Ҡуңыр буға юлы

Уралтау һырттары буйлап көнсығыш менән көнбайышты, төньяҡ менән көньяҡты тоташтырған бик боронғо юл.

Ҡуңыр буға юлы (Ҡәнифә юлы менән бәйле) — Уралтау һырттары буйынса көнсығыш менән көнбайышты, төньяҡ менән көньяҡты тоташтырған бик боронғо юл[1].

Ҡуңыр буға юлы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы

Юлдар һәр мәҙәниәтте һәм этносты формалаштырыусы нигеҙ булып тора. «Варягтарҙан гректарға» юлы, «Бөйөк ебәк юлы» булған[2].

Көньяҡ Урал һәм Урал буйы юлдары хазар, ғәббәсиҙәр һәм монгол-төрки осорҙарында уҡ Урта Азияны хәҙерге Рәсәй территориялары менән бәйләгән[3]. Скифтар, һундар, аварҙар, уғыҙҙар, бәшнәктәр, ҡыпсаҡтар шул тапалған юлдан хәрәкәт иткән.

Башҡортостан ерҙәре Рус дәүләтенә ингәндән һуң, Һаҡмар тамағынан Муғалжар тауҙары аша Бохараға илткән юл тураһында ла, урыҫтар башҡорттарҙан белгәндәр.

Географияһы

үҙгәртергә

Урал тауҙары, артыҡ бейек булмаһалар ҙа, уларға күтәрелгәндә айырым ҡыйынлыҡтар тыуа. Шуның өсөн Урал һырттары аша үткән юлдар урындағы рельеф үҙенсәлектәренә яраҡлаштырып һалынған.

Шулай уҡ ҡайһы бер башҡорт ҡәбилә һәм ырыуҙарының урынлашыуын да рельеф үҙенсәлеге менән аңлатып була.

Башҡортостан Республикаһының Учалы районында табындар күп йәшәй. Биләмәләре хәҙерге Силәбе өлкәһендә ҡалған Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышына, Ҡазан юлына (Тәтешле районы һәм күрше ерҙәр) барып урынлашҡан табындарҙың да электән билдәле юлдар аша шул араны үтә алғаны асыҡлана.

Шулай уҡ табын башҡорттары Урал тауының икенсе яғында — Ғафури районында ла йәшәй. Учалы районында Урал тауының көнбайыш яғына сыға торған юлдарҙа «Ҡапҡа» тигән топоним осрай. Ғафури районында йәшәгән табындар ҡасандыр шул «Ҡапҡа» аша Урал тауының көнсығышынан ҡаршы яҡҡа күскән, тип фаразларға була.

Урал аръяғында йәшәүсе ҙур башҡорт ырыуы бөрйәндәрҙең вәкилдәре шулай уҡ Рәсәйҙең Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә лә ғүмер итә. Тимәк, улар үҙҙәренә генә билдәле уңайлы юлдан Урал аръяғынан Иҙел буйындағы яңы төйәктәренә күсенә алған. Был юлдың бер өлөшө әлеге ваҡытта ла дөйөм дәүләт трассаһы булараҡ хеҙмәт итә, ә ҡалған өлөшө урындағы ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүсе ауыл-ара юл сифатында файҙаланыла.

«Ҡуңыр буға юлы» Урал рельефының урындағы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һалынған. Был юлдың икенсе атамаһы «Каруан юлы».

«Ҡуңыр буға» юлы Урал һыуайырғыс һырты буйлап үткәнен һәм ошо юлдан йөрөүселәр етди һыу кәртәләренә осрамағанын ата-бабалар күптән әйтеп ҡалдырған. Тимәк, Урал тауҙарының һыу айырғыс объект икәнлеген кешеләр борондан өйрәнгән һәм уңышлы файҙаланған.

Һатҡы ҡалаһының атамаһы башҡорт теленән тәржемә иткәндә «юл саты» тип тигәнде аңлата. Артабан дауам итеп, хәҙерге Екатеринбург ҡалаһына барып етә.

Шулай итеп, «Ҡуңыр буға юлы», Көньяҡтан Төньяҡҡа һуҙылып, көньяҡ башҡорттарын төньяҡ милләттәштәре менән берләштергән һәм башҡорт халҡы өсөн стратегик әһәмиәткә эйә булған. Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәре лә быны раҫлай.

Атап әйткәндә, «Ҡуңыр буға» эпосында төньяҡ башҡорттары дошман ябырылған көньяҡ башҡорттарына ярҙамға килгәне бәйән ителә. Шуның өсөн башҡорттар был юлды ҡайһы саҡта «Яу юлы» тип тә атаған.

«Ҡуңыр буға юлы» эргәһендә ҙур башҡорт ауылы Темәс (Баймаҡ районы). Шул ауыл янында бейек кенә Рапат тауы бар, ғәрәп теленән «каруандар туҡталҡаһы» тип тәржемә ителә. Темәс ауылы янынан «Ҡуңыр буға» каруан юлы үткәнен иҫтә тотҡанда, шул тау янында каруандар ял итергә туҡталыу мөмкинлеген күҙ уңында тотоп була. Темәс ауылы каруан юлында булғанлыҡтан, Октябрь революцияһына тиклем унда оло йәрминкәләр үткәрелгән һәм бында Башҡортостандың алыҫ райондарынан да халыҡ килгән. Хәҙерге көндә шул юлдың күпмелер өлөшөнән Баймаҡ ҡалаһынан Белорет ҡалаһы яғына юл үтә.

Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында «Ҡәнифә» («Ҡәнифә юлы») риүәйәте һаҡланған. Риүәйәттә әйтелгәнсә, «Ҡуңыр буға» юлы кеүек, Ҡәнифә юлында ла йөҙөп сыға алмаҫлыҡ һыу кәртәләре осрамай.

Башҡортостандың Әбйәлил районынан башланып, ул көньяҡ йүнәлештә Баймаҡ, Хәйбулла райондарына үтә, Орск ҡалаһы янында Ырымбур биләмәләрендә аҡҡан Яйыҡ йылғаһындағы кисеүгә барып етә, артабан Ҡаҙағстанға һәм Урта Азияға киткән юл менән тоташа. Ырымбур башҡорттары үҙҙәренең участкаһындағы юлды «Мысыр юлы» (Египет юлы) тип йөрөтә. Гөбөрлө йылғаһы аша кисеүҙе урындағы башҡорттар «Мысыр кисеүе» (Египет тарафтарына алып сығыусы кисеү) тип атай.

Топонимикаһы

үҙгәртергә

Урал ҡалаһы Силәбенең исеме лә юл үҙенсәлектәренә бәйле тип иҫәпләргә була, иран теленә тәржемә иткәндә, «Силәбе» «өс юл саты йәки өсмөйөш» тигәнде аңлата. Рус властары ҡала һала башлағанға тиклем, бында шул уҡ Силәбе атамалы башҡорт тораҡ пункты булған. Төрлө йүнәлештәргә (Көнсығыш Себер, Алыҫ Көнсығыш, Ҡаҙағстан, Урта Азия) юлдар киткән был урынды рус властары азия илдәре менән сауҙа итер өсөн уңайлы тип тапҡан, әлбиттә.

Өфөнән Ырымбур йүнәлешенә илткән юл Стәрлетамаҡ ҡалаһы аша үтә. Стәрлетамаҡ Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан. Был йылғаның атамаһы, иран теленә тәржемә иткәндә, бер нисә мәғәнәгә эйә: 1) йәмәғәт хәбәрсеһе ултырып килгән ат; 2) почта аты; 3) йәмәғәт сапҡыны йәки атсабары, илсе, хәбәрсе; 4) хәбәрҙе тиҙ арала еткереү маҡсатында, һәр туҡталҡала атын алмаштырыусы атсабар; 5) станцияла икенсе хәбәрсегә, тиҙ еткереү өсөн, артабан тапшырыусы йәйәүле илсе; 6) йылға аша сығыу урыны.

Шулай итеп, бөтә һанап киткән осраҡта ла башҡорт йылғаһы Ашҡаҙарҙың атамаһы ял итеү, аттарҙы алмаштырыу урыны йәғни ям хеҙмәте менән бәйле икәне аңлашылып тора. Күрәһең, һуңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы төҙөлгән урында боронғо дәүерҙәрҙән үк юлсылар аттарын ял иттереп, ашатып, алмаштырып алып, юлын артабан дауам иткән ниндәйҙер пункт булған.

Этнографик экспедиция мәғлүмәте

үҙгәртергә

Бик боронғо был юл Тарихи Башҡортостан халҡы өсөн әһәмиәтле хужалыҡ һәм сауҙа юлы булған. Информаторҙарҙан яҙып алынған мәғлүмәт буйынса, «Ҡуңыр буға юлы» Башҡортостандың Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарынан хәҙерге Силәбе өлкәһе буйлап үтә һәм, Һатҡы ҡалаһы янында сатрашланып, Көнбайышҡа һәм Көнсығышҡа йүнәлә.

2012 йылдың июнь айында Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре һәм БДУ-ның Сибай институты студенттары менән Ҡәнифә һәм Ҡуңыр буға юлдарының ҡайҙан үткәнен аныҡлау маҡсатында экспедиция ойошторҙо.

Сибай ҡала музейы быға тиклем үк, 2008 йылда, Хәйбулла, Йылайыр һәм Баймаҡ райондары биләмәләрендә Ҡәнифә юлы үткән урындарҙы асыҡлай алғайны. Ҡәнифә юлы Баймаҡ районының Түбә һәм Һәмән ауылдары янында талғын ғына Ҡуңыр буға йәғни Ҡуңыр һыйыр юлына күскәнен асыҡланы[4].

Был юл Баймаҡ районы Билал һәм Өмөтбай ауылдарынан уңғараҡ, Ҡәнифә тауы һәм урманы аша, артабан Әхмәт ауылынан уңғараҡ Һаҡмар йылғаһы үренә сыға. Артабан Уралтау һыртына сыға һәм Ирәмәл тауына тиклем бара. Ҡалған юлды Әбйәлил халҡы теүәл генә күрһәтеп бирә алманы.

Темәс ауылынан көнсығыштараҡ Ҡарағай морон тауынан Ҡәнифә юлын һәм Һәмән ауылынан Һаҡмар үренә тиклем «Ҡуңыр буға юлы»н экспедиция ҡатнашыусылары машиналарҙа үтте. Артабан юлдың ҡыйынлашыуы сәбәпле, Уралтау һыртына күтәрелә алмайҙар, Әбйәлил районы Ҡырҙас, Ишкилде һәм Боранғол ауылы кешеләре «Ҡуңыр буға юлы»н картала күрһәтте.

Ҡәнифә юлы шул уҡ Әбйәлил районы биләмәһенән, әммә көнсығыштараҡ үтә тигән фаразға ярашлы, Ҡәнифә юлы Түбәнән Ҡырҙас ауылы янынан Ташбулат руднигына сыға. «Ҡәнифә юлы»ның тағы бер фаразы буйынса, башҡорт ҡыҙы Ҡәнифә көньяҡ Башҡортостандан хәҙерге Верхнеуральск ҡалаһына тиклем күтәрелгән.

Легендаларға нигеҙләнеп, Буранғол ауылынан трасса буйлап Ҡырҙас ауылына, Тирмән комбинатына, шунан Асҡар, Дауыт, Таштимер, Йәлембәт, Күсем, Теләш, Бикҡол, Ташбулат, Нияҙғол, Яңы Балапан, Йәнекәй, Байым, Яйҡар ауылдары аша Рәхмәт ауылына етәләр.

Ҡәнифә юлы исемле юл табылмаһа ла, уның йүнәлеше күҙаллана. Ул Ҡырҙас ауылынан уңғараҡ Тирмән комбинаты янында үтә, Оло Ҡыҙыл йылғаһын аша сығып, Ҡырҡтытау һыртына күтәрелә, уның буйлап барып, 50 километрҙан һуң, Мораҡай ауылы янында түбәнәйә.

Артабан, Әбйәлил районы Йәнекәй, Яйҡар, Рәхмәт ауылдары эргәһенән үтеп, Силәбе өлкәһе Кесе Боғаҙаҡ, Оло Боғаҙаҡ, Степное ауылдары аша Верхнеуральск ҡалаһына барып сыға. Верхнеуральскиға барып сыҡҡан Ҡәнифә тураһындағы легендә раҫлана.

Ҡырҡтытау һырты юлының исемен белеүсе булманы, тик Ташбулат ауылы кешеһе М. З. Фәйезов ҡына «Ҡара һыйыр юлы» тигән мәғлүмәт бирҙе. «Ҡара һыйыр юлы» тип аталған тағы бер юл Бөрйән районы территорияһынан үтә һәм Әхмәт ауылы янында Әбйәлил районына сыға. Күреүебеҙсә, «Ҡуңыр буға» һәм «Ҡара һыйыр юлы» тип аталған боронғо юлдарҙың саты ошо ауыл эргәһендә булғандыр.

Ҡырҡтытау һыртынан Уралтау һырты яғына бик күп үткәүелдәр бар, һәм уларҙың һәр береһе тиерлек «Ҡуңыр буға» юлына табан йүнәлгән. Һәм шул юлдарҙың береһе, ҡыҙыҡ, «Ҡәнифә юлы» тип атала. Был атаманы Йәлембәт ауылы кешеһе Х. М. Салауатов әйтә.

Йәнекәй ауылынан Рәхмәт ауылына тиклемге юлдың бер өлөшөн «Иҫке юл» йәки Верхнеуральскиға барған юл тиҙәр.

Экспедиция ҡатнашыусылары БСТ-ның «Эҙәрмән» проектына Ҡәнифә юлы тураһында интервью бирҙе. Был тапшырыуҙы әҙерләүселәр «Ҡуңыр буға юлы» һәм «Ҡәнифә юлы» — икеһе ике төрлө, көньяҡтан төньяҡҡа параллель килеүсе юлдар тигән һығымта яһаны.

Сибай ҡала музейы, Сибай институты студенттарының боронғо юлдарҙы аныҡлау буйынса берлектәге экспедицияһы һөҙөмтәһе буйынса түбәндәге мәғлүмәтте хәбәр итеп була.

Беренсенән, «Ҡәнифә юлы» көньяҡ Башҡортостан территорияһынан үтә һәм Баймаҡ районындағы Һәмән ауылы янында тамамлана. Артабан Билал ауылы янында ул икегә тармаҡлана, «Ҡуңыр буға юлы» тип аталған бер йүнәлеше Әбйәлил районының Әхмәт ауылы эргәһенән Уралтау һырттары түбәләренән Ирәмәл тауына тиклем дауам итә.

Икенсе йүнәлеше Ҡырҙас ауылы янынан уңғараҡ борола, Тирмән комбинаты янында Оло Ҡыҙыл йылғаһын кисә, Ҡырҡтытауға күтәрелә, Мораҡай ауылы эргәһендә түбәнәйә, артабан Йәнекәй, Яйҡар, Рәхмәт ауылдары эргәһенән Верхнеуралға сыға. Әбйәлил районындағы ике юл бер-беренә параллель урынлашҡан һәм Уралтау яғынан да, Ҡырҡтытау яғынан да һырттар аша бик күп юлдар һәм үткәүелдәр менән үҙ-ара бәйләнгән.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

үҙгәртергә
  • Ҡарт олатайҙар һәм олатайҙар һөйләгәне хәтерҙә ҡалған тиҙәр ине өлкәндәр — Ҡуңыр буға юлы Һилейә һыртынан башлана тигәндәре
  • Илсекәй ауылы (Салауат районы) ауылында Тәүеш нәҫеленән Ғаффар улы Хиуа йәшәгән. Ул алыҫ Ырымбур яҡтарынан бик бай татарҙың ҡыҙы Сылуҙы Ҡуңыр буға юлынан күсереп алып ҡайтҡан. Кәләшенең бай мөлкәте бер нисә дөйәгә артмаҡланған булған икән, тип һөйләйҙәр ине.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

М.Мирхәйҙәровтан «Ҡуңыр буға», «Минәй һәм Шүлгән» эпостары яҙып алынған.

  • «Ҡуңыр буға» эпосы
  • З. Г. Аминев. Дороги Южного Урала и их роль в этногенезе башкир // Феномен евразийства в материальной и духовной культуре, этнологии и антропологии башкирского народа: материалы Всероссийской научно-практической конференции. — Уфа, 2009. — 288 с. — С.25 — 27

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Г.Г. Салихов, Б.С. Галимов. Мифы в картине мира башкир: торговые пути, тайные дороги, многомерность пространства(недоступная ссылка)
  2. Г.Г. Салихов, Б.С. Галимов. Мифы в картине мира башкир: торговые пути, тайные дороги, многомерность пространства(недоступная ссылка)
  3. З. Г. Аминев. Дороги Южного Урала и их роль в этногенезе башкир // Феномен евразийства в материальной и духовной культуре, этнологии и антропологии башкирского народа: материалы Всероссийской научно-практической конференции. — Уфа, 2009. — 288 с. — С.25 — 27
  4. https://sibay.bezformata.com/listnews/ekspeditcii-po-legendarnoj-kanifa/5365108/ Этнографик экспедиция