Таулыҡай ауыл Советы (Баймаҡ районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районындағы ауыл биләмәһе

Таулыҡай ауыл Советы —  Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы муниципаль берәмек.

Таулыҡай ауыл Советы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Үрге Таулыҡай ауылы[1]
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Халыҡ һаны 1792 кеше (1 ғинуар 2018)[2]

ТарихыҮҙгәртергә

Ойоштороу ваҡыты: 1963 йыл[3]. Тәүге рәйестәре уларҙың урынбаҫарҙары - Изгин Аллабирҙе, Әғзәм мусин, һуңыраҡ - Исмәғилев Зиннур һәм Яҡупов Хәйбулла, сыңғыҙ ауылында - Этҡолов Мостафа.

1930 йылдан алып хәҙерге Советтың тораҡ пункттары 1-се Этҡол ауыл Советы составына ингән.

1963 йылдың 13 апрелендә буранбай, Түбәнге Таулыҡай, Сыңғыҙ ауылдары составында Таулыҡай ауыл Советы ойошторола.

Совет территорияһында Ленин колхозы һәм уның ҡарамағында булған учреждениелар урынлаша[4].

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законы»на ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[5].

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәрҮҙгәртергә

  • Алтынбаева Миңнур Рамаҙан ҡыҙы (1972)
  • Заманова Зәйтүнә Басир ҡыҙы (1982)
  • Дарминова Хөмәйрә Вәли ҡыҙы (1976)
  • Зәйнуллина Әсмә Мәһәҙи ҡыҙы (1974)
  • Ибраһимова Ғәйниямал Һөйөндөк ҡыҙы (1971)
  • Имамбаева Шәрифә Шәһивәли ҡыҙы (1971)
  • Исмәғилова Зәйтүнә мырҙағәли ҡыҙы (1976)
  • Моталлапова Хәтифә Дҡусмөхәмәт ҡыҙы (1979)
  • Сәлихова Мәрзиә Хәбибрахман ҡыҙы (1974)
  • Туйсина Миңзифа Муллағәли ҡыҙы (1974)
  • Туйсина Фәүзиә Муллағәле ҡыҙы (1978)
  • Тулыбаева Гөлнәзирә Саях ҡыҙы (1970)
  • Хәмитова Мәғлүмә Әхмәт ҡыҙы (1972)[4].

ХалҡыҮҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[7]2012[8]2013[9]2014[10]2015[11]
1960207118381838185918371826

Ауыл биләмәһе составыҮҙгәртергә

Тораҡ пунктыТораҡ пункты тибыХалҡы
1 Үрге Таулыҡай ауыл, административ үҙәк 616[7]
2 Сыңғыҙ ауыл 573[7]
3 Буранбай ауыл 417[7]
4 Түбәнге Таулыҡай ауыл 232[7]

Ауыл Советы етәкселәреҮҙгәртергә

  • Хәмитов Хәбибрахман, Әхмәтов Хажый, Фәхретдинов Әхмәҙи, Яхин Аҡрам, Хәсәнова Рәйсә, Сирбаев Фирғәт, Алтынбаев Рамаҙан, Яҡупов Нурулла, Ҡотдосов Мостафа, Яҡупов Ғәрифулла, Сәлихов Рауил, Мөхәмәтйәров Йәүҙәт[4].

Ауыл Советы хакимиәтенең адресы: 453678, Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ районы, Үрге Таулыҡай ауылы, З. Вәлиди урамы, 17-се йорт Башлығы: Сәғәҙәтова Мәхмүзә Сөнәғәт ҡыҙы[12].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  3. baimak.ru/advice/villages/seloposelenie/tavlikay/index.php
  4. 4,0 4,1 4,2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  5. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  6. 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  10. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  12. https://baimak.bashkortostan.ru/about/districts/310363/Сельское поселение Тавлыкаевский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан

СығанаҡтарҮҙгәртергә

• Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.