Бикбирҙе (рус. Бикбирды) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Мартыновка ауыл советы составына керә.

Ауыл
Бикбирҙе
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Сафакүл районы

Ауыл биләмәһе

Мартыновка ауыл советы

Координаталар

54°49′ с. ш. 62°28′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

241[1] кеше (2010)

Почта индексы

641083

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

45

ОКАТО коды

37 232 820 002

ОКТМО коды

37 632 420 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бикбирҙе (Рәсәй)
Бикбирҙе
Бикбирҙе
Бикбирҙе (Ҡурған өлкәһе)
Бикбирҙе

Тарих үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Бикбирҙе ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡыуаҡан улусы составында була[2].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Бикбирҙе ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Бикбирҙе ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халҡы үҙгәртергә

1795 1834 1866 1900
672 664
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
241

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (93 %) йәшәй[3].

Инфраструктура үҙгәртергә

Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә