Мораҡай (рус. Муракаево) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 329 кеше[1]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813005.

Ауыл
Мораҡай
Мораҡай
Мораҡай ауылы күренеше
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°45′45″ с. ш. 58°41′52″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 813 005

ОКТМО коды

80 601 413 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мораҡай (Рәсәй)
Мораҡай
Мораҡай
Мораҡай (Башҡортостан Республикаһы)
Мораҡай


Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
293303329
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (98 %)[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл 323
1920 йыл 26 август 398
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 325
1959 йыл 15 ғинуар 310
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 291
2002 йыл 9 октябрь 293
2010 йыл 14 октябрь 329 169 160 51,4 48,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 79 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байым): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мораҡай): 2 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы (улица)}})
  • Көркәктау урамы (рус.  Куркактау (улица)}})
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)}})
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица)}})
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)}})
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)}})
  • Ямантау урамы (рус.  Ямантау (улица)}})[5]

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 йылдан алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улдары Сынбулат, Иманһары, Мәүлит, Ҡаҙыбай Мораҡаевтар билдәле[6].

Мураҡайҙа V ревизияла 26 йорт була. Унда 88 ир-егет һәм 96 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1834 йылда — 293, 1859—290, 1920 йылда — 398 кеше йәшәгән.

Мораҡайҙың улдары Сынбулат (1775 йылғы), Иманһары (1832 йылда Себергә һөргөнгә ебәрелгән), Мәүлит менән Ҡаҙыбай атаһының ауылында йәшәгән.

Халыҡтың төп шөғөлө — ярым күсмә малсылыҡ. 48 йорт хужалығында (204 кеше) 115 ат, 100 һыйыр, 200 һарыҡ, 50 кәзә булған. Ауыл хужалығы бик аҙ кешегә таныш булған. 1843 йылда бында 88 бот ужым һәм 224 бот яҙғы иген сәселгән[7].

1900 йылда халыҡ һаны 323 кеше тәшкил итә, 1920 йылда — 398 кеше, 1939 йылда — 325 кеше, 1959 йылда — 310 кеше, 1989 йылда — 291 кеше, 2002 йылда — 293 кеше, 2010 йылда — 329 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002 йыл буйынса). Башланғыс мәктәп (Яңы Балапан ауылы урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ станцияһы, клуб, мәсет эшләй[8].

Тәбиғәт ҡомартҡылары

үҙгәртергә

Мораҡай ҡурғандары һәм Көркәк тауҙары[9]

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  • Башҡортостан. Әбйәлил районы Мураҡай ауылы.[10]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  5. Улицы
  6. История деревни Муракаево Абзелиловский район(недоступная ссылка)
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 43. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. История деревни Муракаево Абзелиловский район 2021 йыл 7 май архивланған.
  9. История деревни Муракаево Абзелиловский район(недоступная ссылка)
  10. Башкортостан. Абзелиловский район д. Муракаево.