Үҙәк һәм Көнсығыш Европа
Үҙәк һәм Көнсығыш Европа, ЦВЕ, ингл. Central and Eastern Europe, CEE — Үҙәк һәм Көнсығыш Европаның Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә (БДБ) инмәгән элекке социалистик дәүләттәренең исеме.
Үҙәк һәм Көнсығыш Европа | |
Нигеҙләү датаһы | 2010 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ВЦЕ, EŚW, SVE һәм CEE |
Дәүләт |
Польша Словения Чехия Словакия Венгрия Румыния Болгария Молдова Балтик буйы |
Нәшер итеүсе | Институт политических исследований Польской академии наук[d][1] |
Рәсми сайт | europasrodkowowschodnia.pl[1] |
Мәктәптә уҡымаған балалар һаны | 3 449 476[2] |
Әҙәбиәттә Көнсығыш Үҙәк Европа (ВЦЕ) атамаһы ла осрай.
Үҙәк һәм Көнсығыш Европа составы
үҙгәртергәЭлек, «тимер шаршау» өҙөлгәнгә тиклем, иҡтисади (СЭВ), сәйәси (ОВД) интеграция сиктәрендә тығыҙ бәйләнгән дәүләттәр төркөмөн характерлау өсөн ҡулланылған термин[3][4].
Үҙәк һәм Көнсығыш Европа дәүләттәренә һәм илдәренә Германиянан (Берләшкән Германия) көнсығыштараҡ һәм Балтик диңгеҙенән көньяҡтараҡ Греция сигенә тиклем урынлашҡан дәүләттәрҙе индерәләр:
- Эстония (ЭССР)
- Латвия (ЛатССР)
- Литва (ЛитССР)
- Польша (ПНР)
- ГДР
- Көнбайыш Берлин
- Чехия (ЧССР)
- Словакия (ЧССР)
- Венгрия (ВНР)
- Румыния (СРР)
- Словения (СФРЮ)
- Хорватия (СФРЮ)
- Босния һәм Герцеговина (СФРЮ)
- Сербия (СФРЮ)
- Черногория (СФРЮ)
- Косово Республикаһы (СФРЮ)
- Албания (НСРА)
- Төньяҡ Македония (СФРЮ)
- Болгария (НРБ)
Хәҙерге тикшеренеүселәр элекке ССР Союзының союздаш республикаларын: Латвияны (элек — Латвия ССР-ы), Литваны (элекке Литва ССР-ы) һәм Эстонияны (элекке Эстон ССР-ы), Европа берлегенә ингәнлектәренә күрә, ЦВЕ дәүләттәре һәм илдәре иҫәбенә индерәләр.
Советтар Союзына ингән һәм Көнсығыш Европа территорияһында урынлашҡан башҡа элекке социалистик илдәр: Белоруссия (элек — Белорус ССР-ы), Украина (элек — Украина ССР-ы), Молдавия (элек Молдавия ССР-ы), Рәсәй (элек РСФСР), күпселек осраҡта[4] Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренә инмәйҙәр[5]. Унда шулай уҡ, ҡағиҙә булараҡ, Көнсығыш Европа һәм Көнбайыш Азия киҫешкән ерҙә урынлашҡан Кавказ аръяғы илдәрен дә индермәйҙәр: Әзербайжан (элек Әзербайжан ССР-ы), Әрмәнстан (элек Әрмән ССР-ы), Грузия (элек — Грузин ССР-ы). Был дәүләттәр, Украинанан (ул БДБ-ла ағзалығын ратификацияламай һәм 2018 йылға тиклем уның эшендә күҙәтеүсе сифатында ғына ҡатнаша), Грузиянан, шулай уҡ танылмаған, Молдованың рәсми территорияһының бер өлөшөн контролдә тотоусы Днестр буйы Молдова Республикаһынан башҡа, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә инәләр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Неославизм
- Вишеградская группа
- Еврославизм
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 (unspecified title) — ISSN 1231-7160
- ↑ Институт статистики ЮНЕСКО
- ↑ Орлик И. И. Центрально-Восточная Европа: от СЭВ до Евросоюза // Новая и новейшая история. — 2009. — № 2.
- ↑ 4,0 4,1 ЦЕНТРАЛЬНО-ВОСТОЧНАЯ ЕВРОПА ВО ВТОРОЙ ПОЛОВИНЕ ХХ ВЕКА. Монографическое исследование в трех томах / Редакционная коллегия трехтомника: академик А.Д.НЕКИПЕЛОВ (главный редактор), д.э.н. С.П.ГЛИНКИНА, д.э.н. Р.С.ГРИНБЕРГ, д.э.н. Р.Н.ЕВСТИГНЕЕВ, д.и.н. И.И.ОРЛИК, к.э.н. Э.Я.ШЕЙНИН, д.и.н. Б.А.ШМЕЛЕВ. — Издание осуществлено Институтом экономики РАН при финансовой поддержке Российского гуманитарного научного фонда (РГНФ) проект N 00-02-16005. — М.: Наука, 2000—2002. — Т. 1—3.
- ↑ Кудров В.М. Центральная и Восточная Европа: десять лет перемен // ОБЩЕСТВЕННЫЕ НАУКИ И СОВРЕМЕННОСТЬ. — 2001. — № 1.