ҠырҡтытауБашҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Ҡырҡтытау
53°31′31″ с. ш. 58°29′55″ в. д.HGЯO
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
Тау системаһыКөньяҡ Урал
Оҙонлоғо60 км
Юғары нөктәһе1118 м
Ҡырҡтытау (һырт) (Рәсәй)
Montanya.svg
Ҡырҡтытау
Ҡырҡтытау (һырт) (Башҡортостан Республикаһы)
Montanya.svg
Ҡырҡтытау

Белорет һәм Әбйәлил райондары буйлап Ҡолсоғаҙы һәм Шәкәрҙейылға йылғалары (Кесе Ҡыҙыл йылғаһы ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенән алып Оло Ҡыҙыл йылғаһы киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 60 км тирәһе, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, үҙәк — 16 км, көньяҡ — 6 км. Абсолют бейеклеге 1118 км (Ҡараташ тауы). Буйға һуҙылған тау ҡалдыҡтары теҙеменән тора. Һыртта Шыршылытау (1108 м), Күсемов (1080 м), Бабай (1054 м), Ҡушай (1048 м), Һандыҡ (900 м тирәһе) түбәләре айырыла. Ирәндек свитаһының базальт һәм андезибазальт составлы лаваларынан, лавабрекчияларынан тора. Һыртта Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары һәм уларҙың ҡушылдыҡтары башлана.

Көнсығыш итәгендә Яҡтыкүл, Ҡарабалыҡты һәм Сабаҡты күлдәре ята. Һырттың көнбайыш битләүҙәре һәм төньяҡ өлөшөнөң ландшафтары ҡараһыу урман тупрағындағы уҫаҡ, ҡарағай һәм ҡарағас ҡатыш ҡайын урмандарынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора; көнсығыш битләүҙәренең һәм көньяҡ өлөшөнөң ландшафтары ҡараға оҡшаш тупраҡтағы ҡылғанлы һәм төрлө үләнле далаларҙан ғибәрәт.

Өҫтәмә мәғлүмәтҮҙгәртергә

  • Бабай, Ҡушай, Һандыҡ түбәләре;
  • Ҡараташ тауы; Һыуосҡан
  • Ултыҡ‑Ҡарағас төбәктәре;
  • Ҡараһыйыр йөҙ йәшәр ҡарағасы — тәбиғәт ҡомартҡылары.
  • Һырт төньяҡ өлөшөндә “Абҙаҡ” спорт‑һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан.

ТопонимикаҮҙгәртергә

Бер вариантында ҡырҡты, йәғни ҡырҡылған тау тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан, икенсе вариантта ҡырҡ һанына бәйләнгән тиелә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә