Ғәҙеллек
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғәҙел, ғәҙеллек (ғәр. عدل — ғәҙеллек, намыҫлылыҡ; рус. ‘Адль) — киң мәғәнәлә шәхесте әхлаҡи баһалау категорияһын аңлатҡан ислам термины, ул ғәҙеллекте һәм дөрөҫлөктө күҙ уңында тота. Ислам дине белгесе һәм философ Әбү Хәмит Әл-Ғазали (1058—1111) был терминды ихсан («ихлас», «выждан») төшөнсәһе менән бергә ҡулланған.
Илаһи ғәҙеллек
үҙгәртергәҒәҙеллек доктринаһы Илаһи ғәҙеллек булараҡ (ғәр. Ғәҙел әл-Илаһи) шиғыйҙар догматикаһында һәм мүғтәзилиҙәрҙең кәләмендә төп урындарҙың береһен биләй[1].
Аллаһтың абсолют ғәҙеллеге тураһындағы раҫламаларҙың һуңғылары кеше ихтыяры азатлығы тураһындағы тезис сығарған. Аллаһ ғәҙеллеге — кеше аңлай алмаҫлыҡ юғары ғәҙеллек. Шуға күрә ул ғәҙеллек һорап түгел, ә Аллаһы Тәғәләнән мәрхәмәт һорап мөрәжәғәт итә ала[2].
Әл-Ғәҙел
үҙгәртергәӘл-Ғәҙел исеме Аллаһ тәғәләнең эпитеттарының береһе[1]. Был — Ғәҙеллек — Аллаһтың яҡшылыҡты һәм яуызлыҡты бәрәбәр хөкөм итеүсе сифаты[2].
Ислам тәғлимәтселәре әл-Әдл исемен түбәндәге билдәләмә бирә:
- Ул — Кемдең тәртибе, ҡарарҙары, эштәре ғәҙел;
- Ул — Үҙе залимлыҡ күрһәтмәүсе һәм башҡаларға быны тыйыусы;
- Ул — Үҙенең эштәрендә һәм ҡарарҙарында ғәҙелһеҙлектән азат Зат;
- Ул — һәр кемгә үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен бирә;
- Ул — иң юғары ғәҙеллек сығанағы;
- Ул — Үҙенең дошмандары менән ғәҙел ғәмәл ҡылыусы, ә Үҙенең тәҡүә ҡолдарына мәрхәмәтле һәм рәхимле.
Ғәҙел кеше
үҙгәртергәӘҙәм балаһына ҡарата ғәҙеллек, дөйөм алғанда, дөрөҫлөккә ярашлылыҡты һәм яуызлыҡ ҡылыу ниәтен күрә белеү һәм бөтөрөү һәләтен аңлата. Дәүләт йәки һайлап ҡуйылған вазифа биләүгә дәғүә итеүсе кеше ғәҙеллеккә эйә булырға тейеш. Намыҫһыҙлыҡта һәм тыйылған ғәмәлдәр (харам) ҡылыуҙа күренмәгән мосолманға ниндәйҙер мөһим йәмәғәт бурыстарын (опека, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу, шаһитлыҡ [1]һ.б.) үтәргә рөхсәт ителә[2].
Тәртип боҙоуҙа (фасиҡлыҡ, яҙыҡ) һәм шәриғәт тарафынан тыйылған ҡылыҡтарҙа (харам) һиҙелмәгән мосолман ғәҙел тип ҡарала. Ғәҙел тип һаналмаған кеше тәүбәгә килергә, гонаһ юйҙыртыу ғәмәлдәре (кәффара) башҡарырға һәм бынан һуң лайыҡлы тормош алып барырға тейеш[2].
Башҡорт телендә
үҙгәртергәБашҡорт телендә ғәҙел һүҙе, уны исем итеп ҡараған ғәрәп теленән айырмалы, сифатты аңлата. Шуға күрә ғәр. عدل ғәмәлдә "ғәҙеллек" тигән төшөнсәгә тап килә[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Али-заде, 2007
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 861 бит; 253-сө бит