Ҡурған башҡорттары

Ҡурған башҡорттары — Ҡурған өлкәһе территорияһында йәшәүсе башҡорттар. Төбәктең төп автохтон халҡы.

Был этнографик төркөм вәкилдәренең теле башҡорт теленең көнсығыш диалектына ҡарай.

Ялан-ҡатай башҡорттары, нигеҙҙә, Ҡурған өлкәһенең хәҙерге Әлмән районы[1] территорияһында, атап әйткәндә, Тәңрекүл, Сөләймән, Ильяс, Айыт, Подъяс (Бүҙаяҙ), Юламан, Бохара, Зәйнеғәбдин (Зәйнәкәй) һәм Ҡаҙаҡҡол исемле тораҡ пункттарында, шулай уҡ керҙәштәр менән ҡатнаш булған Искәндәр, Манат, Асҡар, Штанов, Шәрип, Байғана, Убалы ауылдарында йәшәйҙәр. Уларҙың аҫаба ерҙәре Балсыҡты күленән көньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә йәйрәп ятҡан.

Ҡалмаҡ, һарт һәм табын ырыуы башҡорттары хәҙерге Сафакүл һәм Щучье райондары[2]территорияһында урынлашҡан булғандар. Һарт башҡорттарының ере төньяҡ-көнбайыштағы Балсыҡты күленән көньяҡ-көнсығыштағы Буташ күленә табан йәйелгән. Һарттар Оло Солтан, Кесе Солтан, Баязит, Һарт-Әбдрәш, Мишәк һәм Абултай ауылдарында йәшәгәндәр, шулай уҡ Әбделмән һәм Аҙналы ауылдары халҡының өлөшөн тәшкил иткәндәр. Ҡалмаҡ ырыуы башҡорттары Ҡалмаҡ-Әбдрәш, Мырҙабай, Шәфей, Әптекәй, Арыҫлан ауылдарында йәшәгәндәр, бынан тыш Әбделмән һәм Аҙналы халҡының яртыһын тәшкил иткәндәр. Табын башҡорттары Ҡуйсан, Бурыл-Айғыр, Бикбирҙе, Мөхәмәт, Сибыш, Баҡай, Ҡотлобай ауылдарында йәшәгәндәр.

Әйле башҡорттары бүтән ырыуҙар халҡы менән бер рәттән Әлмән һәм Сафакүл райондарында (Асҡар, Юламан, Манат, Бохар, Подъяс, Аҙналы, Баязит, Сибыш һәм Әбделмән ауылдарында) көн иткәндәр. Улар шулай уҡ Щучье районының Ҡуяҙан [Каясан] һәм хәҙерге Силәбе өлкәһе Красноармейск районының Тауҡай, Яҡуп һәм Әпсәләм ауылдарында йәшәгәндәр. Мәҙәни һәм тарихи яҡтан был халыҡ төркөмө ҡурған башҡорттарына яҡын.

Ҡатайҙар һәм һарт-ҡалмаҡтар аҫаба ерҙәрҙең хужалары булғандар, ә әйле һәм табын башҡорттары уларҙың ерҙәрен керҙәш сифатында биләгәндәр.

XVIII быуат аҙағынан ХХ быуат башына тиклем Ҡатай һәм Һарт-Ҡалмаҡ улустары Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең составында була.

3-сө Бөтә Башҡорт ҡоролтайы ҡарары («Башҡортостан менән автономлы идара итеү») нигеҙендә Башҡортостан биләмәһе туғыҙ кантонға бүленә. Уның составында 8-се номер аҫтындағы Иҫке Ҡатай кантоны иҫәпләнә. Был кантон Иҫке, Ҡатай, Һарт Ҡалмаҡ һәм Карасев улустарынан тора. 1918 йылдың июнь—август айҙарында барлыҡ улустарҙа Башҡорт ғәскәрҙәрен мобилизациялау үтә, уның барышында барлығы 955 кеше мобилизациялана[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Килешеү…» буйынса Ҡатай, Һарт-Әбдрәшит, Һарт-Ҡалмаҡ һәм Ҡараһыу (Карасев) улустары, үҙәге Тәңрекүл ауылы булған Ялан кантонын ойоштороп, Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы составына инә.

