә