Үсүл әд-дин
Усуль әд-дин (рус. Усуль ад-дин, ғәр. أصول الدين — дин тамырҙары) — ислам илаһиәтенең (теология) биш төп ҡағиҙәһе берлеге. Сөнни һәм шиғый тәғлимәттәргә IX быуаттың тәүге яртыһындағы мөғтәзилиҙәр тәғлимәте көслө йоғонто яһай. Хәҙерге ислам юғары уҡыу йорттарында (мәҫәлән, әл-Әзһәрҙә) махсус факультеттар (көллиәт усуль әд-дин) бар, уларҙа Ислам теологияһы (илаһиәте) һәм апологетика (ислам динен яҡлау) өйрәнелә[1].
Үсүл әд-дин | |
ғәр. أُصُول الدِّين | |
Һаны | 5 |
---|
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Биш тәғлимәт
үҙгәртергәИсламға беренсе булып биш «тамыр» тәғлимәте системаһын индереүселәр мөтәзилиҙәр була. Төғлимәттәре системаһына улар ошоларҙы индерә: ғәҙеллек (әл-ғәҙел), бер Аллалыҡ (әт-тәухид), вәғәҙә һәм янау (әл-вәғәд үәл вәғыд), аралыҡтағы торош (әл-мәнзилә бәйн әл-мәнзиләтәйн), бойороҡ һәм хуплау. Сөнни һәм шиғый ғөләмәләр биш төп тәғлимәтте төҙөй, был ислам дине тәғлимәтендә булған һирәк осраҡ:[1][2] أ# Бер Аллаһ тураһында тәғлимәт (тәүхид);
- илаһи ғәҙеллеккә инаныс, Аллаһы тәғәләнең ғәҙел хөкөм итеүсе булыуына ышаныу (ғәҙеллек);
- Мөхәммәт Пәйғәмбәр рисаләтен һәм уға тиклемге пәйғәмбәрҙәрҙе таныу;
- ҡиәмәт көнөнә (ҡиәмәт) һәм ахирәткә ышаныу;
- Имамат /хәлифәлек тураһында тәғлимәт.
Сөнниҙәр һәм шиғыйҙар юғары власть (имамат) тураһында уртаҡ фекергә килмәй — был уларҙың төп ҡапма-ҡаршылығы[1][2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ислам: ЭС, 1991, с. 246
- ↑ 2,0 2,1 Гогиберидзе, 2009, с. 224
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- Прозоров С. М. Усуль ад-дин // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 246.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |