Ҡазан дәүләт аграр университеты

Рәсәй Федерацияһы, Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто

Юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Ҡазан дәүләт аграр университеты» (ҡыҫҡартылған исеме —ФГБОУ ВО Казанский ГАУ) — Рәсәй Федерацияһы, Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министрлығы (Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы) хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү, квалификацияһын күтәреү һәм белемдәрен арттырыу системаһының юғары уҡыу йорто.

Ҡазан дәүләт аграр университеты
Нигеҙләү датаһы 22 май 1922
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги перед Республикой Татарстан» «Почёт Билдәһе» ордены
Рәсми сайт kazgau.ru
Карта
 Ҡазан дәүләт аграр университеты Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

1918 йылдың 25 ноябрендә Мәскәүҙә юғары уҡыу йорттар бүлеге коллегияһының ултырышында Ҡазан университеты ҡарамағында урман факультетына нигеҙ һалыу турында ҡарар ҡабул ителә. 1922 йылдың 22 майында Политехник институттың ауыл хужалығы факультеты һәм Ҡазан университетының урман факультетын берләштереү һөҙөмтәһендәҠазан ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ институты ойошторола. Үткән йылдар дауамында институт структураһы күп тапҡырҙар үҙгәрә. Төрлө осорҙарҙа факультетта зоотехния, емеш-йәшелсә, агроурманмелиорация факультеттарында әҙерлек алып барыла.

1927 йылдың йәйендә институттың ауыл хужалығын механизациялау кафедраһы ҡаршыһында машина һынау станцияһы булдырыла.

Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа еләк-емеш — йәшелсә (1943—1948), агроурманмелиорация факультеттарында (1949—1955) студенттар әҙерләү эше алып барыла.

1950 йылда яңы ауыл хужалығын механизациялау факультеты асыла.

1961 йылда иҡтисад факультеты булдырыла. Оҙаҡ йылдар дауамында (1965—1992) ауыл производствоһы етәксе кадрҙарының һәм ауыл хужалығы белгестәренең квалификацияһын күтәреү факультеты эшләп килә.

1995 йылда, ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләүсе ҙур уҡыу-фәнни үҙәге булараҡ, Ҡазан ауыл хужалығы институтына академия статусы бирелә.

2006 йылда юғары уҡыу йортон ойоштороусы — Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығы бойороғо менән — Ҡазан дәүләт аграр университеты (2006 йылдың 16 авгусы 238-се бойороғо) тигән яңы исем бирелә.

Университет структураһы үҙгәртергә

Ректорҙары үҙгәртергә

  • Парфентьев Николай Николаевич (1922—1924)
  • Вершинин Андрей Константинович (1941—1943)
  • Катков Николай Семёнович (1971—1985)
  • Шабаев Мирсәзән Таһирйән улы (1985—1996)
  • Фәйзрахманов Жәүдәт Ибраһим улы (1996—2018)
  • Вәлиев Айрат Рәсим улы (2018 йылдан алып)

Билдәле уҡытыусылары һәм тамамлаусылары үҙгәртергә

  • Тольский Андрей Петрович — урман хужалығы өлкәһендә рус совет ғалимы, теоретик, Рәсәйҙең ҡоролоҡ ҡурҡынысы янаған райондарында урман үрсетеү буйынса тәүге юл ярыусы, урман культуралары һәм метеорологияһы буйынса белгес. Педагог, профессор. Мари АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә