Ҡушъяулыҡ

ҡуш яулыҡты беркетеп тегелгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме

Ҡушъяулыҡ — башҡорт ҡатын-ҡыҙының традицион баш кейеме, ҡатындарҙың башынан алып бөтә һынын ҡаплаған биҙәүестәр менән биҙәлгән япма[1].

Ҡушъяулыҡ
Барлыҡҡа килеү урыны Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаhы

Француз яулығының тарихы шундай: тәүге яулыҡтарҙы Наполеон Францияһына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашҡан «төньяҡ амурҙары» тигән билдәле атама тағылған башҡорт атлылары дошманды еңеү билдәһе итеп алып ҡайтҡан. Ғәмәлдә шул эре сәскә һәм үҫемлек биҙәкле ҡыҙыл туҡыманан, ике яулыҡтан, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡушъяулыҡ тип аталған яулыҡ теккән. Уларҙы йышыраҡ өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙары ябынған[2].

Тегелеше

үҙгәртергә

Ҡушъяулыҡ — ҡатындарҙың башынан алып бөтә һынын ҡаплаған биҙәүестәр менән биҙәлгән япма. Башҡорт телендә «ҡуш», «ике яҡлы» яулыҡ тигән һүҙҙәрҙең ҡушымтаһынан яһалған. Ҡушъяулык ҡайыу һәм тәңкәләр, уҡалар менән биҙәлгән киҫелмәгән ҡыҙыл кизе-мамыҡ ике яулыҡтан торған. Ҡушъяулыҡты тәңкә, сәйлән йәки мәрйен, ҡәнәфер орлоғо, тәңкә менән биҙәлеп эшләнгән ҡолаҡсуҡ беркетелгән һағалдырыҡ менән бәйләп ябынғандар. Көнсығыш Урал аръяғында һағалдырыҡты төрлө төҫтәге суҡтар һәм эйәксен — күкрәккә төшөп торған нағышланған таҫма менән матурлағандар[3][4].

Ҡулланылыуы

үҙгәртергә

Ҡушъяулыҡтың оҙон яғының маңлайға тура килгән уртаһы шыма йәки тамбур менән сигелгән сатин йә ситса туҡыма киҫәге менән биҙәлгән. Ҡурған кейем комплексында сигелгән биҙәктәр өҫтөнә сәйлән йәки ваҡ тәңкәләр тегелгән.

Ҡушъяулыҡ аҫтынан ҡалпаҡ кейгәндәр йәки, остары артҡа, елкәгә ҡаратып, ҡайырылып бәйләнгән уртаға бөкләнгән бәләкәй яулыҡ (баш бәйләмес, һыңар яулыҡ) ябынғандар. Кейгәндә, ҡушъяулыҡтың ситтәре бер аҙ бөгөлгән.

Ҡушъяулыҡ, ғәҙәттә, байрамдарҙа, туйҙарҙа кейелгән, ҡалым иҫәбенә ингән.

Эйәк аҫты таҫмаһы — һағалдырыҡ — ҡушъяулыҡ һымаҡ баш кейеме ҡабул ителгән бөтә биләмәлә был деталь иң үҙенсәлеклеһе һаналған. Ҡушъяулыҡтың алғы яғы тәңкәләр менән биҙәлгән таҫма ярҙамында беркетелгән. Бындай яулыҡты артҡа бәйләп кейергә мөмкин. Тағы ла ҡушъяулыҡты баш кейеме өҫтөнән япма кеүек кейгәндәр, йәғни уларға ышыҡланырға мөмкин булған. Уларҙың башы һәм яурындары мотлаҡ ҡапланырға тейеш булған. Йәш башҡорт ҡыҙҙары ғына башы ҡапланмаған килеш, толомдарына таҫма үреп йөрөү мөмкинлеге булған[5].

Таралыуы

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарында, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Сосновка, Ҡоншаҡ райондарында, Свердловск өлкәһендә, ҡау йәки селтәр рәүешендә тәңкәләр тегелгән муйынды ҡаплаған күкрәксә, һағалдырыҡ менән бергә, эйәк аҫтына ике-өс рәт тәңкә тегелгән һағалдырыҡ тағыу йәки Ҡурған өлкәһе ҡатын-ҡыҙ кейеменә хас ҡыҫҡа мәрйен селтәр байрам кейемендәге сағыу декоратив ансамбль булып сығыш яһаған[6].

«Француз яулығы» бейеүе

үҙгәртергә

Әбйәлил районынан Фәнил Әсәҙуллин сәхнәгә ҡуйған «Француз яулығы» бейеүен башҡарған Эльвина Ғәббәсова һәм Рифат Сәйетғәлин дуэты «Байыҡ» бейеү бәйгеһенең иң юғары баһаһына — гран-приға лайыҡ була[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ҡашмау

Таҡыя

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә