Тол

Рәсәйҙәге Пермь крайы Уй, Барҙым һәм Уҫы райондары аша аға.

Тол (рус. Ту́лва) — Рәсәйҙәге Пермь крайы Уй, Барҙым һәм Уҫы райондары аша аға. Йылға тамағы Камалағы Воткинск һыуһаҡлағысының һул яры буйлап (Тол ҡултығы) 493 километрҙа урынлашҡан. Йылға оҙонлоғо 118 км, һыу йыйыу майҙаны 3530 км² тәшкил итә. Уртаса һыу йыйыу бейеклеге — 200 м. Уртаса ауышлығы — 0,8 м/км.[1]. Диңгеҙ кимәленән тамағының бейеклеге — 89,3 м

Тол
Ҡайҙа ҡоя Воткинск һыуһаҡлағысы[d]
Ҡушылдыҡ Аклуши, Кесе Әмже, Сарашка, Кесе Нюню, Оло Нюню, Тунтор, Сюзде-Елга, Төнгәк (Тол ҡушылдығы), Искильда, Чириз, Казьмакты, Чапчельда, Сайгатка, Ермия, Ашап[d], Барда[d], Оло Әмже һәм Глубокая[d]
Бассейн майҙаны 3530 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пермь крайы
Оҙонлоҡ 118 km
Урынлашыу картаһы
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Тулвы[d]
Карта

Тол йылғаһына оҙонлоҡтары 10 километрҙан кәмерәк булған 110 ҡушылдыҡ ҡоя. Төп ҡушылдыҡтары: һул — Ашап, Төндөк, Барҙы, Оло Әмже, Кесе Әмже, Тәрән (Глубокая), уң — Оло Нүнү, Тунтор. Һыу йыйыу участкаһында дөйөм майҙаны 0,72 км² булған 8 күл урынлашҡан.

Яҙғы ташҡындар апрелдә башлана һәм 25-30 көн тирәһе дауам итә. Һыуҙың иң юғары кимәле апрелдә күҙәтелә. Йәй көндәре мул яуым-төшөм буланда, йылға ярҙарынан сыға.

Топонимикаһы

үҙгәртергә

Тол атамаһын манси телендәге туль — «томан» йәки етерлек үтә күренмәле булмаған һыу төшөнсәһе, шулай уҡ коми һүҙе тул — «ҡаҙаҡ, сөй», «шына», «келәп» һәм тола — «көрт, һырынды» мәғәнәһе менән бәйләргә тырышалар. Әммә бындай сағыштырыуҙар ышандырырлыҡ түгел. Урындағы Барҙы башҡорттары йылғаны Тол тип атайҙар.

Урыҫ википедияһындағы мәҡәләлә Тулва ва — «һыу» тигәнде аңлатыусы нидәйҙер боронғо коми-пермяк атамаһылыр тиелгән.

Әнүәр Әсфәндийәров үҙенең Тарихи Башҡортостан ауылдарына бағышланған күп томлы хеҙмәтендә ғәйнә ҡәбиләһе башҡорт ауылдары Солтанайҙа, Үдиктә (Елпачиха), Ҡайында (Березниково) легендаларҙы бәйән итә:

Тол (Тулва) йылғаһы буйҙарына ағалы-энеле ике ир-егет, Ғәйнә менән Әйнә, килә. Ҡайһы бер варианттарында улар күктән төшә, икенселәрендә — ҡарлы илдәрҙән килә. Ағалы-энеле был икәү изге болан егеп килә. Болан кинәт туҡтай һәм аяҡтарын тапылдата. Егеттәр был урында уҫал эйә Тулава (тол — ут, ава — эйә) йәшерткән Утты табалар. Башҡа варианттарында — ер аҫтынан Ҡояшты табып иреккә сығаралар. Шулай итеп, ағалы-энеле Ут эйәһе ҡатынға ҡаршы торалар. Егеттәрҙең береһе һәләк була. Ғәйнә исемлеһе, Ут эйәһе ҡатынды еңеп, Утты ер аҫтынан тартып сығарып, болан тиреһенән тегелгән тоғона һалып, «Тол йылғаһының көньяҡ ярына сыға. Шунда йәйләй башлай, илгә һәм Ғәйнә ырыуына нигеҙ һала…» Тағы шуны билдәләр кәрәк, Толбуй (Тулва) этнонимы ошо башҡорт ҡәбиләһенең боронғо фин-уғыр ҡәбиләләре менән туранан-тура бәйләнгәнлеген күрһәтә. Күренеүенсә, ғәйнәләр үҙҙәре лә сығыштарын фин-уғыр компоненты менән бәйләйҙәр[2]

Географияһы

үҙгәртергә

Крайҙың көньяғында, Уй районында, рельефы айырым тау түбәләренән торған Тол ҡалҡыулығының көньяғында башлана, Воткинск һыуһаҡлағысының һул ҡушылдығы. Инеше Аспа ауылынан көньяҡ-көнбайышҡараҡ 10 километрҙа, Тол һәм Ағиҙел йылға бассейндары һыу айырғысында, эргәһендә Төй йылғаһы башлана.

