Ҡәҙер кисәһе
Ҡәҙер кисәһе (ғәр. لَيْلَةُ الْقَدْر — ләйләтү-әл-ҡәҙер; Ҡөҙрәт төнө) — Әл-Ҡадр — Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар билдәләгән төн. Ошо төндә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә Рәсүл, йәғни Пәйғәмбәрлек вазифаһы иңә, ул «Уҡы!» тип башланған тәүге сүрә — Әл-Ғәләҡ сүрәһен ала.
Ләйләтү-әл-ҡәҙер ғәр. لَيْلَةِ الْقَدْرِ | |
---|---|
Төрө | Ислам |
башҡаса | Ҡәҙер кисе |
шулай уҡ | Ҡәҙер төнө |
Раҫланған | Мөхәммәт Пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) |
Башланған ваҡыты | Мосолмандар менән |
үткәрелеү ваҡыты | 27-се Рамаҙан |
Байрам итеү | Мәсет |
Йолалар | Мәсеттә намаҙ ҡылыу |
Арналған | Рамаҙан айы |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Тарихы
үҙгәртергәМиләди 610 йылда тап ошо төндә Джәбәл ән-Нур тауындағы Һира мәмерйәһендә Ҡөрьәндең тәүге өҙөктәре иңдерелә башлаған.
Ошо төндә Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм янына Ябраил фәрештә килә һәм яҙмалы төргәк күрһәтеп: «Уҡы!» — ти. (Әл-Ғәләҡ сүрәһе, Ҡөрьән)
Әл-Ҡадр сүрәһе ошо төн хаҡында бәйән итә:
- Транскрипцияһы
Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
- Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр
- Үә мәә әдраакә мәә ләйләтүл-ҡадр.
- Ләйләтүл-ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр.
- Тәнәззәлүл-мәләә'икәтүү үә-рруухү фииһәә би'иҙни раббиһим миң күлли әмр.
- Сәләәмүн һийә хәттәә матләғил-фәджр.
Мәғәнәһе:
Әһәмиәте
үҙгәртергәҠәҙер кисе — йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисендә эшләнгән игелек мең ай эсендә эшләнгәненән дә яҡшыраҡ тип һанала Ислам динендә. Был кисәлә доға ҡылыусыларҙың теләктәре ҡабул ителә, гонаһтар ғәфү ителә.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең, Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләгеҙ һәм көтөгөҙ, тиеүе билдәле.
Ҡәҙер кисәһе билдәләре
үҙгәртергәМәғлүм итеүҙәренсә, был төндә бик тыныс була, йондоҙҙар атылмай, болот һәм яуым-төшөм булмай, һауа температураһы эҫе лә, һыуыҡ та түгел. Ай яҡтыртып тора. Был таңға тиклем шулай дауам итә.Был төн үҙенә башҡа нурлы, ә ҡояш тулы ай кеүек, күҙҙе сағылтмай ғына сыға.
Башҡорт халҡында был мәл «Күк ҡапусы асылыу» тип атала. Ул төндөң бер мәлендә ҡапыл көн кеүек яҡтырып китеп, шул арала теләк теләп өлгөрөргә кәрәк тигән инаныс та бар.
Ҡәҙер кисәһендә ғибәҙәттәр
үҙгәртергәҠайһы төн Ҡәҙер кисәһе икәне аныҡ әйтелмәгән булғанға күрә, һуңғы ун көнлөктә сәннәт намаҙҙар уҡыу, игелектәр ҡылыу, гонаһтар өсөн тәүбә итеү хупланыла.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр был төндә ошо доғаны әйтә торған булған: "Аллаһумә инәкә ғәфүү, түхәббәл ғәфү фәғәфә ғәннә ", йәғни: «Аллаһым! Хаҡ ки, һин ғәфү һорағандарҙы ғәфү итеүсе, кисереүсе, беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа».
Тотош төн ғибәҙәттә тороп булмаһа, һис юғы төндөң һуңғы өстән берен доғала үткәреү хупланыла. Был төндә ҡалдырылған намаҙҙарҙы ҡаза ҡылыу, тәүбә итеү, кешеләрҙе кисереү хәйерле ғәмәл һанала.
Ҡәҙер төнө мосолмандар өсөн Аллаһы тәғәләнең айырым бер рәхим-рәхмәте, шәфәғәте, шуның өсөн уны иғтибарһыҙ үткәреп ебәрмәү мөһим, сөнки был төндә доғалар ҡабул ителә.[1]
Урыҫ әҙәбиәтендә
үҙгәртергәУрыҫ әҙәбиәтендә Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Федор Тютчев, Федор Достоевский, Лев Толстой Ислам темаһына мөрәжәғәт иткән классиктар. Пушкин аһәңле «Подражания Корану» теҙмәһен ижад иткән;Ислам илдәрен яратып Лев Гумилев һүрәтләгән.
Мәгәр Бунин Иван Алексеевич тиклем Исламға дан йырлаусы булмағандыр.
Ҡөрьәндең урыҫ теленә тәржемәһен ул даими үҙе менән йөрөткән, уҡыған. Шиғырҙар яҙған. Бына шуларҙың береһе:
|
|
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Иван Бунин «Ночь Аль-Кадра»[2]
- «Избавление от ошибок в знании времени дня и направления молитвы» — 1683 йылдағы ғәрәп телендәге ҡулъяҙма, унда Ҡәҙер кисәһе тураһында яҙылған.
- Акулова Гульфия. Мусульмане Башкирии ждут священную Ночь Ляйлятуль Кадр . «Башинформ» (11 июль 2015). Дата обращения: 14 июль 2015. (рус.)
- Исмәғилева Альбина. Ҡәҙер кисе . «Йәшлек» (12 сентябрь 2009). Дата обращения: 14 июль 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- Шәйәхмәтов Әхмәт. Ҡәҙер кисе . «Рисәләт» (3 август 2013). Дата обращения: 14 июль 2015.(недоступная ссылка)