Ялан кантоны 1922 йылғы указ («Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү») менән юҡҡа сығарыла, ә уның территорияһы Силәбе өйәҙе составына керетелә[4].

1924 йылдың 5 мартында Карасев, Һарт-Әбдрәшит территорияларында һәм Һарт-Ҡалмаҡ улустарының ҙур булмаған өлөшөндә Ялан районы, ә Ҡатай, Иҫке территорияларында һәм Һарт-Ҡалмаҡ улусының байтаҡ өлөшөндә — Ҡатай районы ойошторола. Ул осорҙа был райондар Урал өлкәһенең Силәбе округы составында булалар.

1930 йылдың 20 апрелендә үрҙә күрһәтелгән ике район Ялан-Ҡатай районына берләштерелә (үҙәге — Сафакүл ауылы). 1934 йылда район Силәбе өлкәһе составына инә. РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумының1940 йылғы указы менән Ялан-Ҡатай районы икегә — Әлмән һәм Сафакүл райондарына бүленә.

РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 6 февралендә сығарған ҡарарына ярашлы, Сафакүл һәм Әлмән яңы ойошторолған Ҡурған өлкәһе составына ҡушыла.

Демография

үҙгәртергә
Субъектта башҡорттарҙың һаны (йылдар буйынса)
1959[5] 1970[6] 1979[7] 1989 йыл[8] 2002[9] 2010[10][11]
12 748 17 525 17 664 17 548 15 343 12 257

Ҡаҙанда 1900 йылда Ҡатай һәм Һарт-Ҡалмаҡ улустарындағы барлыҡ башҡорт халҡы 14 198 кешене (ике енес тә иҫәпләнгән) тәшкил иткән, улар 41 ауылда йәшәгәндәр.

Мәҙәни һәм ижтимағи ойошмалар

үҙгәртергә

Ҡурған башҡорттарының күренекле шәхестәре

үҙгәртергә

Мәҙәниәт, милли кейем һәм йолалар

үҙгәртергә

Ҡурған башҡорттары йәшәгән территорияларҙа табын, әйле ырыуҙары башҡорттары йәшәй. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының традицион баш кейеме, ҡатындарҙың башынан алып бөтә һынын ҡаплаған биҙәүестәр менән биҙәлгән япма йәки ҡушъяулыҡ унда киң таралған[12].

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий.- Уфа: Китап, 2009.
  • А.-З. Валиди Тоган. История башкир. — Уфа: Китап, 2010. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
  • Курганские башкиры: историко-этнографические очерки. — Уфа : Гилем, 2002. — 216 с.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. М., 1974.
  • Костюм татар и башкир Урала 2013 йыл 16 декабрь архивланған.//Народное искусство Урала. Традиционный костюм, ред.-сост. А. А. Бобрихин. Екатеринбург, 2006.
  • Шакуров Р. З. Курганские башкиры (история, язык и топонимия).// «Ватандаш». — №. 1. 1998. — С.124—128.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. До 1930-х гг.
  2. До 1930-х гг.
  3. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая: В лагере контрреволюции (1918 - февраль 1919). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — С. 78. — 200 с.
  4. Нугаева Ф. (недоступная ссылка)
  5. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1959 года.
  6. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1970 года.
  7. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1979 года.
  8. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1989 года.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года 2011 йыл 20 апрель архивланған.: Население по национальности и владению русским языком по субъектам РФ 2006 йыл 4 ноябрь архивланған.
  10. Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2014 йыл 22 март архивланған.
  11. Национальный состав населения по субъектам РФ по данным Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йыл 1 июнь архивланған.
  12. КУШЪЯУЛЫК, женский головной убор

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 424—426. — 468 с.