Иҫке Ҡайпан (рус. Старокайпаново) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 357 кеше[1]. Почта индексы — 452839, ОКАТО коды — 80250820003.

Ауыл
Иҫке Ҡайпан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°22′22″ с. ш. 55°44′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 820 003

ОКТМО коды

80 650 420 111

ГКГН номеры

0665576

Иҫке Ҡайпан (Рәсәй)
Иҫке Ҡайпан
Иҫке Ҡайпан
Иҫке Ҡайпан (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Ҡайпан

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 357 180 177 50,4 49,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (95 %)[2].

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 16 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәмәтәй): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 18 км

Тарихы үҙгәртергә

10-сы башҡорт кантонының 18-се тирмәһе составында хәҙерге Тәтешле районындағы Бүлеғарт-Ҡайпан, Яңы Ҡайпан һәм Кәлтәү ауылдары була. Будум йылғаһы буйында урынлашҡан Кайпан ауылы Ҡайпан түбәһе башҡорттарының төп ауылы булған. Ауылдың исеме - антропонимдан. Әммә архивта уның тураһында мәғлүмәт юҡ. Тапан ауылына Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттары нигеҙ һалған, 1710 йылдан алып Ҡайпан исемле ауыл булараҡ билдәле. 1747 йылда керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра.[3] Ҡайпан тәүге тапҡыр 1703 йылғы сығанаҡтарҙа, ҡайпанлы Йәнсура Йәнгилдин Тәтешле ауылынан удмурт Йәнбәт Яныҡаевты уллыҡҡа алғанда, телгә алына (был яҙма Тәтешлелә удмурттарҙы урынлаштырыуға һәм башҡорт ерҙәрен үҙ ерҙәре итеп биләүгә нигеҙ була). Бер һүҙ менән әйткәндә, Ҡайпановтыңтарихы 17 быуат төпкөлөнән башлана, Яңы һәм Бүлеғарт-ҡайпан кеүек айырым яңы ауылдарға бүленеү ваҡыты билдәһеҙ.

1758 йылда Ҡайпан исемле ике ауыл бар: Иҫке һәм Яңы Ҡайпан. 1795 йылда өс ауылдың бөтәһе лә 5 ревизияла теркәлгән. Ул саҡта ауылдың төп ауыл Иҫке ҡҠайпан тип аталыуы билдәле. Иҫке Ҡайпанда 38 йортта 55 ир-ат һәм 50 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Бында Өфө провинция канцелярияһының 1747 йылдың 24 июнендәге указы нишгеҙендә типтәрҙәр ҙә килеп төпләнгән. Бөтәһе 1834 йылға 4 ир-егет һәм 2 ҡатын-ҡыҙ булған. Артабан был ауылдағы типтәрҙәр Яңы һәм Бүлеғарт Ҡайпан ауылына күсеү сәбәпле иҫәпкә алынмаған. 1834 йылда Иҫке Кәйпанда 30 йортта 10-сы кантон составында 113 башҡорт һәм 1-се кантонға буйһонған 164 башҡорт йәшәгән.[4]

1850 йылда 60 ихата, 346 кеше булған. 10 ревизия буйынса 8 йортта 430 кеше йәшәгән. Бөтәһе лә - аҫаба. 1870 йыл «мишәр» ауылы типкүрһәтә, ә унда бер мишәр ҙә юҡ. Бөтәһе 84 йортта 420 кеше иҫәпләнгән. 1920 йылда 765 башҡорт һәм уларҙың 154 йорто иҫәпкә алынған.

Ҡайпандарҙың хужалығы тураһында бер нисә һан. 1842 йылда башҡорттар (277 кеше) 960 бот ужым һәм 1176 бот яҙғы иген сәскән, был бер кешегә 7,7 бот тәшкил итә. Ревизия үткәреү йылында билдәләнгән ҡайпандар башлыса игенселек менән шөғөлләнә. Һәр йортҡа 3,8 йылҡы тура килгән, һыйырҙар - 4,6-шар, һарыҡ - 2,7-шәр, кәзәләр - 1,0-шәр.[4]

20 бюыуат башында уҡ мәсет иҫәпкә алынған.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

Пугачев хәрәкәте йылдарында атаман дәрәжәһендәге Әлетдин Биктуғанов 400 кешенән торған, ҡайһы ваҡыт 1000 кешегә лә еткән, баш күтәреүселәр отряды менән етәкселек иткән. Уның отряды башҡа бүгәсәүселәр менән бергә Танып йылғаһы бассейны һәм Бөрө янында хәрәкәт итә, унда язалаусылар менән һуғышта ҡатнаша. Һуңынан ул Ирәкте улусы старшинаһы Шәрип Кейеков тарафынан тотола һәм властарға тапшырыла.[4]

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә