Яңы Башап (Яңауыл[1]; рус. Новый Ашап)— Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Яңы Башап ауыл биләмәһенең административ үҙәге. Почта индексы — 618165, ОКАТО коды — 57204831001.

Ауыл
Яңы Башап
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°40′19″ с. ш. 55°41′26″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 053

ОКТМО коды

57 604 431 101

ГКГН номеры

0347229

Яңы Башап (Рәсәй)
Яңы Башап
Яңы Башап
Яңы Башап (Пермь крайы)
Яңы Башап

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ һаны үҙгәртергә

2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 330 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 157 ир һәм 173 ҡатын-ҡыҙ[2].

2005 йылда ауылда 432 кеше йәшәгән[3].

Климаты үҙгәртергә

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Тарихы үҙгәртергә

Тарихи сығанаҡтарҙа ауыл 1811 йылдан алып Яңы Башап исеме аҫтында иҫкә алына башлай[4]. Ауылдың исеме Башап (Ашап) йылғаһы исеменән[4]. Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәров фекеренсә Яңы Башап ауылы 1818 йылда Сәрәш һәм Юғары Башап (Башапбаш) ауылдарынан айырылып, күсеп ултырған яңы ауыл (выселок) һымаҡ барлыҡҡа килгән[5]. Яңы ауылға шулай уҡ Конюково (Әрәмауыл) һәм Байауыл (Күзмә) ауылдарынан бер-нисә ғаилә күсеп килә[5].
1834 йылда ауылдың 30 йортонда милләте буйынса башҡорт 93 ир һәм 83 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған[5].

1816 йылда ауылда 86 кеше, 1926 йылда 624 кеше йәшәгән[4].

Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ғәйнә ырыуы вәкилдәре[4].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:


1929 йылда ауылда «Труд» колхозы барлыҡҡа килә, һуңыраҡ колхоз Булганин исемен йөрөтә башлай, 1957 йылдан алып колхозға «Труд» исеме кире ҡайтарыла[4].

1953 йылдан алып Яңы Ашап ауылында Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, Дан орденының тулы кавалеры Әминов Зариф Хурамша улы (1916 – 1974 йй.) йәшәгән[4].

Ауылдың күренекле кешеләре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Новый Ашап. Энциклопедия "Пермский край". Дата обращения: 14 октябрь 2012. Архивировано 14 декабрь 2012 года. 2016 йыл 7 март архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар үҙгәртергә