Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы

Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы (5 февраль 1888 йыл — 28 декабрь 1970 йыл) — ислам дине әһеле. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.

Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 5 февраль 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Буранбай ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 декабрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Буранбай ауылы, Таулыҡай ауыл Советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө церковнослужитель
Уҡыу йорто Рәсүлиә

БиографияһыҮҙгәртергә

Мөхлис Суфиян улы Үтәбаев 1888 йылдың 5 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Иҫке Кинйәбулат[1] ауылында тыуған. Атаһы Суфиян ауыл муллаһы була, хажи.

Таулыҡай мәҙрәсәһендә белем ала. Һуңынан «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен (Троицк) тамамлай. Төрки, ғәрәп, фарсы телдәрен белә.

1914 йылға тиклем Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Йәрмөхәмәт ауылы мәҙрәсәһендә уҡыта[2].

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, инженер-сапер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, понтондар буйынса белгес була[3].

Революциянан һуң Башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла, Башкурдистан милли-территориаль автономияһын яҡлай. Хәрәкәт лидеры Ә. Ә. Вәлиди менән таныш була.

19191920 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Бөрйән-Түңгәүер кантоны секретары, рәйесе булып эшләй.

1920 йылда Йылайыр кантоны мәктәптәрендә уҡыта.

1931 йылдың 31 ғинуарында ғаиләһе менән Иркутск өлкәһенә махсус ауылға һөргөнгә оҙатыла, 1994 йылда аҡлана. Черемхово ҡалаһында биш балаһы һәм ҡатыны — Ғөбәйҙә Камал ҡыҙы вафат була.

1937 йылдың 10 декабрендә ҡулға алынып, 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. Свердловск өлкәһендә төрмәлә ултыра, 1941 йылда азат ителә, 1991 йылдың 18 октябрендә аҡлана.

1947 йылдан Баймаҡ районының Буранбай ауылында В. И. Ленин исемендәге колхозда эшләй, бер үк ваҡытта мулла була. Бағымсылыҡ менән шөғөлләнә, күрәҙәлек итә.

ХәтерҮҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Буранбай ауылында — үҙенең тыуған ауылында — мәсет уның исеме менән атала.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Буранбай ауылы
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2021)
  3. Анатолий Черкалихин, Рашида Краснова Мне не выпало лишней удачи // Уфа : журнал. — 2005. — № 10 (47).

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Живая память /авт.-сост. М. М. Утябаева. — Уфа, 2009.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә