Һыу сәтләүеге
Рогульник йөҙөп йөрөүсе, йәки һыу сәтләүеге (Чилим, латынса,лат. Trápa nátans) — бер йыллыҡ үҫемлек Евразияның көньяҡ райондарында һәм Африкала таралған. Дербенниклылар ғаиләһенә (Lythraceae) ҡарай.).
Һыу сәтләүеге | ||||||
Һыу сәтләүеге. Китай | ||||||
Фәнни классификация | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
СООБЩЕНИЕ ОБ ОШИБКЕ
Нет таксономического шаблона {{Trapa }}, который должен описывать положение таксона Trapa в биологической классификации. | ||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||||
Һаҡлау статусы | ||||||
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 164153 | ||||||
|
Күлдәрҙә ҡултыҡтарҙа һәм иҫке үҙәндәрҙә, әкрен ғышлы йылғаларҙа үҫә. Оҙонлоғо 5 метрға тиклем етә. Емеше ромб формаһында булып, һәр мөйөшө мөгөҙ һымаҡ ослайып бөтә. Ошоға ҡарап та үҫемлектәрҙең был төркөмөн мөгөҙ емешлеләр семьяһына индерәләр. Емеш эсендә ҙур крахмаллы орлоҡ ята. Ҡытайҙа был үҫемлекте, кәм тигәндә өс мең йыл инде, үҙҙәре үҫтерәләр.
Ботаник тасуирлама
үҙгәртергәЧилимдың һабағы һыу аҫтында була., Яҙғыһын емештән үҫеп сыға һәм һыу өҫтөнә ҡалҡҡансы үҫә. Оҙонлоғо 3,6—5 м-ға етә. Тамырҙары йәшкелт, тарбаҡлы, һыу аҫты япраҡтарына оҡшап тора.
Үҫемлектең япрағы ике төрлө: беренсе төрө — һыу аҫтында (ҡаршылаш урынлашҡандар), оҙонсайҙар. Тамырҙан өҫтә,һабаҡ буйлап урынлашҡандар. Икенсе төрө һыуҙың өҫкө ҡатламдарында йөҙә. Йөҙөп йөрөүсе япраҡтары һабаҡ осонда розетка барлыҡҡа килтерәләр. Япраҡ йәймәләре ромб формаһында йәки оҙонсайҙар. Беше тиресәле, ситтәре тигеҙһеҙ тешле, неравнозубчатый буйынса крайы, 2-3 см оҙонлоҡта.
Емеш өлгөрөү ваҡытына һаптары күбеп ҡабара. Уларға һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөү өсөн өҫтәмә йөҙөүсәнлек бирә.
Сәскәләре аҡ, япраҡ ҡуйындарында урынлашҡан. Бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә . Дүрт Сәскәһендә дүртешәр каса менән таж япраҡсалары һәм һеркәстәр. Емшәне берәү. Урта Рәсәйҙә май — июнь айҙарында сәскә ата..
Емеше — ҡара-көрән сәтләүек. Диаметры — 2-2,5 см ике. Дүрт осло мөгөҙө бар. Рәсәйҙең урта киңлегендә емештәре август — сентябрҙа өлгөрә. Емештәре 12 йылға тиклем тереклеген һаҡлай ала. Әммә күпселеге 1-2 йылда шытып сыға. Үҫемлек орлоҡтан ғына үрсей. Һыу ағымы менән тарала.
Йәшәгән мөхите һәм таралышы
үҙгәртергәҺыу сәтләүегенең ареалы киң генә. Африканың бөтөн өлөштәрен дә тиерлек алып тора.
Азияның күп райондарында (Төркиә, Әзербайжан, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Вьетнам , Япония, Һиндостан һәм Пакистан), Европала (үҙәк, көньяҡ һәм көнсығыш) таралған .
Рәсәйҙең европа өлөшөндә, Көнбайыш Себерҙең көньяғында, Алыҫ Көнсығышта осрай.
Алтай крайының бер нисә күлдендә үҫә (мәҫәлән, Колыван күлендә).
Таралыу майҙаны йыллыҡ температура тирбәлешенә бәйле үҙгәреп тора. Һәр ерҙә лә сағыштырмаса һирәк. Емешен күпләп йыйыу тулыһынса юғалыуына килтереүе ихтимал. Рәсәйҙең күп төбәктәрендә юҡҡа сыҡҡан да.
Әкрен ағышлы йәки тын, ләмле һыу ятҡылыҡтарын төйәк итә. Һыу составына, емператураға яҡтылыҡҡа бик һиҙгер. Тәбиғи шарттарҙа ғына үҫә.