Үрге ағымында көнбайышҡа табан аға, Солтанай ауылы янында, Ашап йылғаһын ҡабул иткәндән һуң, төньяҡҡа борола һәм тамағына тиклем шул йүнәлештә аға. Үрге ағымында йылға киңлеге 10-20 метр, аҫтараҡ ауыл Аҡлыш ауылынан аҫтараҡ 25-40 метрға тиклем киңәйә һәм иҫке үҙән һәм ҡабырға ҡолаҡтары барлыҡҡа килтерә башлай. Барҙы ауылынан түбәнерәк йылға киңлеге 50-70 метр тәшкил итә. Бында карст формалары осрай, һаҙланыу һирәк.

Йылға буйында күп һанлы ауылдар тора, уларҙың иң ҙуры — Барҙы ауылы, Барҙы районының район үҙәге. Йылға буйында урынлашҡан башҡа ҙур тораҡ пункттары — Константиновка, Сәрәш, Солтанай, Аҡлыш, Краснояр-I, Краснояр-II, Ишем, Крылово.

Уҫы ҡалаһы районында Воткинск һыуһаҡлағысына ҡоя. Һәм һыуһаҡлағыс терәге арҡаһында, Тол түбәнге ағымында оҙонлоғо 20 километрҙан артыҡ һәм киңлеге 5 км булған ҡултыҡ барлыҡҡа килә[3].

Тол йылғаһының һыуы рекреация маҡсатында һәм хужалыҡ-көнкүреш мохтажлығы өсөн файҙаланыла.

Ҡушылдыҡтары (тамағынан км)

үҙгәртергә
  • 1 км: Тәрән (Глубокая) йылғаһы (һул)
  • 11 км: Кесе Әмже йылғаһы (һул)
  • 20 км: Тунтор йылғаһы (уң)
  • 23 км: Оло Әмже йылғаһы (һул)
  • 28 км: Чириз йылғаһы (һул)
  • 34 км: Һөҙҙөйылға йылғаһы (һул)
  • 38 км: Ҡаҙмаҡты йылғаһы (һул)
  • 43 км: Барҙы йылғаһы (һул)
  • 57 км: Аҡлыш йылғаһы (һул)
  • 59 км: Төнгүк йылғаһы (һул)[4]
  • 61 км: Ашап йылғаһы (һул)
  • 62 км: Кесе Нүнү (уң)
  • 65 км: Оло Нүнү (уң)
  • 73 км: Һараш йылғаһы (һул)
  • 79 км: Йәрмиә йылғаһы (һул)
  • 90 км: Сайғат йылғаһы (һул)
  • 92 км: Искилде йылғаһы (уң)
  • 96 км: Сәпселде йылғаһы (һул)

Воткинск һыуһаҡлағысын төҙөгәнгә тиклем Тулвы также являлась река Сидяха йылғаһы ла Толдоң ҡушылдығы булған, Хәҙер ул һыуһаҡлағытың башына тиклем 7, 4 километр алыҫлыҡта Тол ҡултығына ҡушыла.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Тол Кама һыу бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Кама һыуһаҡлағысынан алып Воткинск һыуһаҡлағысына тиклем Кама йылғаһы, бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙелгә ҡушылғанға тиклем Кама ҡушылдыҡтары бассейны. Бәләкәй йылға бассейны — Кама[5].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010101012111100014639[5].

  • Ресурсы поверхностных вод СССР. Гидрологическая изученность. Т. 2: Средний Урал и Приуралье. Вып. 1: Кама / под ред. В. В. Николаенко. Л.: Гидрометеоиздат, 1966. 324 с.; С. 84; Пермская область. Коми-Пермяцкий автономный округ: общегеогр. регион. атлас: сост. по состоянию на 1985—1997 гг.: масштаб 1:200000 : планы городов: Перми (1:50000), Кудымкара (1:20000) / ЦЭВКФ; ред. Ю. Кузнецов, Д. Трушин. 1-е изд. М.: ВТУ ГШ, 2000. 128 с.; Матвеев А. К. Географические названия Урала: краткий топоним. слов. / А. К. Матвеев. 2-е изд., перераб. и доп. Свердловск, 1987. 208 с. Из содерж.: Тулва. С. 169; Пермский край: путеводитель и энцикл. справ. / под ред. О. Б. Андрияшкина. 3-е изд., доп. и испр. Пермь: Стиль-МГ, 2007. 1232 с. Из содерж.: Тулва. С. 1151
  • Коробков А. И., Михеев Ю. З., Суслов В. Е. По рекам Заволжья / Худож. В. Ю. Лукин. — М.: Физкультура и спорт, 1980. — С. 113—115. — 152 с. — (По родным просторам). — 40 000 экз.
  • История сёл и деревень Башкортостана: Книга 8: Башкирские деревни Пермской и Свердловской областей. Кн. 8. 571 с. Гайнинская волость — Уфа: Китап, 1999.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Энциклопедия Пермского Края — Тулва. Дата обращения: 9 апрель 2020. 2021 йыл 6 май архивланған.
  2. История сёл и деревень Башкортостана: Книга 8: Башкирские деревни Пермской и Свердловской областей. Кн. 8., 571 с. Гайнинская волость — Уфа: Китап, 1999
  3. Рыжавский Г. Я. «По Каме и её притокам». — М.: Физкультура и Спорт, 1986. Дата обращения: 9 апрель 2020. Архивировано 19 февраль 2019 года. 2019 йыл 19 февраль архивланған.
  4. [1](недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 «Тулва» — информация об объекте в Государственном водном реестре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә