Ҡолмәт
Ҡолмәт (рус. Кульметово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Йыланлы ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 293 кеше[2]. Почта индексы — 452502, ОКАТО коды — 80 236 820 003.
Ауыл | |
Кульметово башҡ. Ҡолмәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 38 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Йыланлы): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 15 км
Ҡолмәт (Сыбарҡая) Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 38 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 15 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәҠолмәт ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, шул уҡ улустың Шәрип ауылы (хәҙер Салауат районында) мишәрҙәре менән керҙәшлек килешеүе төҙөгәндән һуң, Сыбарҡая атамаһы менән нигеҙ һалынған.
1789 йылдың 15 февралендә шундай уҡ керҙәшлек шарты менән, Ҡолмәт Әлмәтов, Ибрай Мәҡсүтов етәкселегендә 20 рәүиз йәненән торған Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Юлыҡ ауылы дәүләт крәҫтиәндәре Ҡолмәт ауылына (ауылда тәүге төпләнеүсе Ҡолмәт Әлмәтов исеменән) нигеҙ һалған. Улар ерҙе һатып алыу тураһында һөйләшергә лә ынтылып ҡараған.
Ҡолмәт ауылында йәшәгән Мөхәмәтйәр Сабитов һөйләүенсә: 1861 йылда «Ырымбур (дөрөҫөрәге: Верхнеурал) өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттарының Юлыҡ ауылында йәшәүсе ата-бабаларыбыҙ, ерҙең аҙлығы һәм 1789 йылғы ашлыҡ уңмауы сәбәпле, мәңгелеккә эйә булыу маҡсатында, Өфө өйәҙе Әй йылғаһы буйында Тырнаҡлы улусы башҡорттарынан ер һатып алған. Башҡорттар, улар яңы ергә күсерелгәндән һуң, шул ергә купчая крепость бирергә тейеш була. 19 кеше, купчая крепость алмаған көйө, һатып алынған ергә күсеп ултырған. 1832 йылғы ер тураһында закон буйынса уларға, купчий ҡағыҙы булмағанлыҡтан, бер ир-ат йән башына ни бары 15-әр дисәтинә ер бүлергә тура килгән, шуға күрә Милек министрлығынан башҡорттарҙы ошо купчийҙы бирергә мәжбүр итеүен һорайҙар».
Ҡолмәт буш урында ғына барлыҡҡа килмәгән. 1779 йылдың 2 июлендә Шәрип ауылы мишәрҙәре был ауылда тәүге төпләнеүсе Миңлеғужа Шәриповтың улы етәкселегендә, һәр йорттан йылына 25 тин аҡса түләү шарты менән, тырнаҡлылар менән килешеү төҙөп, 10 йорттан торған Сыбарҡая («Разбойниково тож») тип аталған ауылға нигеҙ һалғандар. Шулай итеп, юлыҡтар, дәүләт крәҫтиәндәре йәки айырым ҡатлам булараҡ, Сыбарҡая ауылының бер осона ултырған. Шул уҡ ваҡытта Шәрип ауылы һәм Ҡыйғы ауылынан бер нисә мишәр Сыбарҡаяның икенсе осона ултырған.
Ҡолмәт ауылына нигеҙ һалған Юлыҡ ауылы татарҙары яңы урында урынлашҡандарын Ырымбур ҡаҙна палатаһында 1790 йылдың 22 февралендә генә рәсми рәүештә теркәгән. Ошо акттан һуң ғына уларҙан һалым һәм йөкләмәләр яңы йәшәү урыны буйынса талап ителә башлаған.
Сыбарҡая ауылында 1795 йылғы V рәүиз 9 йортта 17 мишәрҙе һәм 46 яһаҡлы татарҙы (ҡаҙна крәҫтиәндәрен) иҫәпкә алған. Тимәк, Ҡолмәт халҡы ла был иҫәпкә ингән, сөнки унда фәҡәт дәүләт крәҫтиәндәре генә булған[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1812 | Дыуан улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Иҫке Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | биләмәһе | Үрге Ҡыйғы өйәҙе | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Дыуан улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергә1842 йылда 45 мишәргә 13 сирек ужым һәм 26 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Тирмән тотҡандар. 28 йортта йәшәүсе 160 типтәрҙең 87 аты, 116 һыйыры, 200 һарығы булған. XIX быуат аҙағында материалары буйынса түбәндәгеләр билдәле. Мишәрҙәр һәм татар ҡаҙна крәҫтиәндәре күсеп килгәндән һәм ауылға нигеҙ һалғандан алып ер биләмәләрендәге үҙгәрештәр урманды киҫеү иҫәбенә һөрөнтө ерҙәрҙең майҙанын арттырыуҙа сағыла. Ер биләүҙең община формаһы XIX быуаттың 90-сы йылдарында ла дауам иткән. «1861 йылдан бирле ерҙе бүлеү үҙгәрмәгән, йыл һайын йәрәбә буйынса бүлеү дауам иткән. Һөрөнтө ер күптән һөрөлгән». Өс баҫыулы сәсеү әйләнешендә еңеп сыҡҡан. Ләкин ашлама «ерҙең таулы булыуы арҡаһында ашлама ҡулланылмаған». Һатҡынан — һуҡҡыс, Благовещенскиҙан — 5 елгәргес (Сыбарҡаяла — 2) һатып алғандар. Күршеләрҙән һөрөнтө ерҙәрҙе һәм сабынлыҡтарҙы ҡуртымға алыу киң ҡулланылған. 40 йорт хужаһы 1000 дисәтинәгә тиклем һөрөнтө ерҙе аҫабаларҙан һәр дисәтинәһенә 50-шәр тиндән һәм 10 йорт хужаһы — 100 дисәтинә ҡуртымға алған. Бөтә ихаталар ҙа Йылға ауылы крәҫтиәндәренән 1500 дисәтинә сабынлыҡты ҡуртымға алған.
Үҙ ерҙәрен ҡуртымға бирмәгәндәр. Ҡайһы бер хужалар умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Ерҙәренең бик әҙ булыуына ҡарамаҫтан, «ярлы йәшәмәгәндәр». Ауылда кибет булған. Игенде күрше заводтар баҙарҙарында һатҡандар. Үҙҙәренең һәм күрше ауылдарҙың баҙарҙарында ваҡлап сауҙа иткәндәр.
1865 йылда Сыбарҡая (Разбойниково) ауылындағы 14 йортта 101 кеше йәшәгән. Игенселек менән шөғөлләнгәндәр, һыу тирмәне булған.
Ҡолмәт ауылының 40 йортонда — 229 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, умартасылыҡ, балта эштәре, ағас әҙерләү менән шөғөлләнгәндәр.
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда Сыбарҡаяла 35 йортта 236 кеше йәшәгән. Мәсет булған. Ҡолмәттә 79 йортта — 426 кеше йәшәгән, тимерлек, 3 бакалея кибете булған.
1920 йылда Сыбарҡая ауылында 59 йортта 325 мишәр донъя көткән.
1920 йылда ике ауыл Сыбарҡая атамаһы аҫтында берләштереп теркәлгән, 30‑сы йылдарҙан — хәҙерге исеме менән билдәле.
Шулай итеп, нигеҙ һалынғаны бирле, бер үк ауыл бер үк ваҡытта Сыбарҡая ла, Ҡолмәт тә тип йөрөтөлгән. Ауылдың төрлө өлөшөндә йәшәүселәр төрлө старшиналарға (ауылдың беренсе өлөшөндә — мишәрҙәргә, икенсе өлөшөндә яһаҡлы старшиналарға) буйһонған. Бер торамала ике ҡатламдың (мишәр һәм ҡаҙна крәҫтиәндәре) мәнфәғәттәрен сағылдырған ике община булған. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Ҡолмәт — Өфө өйәҙенә, Сыбарҡая — Троицк өйәҙенә ҡараған. Шуға ҡарамаҫтан, рәүиз яҙмаларында йәки йәниҫәп мәғлүмәттәрендә Сыбарҡая ауылы ғына телгә алынған.
Был күренеш XX быуаттың 20-се йылдарында ла дауам иткән. Бөгөн был ауыл Ҡолмәт атамаһы менән билдәле.
Ҡолмәт ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[5].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 662 | ||||
1920 йыл 26 август | 325 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 782 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 764 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 423 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 361 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 293 | 136 | 157 | 46,4 | 53,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Бәширов Әкрәм Абдулла улы (14.3.1933, БАССР-ҙың Ҡыйғы районы, Ҡолмәт ауылы — 28.1.2010, Өфө) — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре кандидаты (1968), профессор (1991). Ҡазан финанс-иҡтисад институтын тамамлаған (1960). 1969 йылдан Өфө нефть институтында преподаватель, 1970 һәм 2002 йылдарҙан — Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө факультеты уҡытыусыһы, 1986 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты (УФМТИ — бухгалтер хисабы кафедраһы мөдире), 1991 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы (1994—2001 йылдарҙа аудит һәм һалым кафедраһы мөдире)[6].
Хәтер
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергә.
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
- Иҫтәлекле урындары
- Ауыл эргәһендә Ҡолмәт яҙыуы (писаница) бар.
Тәбиғәт һәйкәле:
- Ҡолмәт ауылы янындағы Әй йылғаһының һыубаҫар туғайҙары.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡолмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Карта д. Кульметово. Улицы
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
- Сыбарҡая ҡаяһы — Большие Притёсы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ҡолмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ф. 1. Оп. 1. Д. 56. Л. 55. Д. 665. Л. 1. Ф. 172. Оп. 1.Д. 56. Л. 61; Ф. 1.0п. 1. Д. 615. Л. 9
- ↑ Ҡолмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡолмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Кульметово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ҡолмәт Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |