Әминев Зариф Хурамша улы

Әминев Зариф Хурамша улы (14 декабрь 1916 йыл1 сентябрь 1974 йыл) — Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерист, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.

Зариф Хурамша улы Әминев
Тыуған ваҡыты

14 декабрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Солтанай ауылы, Уҫы өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙерге Пермь крайы Барҙы районы)

Үлгән ваҡыты

1 сентябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (57 йәш)

Вафат урыны

Яңы Башап, Барҙы районы, Пермь өлкәһе, РСФСР, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

артиллерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1937—1939; 1939—1940 и 1941—1945

Хәрби звание

Старшина старшина

Часть

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында:

  • 304-се уҡсылар дивизияһының 807-се уҡсылар полкы
  • 67-се гвардия уҡсылар дивизияһының 196-сы гвардия уҡсылар полкы
  • 4-се пушка артиллерия бригадаһы
Хәрби алыш/һуғыш

Совет-фин һуғышы
Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем

үҙгәртергә

Зариф Хурамша улы Әминев 1916 йылдың 14 декабрендә Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе (хәҙерге Пермь крайы Барҙы районы) Солтанай ауылында тыуған[1][2]. Милләте буйынса башҡорт[1].

Тулы булаған урта мәктәптең 5 классын тамамлай. Хеҙмәт юлын «Ҡыҙыл партизан» (рус. «Красный партизан») колхозында башлай[3].

1937 йылда Барҙы район военкоматы тарафынан хәрби хеҙмәткә алына. Армияла артиллерист хәрби һөнәрен үҙләштерә[4]. Демобилизацияланғандан һуң туған ауылына ҡайта, әммә 1939 йылда Совет-фин һуғышы (1939—1940) башланыу менән йәнә Ҡыҙыл Армияға алына[3]. 1939 йылдың декабренән Карел муйынындағы алыштарҙа ҡатнаша. Маннергейм һыҙығын өҙөү барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[4]. Совет-фин һуғышы тамамланғас, туған яғына әйләнеп ҡайта. Машина-трактор станцияһында трактор бригадаһының хисапсыһы булып эшләй[4]. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың авгусында фронтҡа китә[5].

Днепрҙан Курск дуғаһына тиклем

үҙгәртергә

Хәрби юлын Көньяҡ-Көнсығыш фронтта 38-се армия 304-се уҡсылар дивизияһы 807-се уҡсылар полкының артиллерия тубы командиры дәрәжәһендә башлай[6]. Киевты обороналауҙа һәм Харьков эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың июлендә немец-фашист ғәскәрҙәре Дон буйына үтеп ингәс, 304-се уҡсылар дивизияһы Сталинград ҡалаһы тирәһенә күсерелә, бында 1942 йылдың авгусынан Көньяҡ-Көнсығыш һәм Дон фронттарының 21-се һәм 65-се армиялары составында һуғыш хәрәкәттәре алып бара. Зариф Әминев хеҙмәт иткән дивизия Клетская станицаһы районында Дон йылғаһының уң ярындағы плацдарм өсөн ҡаты алыш алып бара. Сталинград янындағы совет ғәскәрҙәренең контрһөжүме башында Зариф Хурамша улы яралана һәм госпиталгә эвакуациялана[7][8]. 67-се гвардия уҡсылар дивизияһының 196-сы гвардия уҡсылар полкы тип үҙгәртелгән үҙ часына ҡайта. 1943 йылдың март башында 67-се гвардия уҡсылар дивизияһы 21-се армия составында (1943 йылдың 16 апреленән — 6-сы гвардия армияһы) Курск дуғаһына күсерелә. 1943 йылдың июлендә гвардия сержанты З. Х. Әминев Курск алышында ҡатнаша[2][5]. Уның артиллерия расчёты Драгунский ауылы тирәһендә немец танкылары һәм пехотаһы ҡыҫымын кире ҡаға, Белгород—Курск шоссеһын Яковлево һәм Обоянь ауылдары тирәһендә ҡурғай. 1943 йылдың авгусында Зариф Хурамша улы Томаровка янындағы алышта яралана һәм бер айға тиерлек сафтан сыға[7].

III дәрәжәләге Дан ордены

үҙгәртергә

1943 йылдың сентябрь аҙағында 6-сы гвардия армияһы Калинин өлкәһе Торжок тирәһенә күсерелә. Артабан октябрь уртаһына тиклем Брянск фронтының (1943 йылдың 20 октябренән — 2-се Балтик буйы фронты) резервында була. 20 октябрҙә армия Невелдән төньяҡ-көнбайыштараҡ позицияларҙы биләй, бында ул 1944 йылдың башына тиклем ҡурғау алыштарын алып бара. Ленинград-Новгород операцияһы башланыу менән армия частары һөжүмгә күсә. Был алыштарҙа гвардия өлкән сержанты З. Х. Әминевтың артиллерия расчёты бигерәктә айырылып тора. 67-се гвардия уҡсылар дивизияһы һуғышҡан урында дошмандың яҡшы йыһазландырылған позициялары булған һәм ул ҡаты ҡаршылыҡ күрһәткән. 1944 йылдың 23 ғинуарында Коробцево[9] ауылы тирәһендә, дошмандың ут ҡойонона ҡарамаҫтан, гвардия өлкән сержанты Әминев үҙенең расчёты менән пехотаның хәрби тәртибендә була һәм уға артиллерия ярҙамын күрһәтә. Зариф Хурамша улы йәрәхәт алғандан һуң да һуғыш яланын ҡалдырмай һәм үҙ яугирҙарының хәрби эше менән еәкселек итеүҙе дауам итә. Был алышта уның расчёты дошмандың һуғыш припастары менән 3 ылауҙы һәм яҡынса 15 һалдатын юҡ итә[1][10]. Күрһәткән ҡаһарманлығы һәм баырлығы өсөн гвардия өлкән сержанты З. Х. Әминев 1944 йылдың 14 февралендәге указға ярашлы III дәрәжәләге Дан ордены (№ 37235) менән бүләкләнә[2].

II дәрәжәләге Дан ордены

үҙгәртергә

1944 йылдың майына тиклем зариф Хурамша улы хеҙмәт иткән 6-сы гвардия армияһы составындағы 67-се гвардия уҡсылар дивизияһы 1-се Балтик буйы фронтында Свибло һәм Нещердо күлдәре араһында һуғыша. «Багратион» стратегик планының Витебск-Орша операцияһы сиктәрендә дивизия кергән 23-сө гвардия уҡсылар корпусына дошман оборонаһын өҙөп һәм 3-сө Белоруссия фронтының 39-сы армияһы частары менән ҡушылып дошмандың Витебск төркөмөн ҡамауға алыу маҡсаты ҡуйыла. 1944 йылдың 22 июнендә Витебск өлкәһе Шумилино районы Сиротино ауылы тирәһендә гвардия өлкән сержанты З. Х. Әминев үҙенең расчёты менән ике дошман пулемёт урынын юҡ итә[1][7].

 
Западная Двина в районе Бешенковичей

Корустың частарына немец оборона тәртибен өҙөргә һәм вермахтың 3-сө танк армияһының биш дивизияһы ҡамауға алыуға ирешә. Артабан 67-се гвардия уҡсылар дивизияһы частары Көнбайыш Двина йылғаһына табан йүнәлә. Тәүгеләрҙән булып йылғаға 25 июндә Бешековичи ауылы тирәһендә гвардия өлкән сержанты З. Х. Әминев расчёты килеп етә. Һыу аша үтеүҙе ойоштороп, расчёт йылғаның икенсе ярында тиҙ генә ут позицияһын биләй. 28 июндә Крыди ауылындадошан контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда Зариф Хурамша улы уның орудиеһына яҡынлашҡан немецтарҙың бәләкәй төркөмөн күреп ҡала һәм үҙенең шәхси ҡоралы уты менән ике дошман һалдатын юҡ итә[1][7]. Витебск-Орша операцияһындағы батрлыҡтары өсөн гвардия өлкән сержанты З. Х. Әминев 1944 йылдың 31 июлендәге указға ярашлы II дәрәжәләге Дан ордены (№ 3827) менән бүләкләнә[2].

I дәрәжәләге Дан ордены

үҙгәртергә

67-се гвардия уҡсылар дивизияһы Көнбайыш Двинаның һул ярына параллель рәүештә Полоцкҡа һөжүмгә күсә. 29 июндә, таң етмәҫтән алда, гвардия өлкән сержанты З. Х. Әминевтың расчёты үҙ ҡулдарында ҡоралдарын менән һаҙлыҡ аша үтә һәм убала позиция биләй. Таң атҡаста, артиллеристар әле бер нимәлә һиҙмәгән дошманға ҡаршы ҡойон утын аса[11]. Әминевтың яугирҙәре 3 еңел автомашинаны, 2 армия йөк машинаһын һәм миномётты хеҙмәтләндереүселәре менән юҡ итә. Әминевтың расчёты контрһөжүмгә күскән немецтарҙың яҡынса 20 һалдатын үлтерә[1][8]. 1945 йылдың 24 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы күрһәткән ҡаһарманлытары өсөн Әминев Зариф Хурамша улы I дәрәжәләге Дан ордены (№ 1531) менән бүләкләнә[2][12].

Артабанғы хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

1944 йылдың авгусында Литва территорияһындағы алыштарҙа гвардия өлкән сержанты З. Х. Әминев ҡаты яралана һәм бер ай ярымға сафтан сыға[2]. Госпиталдән сыҡҡандан һуң 6-сы гвардия армияһы штабында Әминевты 4-се пушка артиллерия бригадаһына ебәреләр, был бригада составында артиллерия тубы командиры дәрәжәһендә һуғыштың аҙағына ҡәҙәр була[5]. Зариф Хурамша улы Латвияның көнсығыш райондарын азат итеүҙә һәм дошмандың «Курляндия» армия төркөмөн блокадалауҙа ҡатнаша. Һуғышытың аҙағында ул айырым хөрмәткә лайыҡ була — уға частың йәйелгән хәрби байрағы фонында фотоға төшөү хоҡуғы бирелә[11]. 1945 йылдың 9 майына ҡараған көндә Курляндия ярымутрауындағы немец ғәскәрҙәре ҡоралын һала.

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Зариф Хурамша улы көҙгә ҡәҙәр хәрби хеҙмәттә ҡала. 1945 йылдың ноябрендә гвардия старшина Әминев туған Солтанай ауылына ҡайта. Колхозда баҫыу бригадаһы хисапсыһы булып эшләй. 1953 йылда Барҙа районының Яңы Башап ауылына күсә. «Хеҙмәт» («Труд») колхозында трактор бригадаһы хисапсыһы булып эшләй[3]. 1974 йылдың 1 сентябрендә вафат була[1][6]. Яңы Башап ауылы зыяратында ерләнә[2][5].

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (07.04.1940).
  • 1-се дәрәжә Дан ордены (24.03.1945)[8].
  • 2-се дәрәжә Дан ордены (31.07.1944)[7].
  • 3-сө дәрәжә Дан ордены (14.02.1944)[10].
  • Миҙалдар.
  • Пермь крайының Барҙы ауылы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.
  • Пермь крайының Солтанай ауылында бюст ҡуйылған[13].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Кавалеры ордена Славы трех степеней: Краткий биографический словарь, 2000
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Биография З. Х. Аминова на сайте «Герои страны».
  3. 3,0 3,1 3,2 Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — ISBN 5-203-01883-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 Лобода, 1967, с. 15
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Биография З. Х. Аминова в энциклопедии «Пермский край» 2014 йыл 22 февраль архивланған..
  6. 6,0 6,1 Әминев Зариф Хурамша улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 4687
  8. 8,0 8,1 8,2 ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 24
  9. Деревня Коробцево находилась северо-западнее Невеля (примерные координаты 56°18’19"N 29°44’40"E).
  10. 10,0 10,1 ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2923
  11. 11,0 11,1 Лобода, 1967, с. 16
  12. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 24 марта 1945 года
  13. Уразов Артур. В Султанае открылся памятник Зарифу Хурамшовичу Аминову. Газета «Таң» («Рассвет») (8 сентябрь 2016). Дата обращения: 11 сентябрь 2016. 2016 йыл 14 октябрь архивланған.
  • Кавалеры ордена Славы трех степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Лобода В. Ф. Солдатская слава. Кн. 2. — М.: Военное издательство, 1967. — С. 15-16. — 352 с.
  • Слава солдатская / сост. и ред. Д. И. Глушков. — 4-е изд. — Пермь: Пермское книжное издательство, 1984. — С. 11-18. — 215 с.
  • Герои Прикамья: биографический справочник / сост. З. Р. Козлова. — Пермь: Пушка, 2006. — С. 242. — 479 с. — ISBN 5-98799-027-0.

Документтар

үҙгәртергә
Орден Славы 1-й степени (архивный реквизит 46570635).
Указ Президиума Верховного Совета СССР от 24 марта 1945 года (архивный реквизит 46801358).
Список награждённых указом Президиума Верховного Совета СССР от 24 марта 1945 года (архивный реквизит 46801756).
Орден Славы 2-й степени (архивный реквизит 32525805).
Орден Славы 3-й степени (архивный реквизит 21971864).

Һылтанмалар

үҙгәртергә