Башҡортостанда бер генә урында — Нуриман районындағы Упҡанкүлдә һәм уның эргәһендәге ҙур булмаған Яҡтыкүлдә генә үҫә. Әйтергә кәрәк, Яҡтыкүлдәге сәтләүектәр тураһында тик һуңғы йылдарҙа ғына билдәле булды. Күрәһең, был күлгә яңыраҡ күскән.
Һыу сәтләүеге (водяной орех, чилим) бөтә күлдәрҙә лә үрсеп бармай. Быға тиклем уны башҡа урындарға күсереп үҫтереү буйынса алып барылған эштәр уңышһыҙ тамамланды. Тимәк, һыу сәтләүеге тик үҙенә кәрәкле булған айырым шарттарҙа ғына үҫеп китә ала.
Башҡортостанда һыу сәтләүегенең ике төрө билдәле: Алатыр сәтләүеге һәм Урал сәтләүеге. Был төрҙәрҙең икеһе лә өҫтә әйтелгән күлдәрҙә бар. Был үҫемлектең япраҡтары ҡайын япраҡтарына оҡшаңҡыраған. Улар һабаҡта бер тирәлә розетка яһап урынлашалар. Япраҡ һаптарындағы һауа ҡыуыҡтары үҫемлеккә һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөргә мөмкинлек бирә.
Өлгөргән емештәр һыу төбөнә төшә тора һәм икенсе йыл шул емештәрҙән яңы һыу үҫемлеге үҫеп сыға. Һыу сәтләүеге Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабы"на ингән. Уны һаҡлау өсөн Нуриман районындағы «Упҡанкүл» махсус заказник тип иғлан ителгән.
Хужалыҡтағы әһәмиәте һәм ҡулланылышы
үҙгәртергәЧилим емеше аҙыҡ итеп ҡулланырға мөмкин. Ҡаты тышлыҡ эсендә аҡ төҫтә йоморо орлоҡ ята. Улар тәмле һәм туҡлыҡлы. Составында 20 % аҡһым, 52 % крахмал, 0,7 % май бар. Уны сейләй ашайҙар, тоҙло һыуҙа, йәки көлгә күмеп бешерәләр. Ватып, ваҡлап он һәм ярма[1] эшләйҙәр.
Xx быуатта үҫемлек ҡулланылыштан сыға. Әммә Волга буйҙарында бала-сағаларҙың ашағандарын күрергә мөмкин әле.[2].
Күпселек өлкәләрҙә ныҡ һирәгәйгән. Мул үҫкән ерҙәре һирәк осрай.
Чилим (бигерәк тә сусҡа) емештәрен ҡырағай һәм йорт хайуандары ихлас яратып ашайҙар .
Бангладешта ауыл халҡы урындағы бәләкәй йылғаларҙа чилим үрсетеү менән шөғәлләнәләр.
Алтай крайынанда һәм Алтай Республикаһында чилим емешенән сувенирҙар: сылтыраҡ (брелок) һәм кулон эшләйҙәр.
Һаҡлау статусы
үҙгәртергәЧилим РСФСР -ҙың ҡыҙыл китабына индерелгән булған. Әммә аҙаҡ Рәсәй Ҡыҙыл китабынан алып ташлағандар (2008). Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең айырым төбәктәрендә (мәҫәлән, Башҡортостанда) урындағы кимәлдә , шулай уҡ, күп кенә илдәрҙә(Белоруссия[3], Литва, Латвия, Польша, Украина) һаҡлана. Бернский конвенцияһы (Өҫтәмә I) исемлегенә индерелгән.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Дикие съедобные растения / Под ред. акад. В. А. Келлера; АН СССР; Моск. ботан. сад и Ин-т истории матер. культуры им. Н. Я. Марра. — М.: б. и., 1941. — С. 9. — 40 с.
- ↑ Меркулова В. А. Очерки по русской народной номенклатуре растений: Травы, грибы, ягоды. — М.: Наука, 1967. — С. 18.
- ↑ Электронная версия Красной книги Республики Беларусь 2017 йыл 2 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рогульники // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 942. Trapa natans L. s.l. — Рогульник плавающий, или Рогульник, или Чилим // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 597. — ISBN 9-87317-128-9.
- Алабышев В. В. О нахождении плодов Trapa natans в болотах Ленинградской губ. // Природа. — 1924. — В. 7—12. — Т. 13. — С. 118—121.
- Хитрово В. Н. К истории и биологии Trapa natans L.. — К., 1905.
- [ Водяной орех] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Melbourne Multilingual University of the information taxonomic from (инг.)(инг.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2009)(Тикшерелгән 26 июль 2009)
- Чилим NRCS USDA сайты (инг.)(инг.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2009)(Тикшерелгән 26 июль 2009)