Сураш Ҡалмырҙин
Сураш Ҡалмырҙин (Сураш батыр, Сураш Мәргән; 1711 — 1773) — 1735—1740 йылдарҙағы һәм 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыусы.
Сураш Ҡалмырҙин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Нуғай даруғаһы, Бөрйән улусы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Биографияһы
үҙгәртергәСураш Ҡалмырҙин сығышы менән Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Исмәғил ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылы) йәшәгән.
1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша, ихтилал барышында ул йәшәгән ауыл аша Ҡараһаҡалдың үтеп китеүе билдәле[1].
1755 йылдың 15 майында Бөрйән улусында Ялан Этҡол, мулла Хоҙайбирҙе һәм Сураш етәкселегендә йәнә ихтилал тоҡана: Талҡаҫ күле буйында башҡорт халҡын йәберләгән өсөн тау‑эҙләнеү эштәре начальнигы Е. Е. Брагинды һәм уның ярҙамсыларын язалана. Сураш батыр Е. Е. Брагинды атып үлтерә[1]. 18 майҙа баш күтәреүселәр Иҫәт трактының Сапсал ямын һәм Брагиндың ихатаһын талай. Ырымбур губернаһы губернаторы Неплюев Иван Иванович баш күтәреүселәргә ҡаршы подполковник Исаков етәкселегендәге команданы, ә һуңыраҡ бригадир Бахметев командалығындағы 1300 регуляр һалдаттарҙы һәм казактарҙы ебәрә. Карателдәр бөтә халыҡты талай һәм эҙәрлекләй башлай, ҡайһыларын язаға тарттыра[2]. Сураш Ҡалмырҙин, Темәс Илекәев һәм Әмин Ҡалмырҙин менән бергә Яйыҡ йылғаһы аша үтеп ҡаҙаҡ далаһында һыйыныу урына таба. Батша хөкүмәте ихтилалсыларға амнистия тураһында манифесттар, указдар сығарғас, 1760-сы йылдарҙа улар туған яғына әйләнеп ҡайта[1].
XVIII быуаттың 2-се яртыһында уның исеме буйынса Сураш ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылы) аталған.
1770 йылда академик Лепёхин Иван Иванович менән осраша һәм уны старшина Илеш Назаров менән бергә Төркмән Йәнсәйетовҡа тиклем оҙата. Лепёхин уның тураһында ошолай яҙып ҡалдыра: «Оного вскоре нам представили, но не большему нашему удовольствию. Башкирец сей назывался Чюряш Мергян, который главным был зачинщиком Бурзянского бунта, из своих рук убил упоминаемого каменосечца Брагина. Чюряш Мергян, будучи всегда при Брагине, знал его все работы, из которых он за важнейшую почитал при деревне по его имени Чюряш Мергян прозываемой, в 25 верстах от вершин Сакмарских, а от кочевки Трухменовой в 30 верстах»[1].
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша. Баш күтәреүселәр Ырымбур ҡалаһына һөжүм иткәндә ҡаты яралана һәм яраларҙан вафат була. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Малай Муйнаҡ ауылы янында ерләнә.
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠустыһы — Әмин Ҡалмырҙин (1731-1815), 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашыусы.
Улдары — Собханғол (1737—1822), Раҡай, Иҫәтулла, Истәкәй, Иҫәнбәт (1755—?)[3].
Хәтер
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында уға арнап стелла ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Акманов И. Г., 2016, с. 350-352
- ↑ Усманова Кәримә. Сураш ҡаны типкән «Һандуғас»лы төйәк . «Башҡортостан» (30 май 2014). Дата обращения: 21 ноябрь 2018. 2018 йыл 16 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — XVIII вв. — феномен в истории народов Евразии. — Уфа: Китап, 2016. — 376 с. — ISBN 978-5-295-06448-7.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Чулошников А. П. Восстание 1755 г. в Башкирии. — М.; Л., 1940.