Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ улусы
(Бошман-Һыуын-Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы битенән йүнәлтелде)
Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ (Бошмаш-Һыуын-Ҡара-Ҡыпсаҡ) улусы — Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең төньяғында урынлашҡан административ-территориаль берәмек.
Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ улусы | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Административ үҙәк | Теләүембәт |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өйәҙе |
Ырымбур өйәҙе составында 1865 йылдың 5 майынан 1917 йылдың 1 сентябренә тиклем була. Хәрби Министрҙың 1868 йылғы приказы менән улыҫта 8 ауыл йәмғиәте барлыҡҡа килтерелә[1].
Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ улусы 1917 йылдан 1920 йылға тиклем Башҡортостан мөхтәриәтенең (191 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Ҡыпсаҡ кантоны составында[2][3][4], шунан Ҡыпсаҡ кантоны Ете ырыу кантоны менән берләштерелә[5] һәм Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы составындағы Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны тип атала башлай. Хәҙер — яҡынса Ырымбур өлкәһенең Ташлы районына ҡарай
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Общие сведения о губернии 2011 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ Постановления 3-го Областного съезда (Курултая) Башкурдистана 8—20 декабря 1917 г., Оренбург
- ↑ Общие сведения о губернии 2011 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ Постановления 3-го Областного съезда (Курултая) Башкурдистана 8—20 декабря 1917 г., Оренбург
- ↑ Национально-государственное устройство Башкортостана, 1917—1925 гг.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Состав волости (недоступная ссылка)
- Статистика (ЖМНП, 1908)
- Образование СССР