Ҡотдос — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ҡулланылған боронғо ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡотдос — ғәрәп теленән үҙләштерелгән «бик изге», «бик ҡәҙерле» тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Фамилиялар

үҙгәртергә

Ҡотдосов Наил Яҡуп улы (19 октябрь 1941 йыл — 7 июнь 1995 йыл) — ғалим-зоотехник, яҙыусы һәм журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1964 йылдан КПСС, 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1993). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980).Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Йәрмөхәмәт ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.

Ҡотдос (ғәр. القدسәл-Ҡүдс — أورشليم (Ӯрушалӣм); Израилдәге ғәрәпсә рәсми исеме — أورشليم القدس, Ӯршалӣм-аль-К̣удс (audio) ), Иерусалим; йәһ. ירושליםЙерушалайим (audio) ) — Яҡын Көнсығыштағы боронғо ҡала, 1949 йылдан алып Израиль дәүләтенең баш ҡалаһы (1967 йылдан алып Израиль ҡаланың бөтә майҙанын контрольдә тота). Иерусалим Израилдың баш ҡалаһы булараҡ халыҡ-ара йәмғиәт тарафынан танылмаған. Иерусалим — иудаизм, христианлыҡ һәм ислам диндәре өсөн изге ҡала булып иҫәпләнә. Иерусалим Урта һәм Үле диңгеҙҙәре арауығында, диңгеҙ кимәленән 650—840 метр бейеклектә урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