Ғәһед
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғәһед (ғәр. العهد — договор; рус. 'Ахд) — исламда — Аллаһ менән кешеләр араһында төҙөлгән килешеү, васыят. Йәһүдиҙәрҙең һәм христиандарҙың изге яҙмалары Иҫке Ғәһед һәм Яңы Ғәһед тип атала. Ғәһед власҡа хоҡуҡты тапшырыу актының төп өлөшөн тәшкил итә. Суфыйлыҡта — үҙенсәлекле ант, ул мөриттең ҡайһы бер тәриҡәттәргә инеү йолаһының бер өлөшө булып тора.
Аллаһ менән кешеләр араһындағы килешеү
үҙгәртергәҒәһед төҙөп, кешеләр бер Аллаһты һәм уға хеҙмәт итеүҙе таный. Әммә кешелек ваҡыт-ваҡыт, башҡа илаһтарҙы ҡабул итеп, Аллаһҡа ышанмай башлаған. Аҙашҡан кешеләргә иҫтәренә төшөрөү өсөн Аллаһ үҙ пәйғәмбәрҙәрен (нәбиҙәрен) һәм илселәрен (рәсүл) ебәргән, улар ғәһедтең яңынан ҡабатланыуына булышлыҡ иткән[1].
Ҡөрьәндә шулай уҡ Аллаһы тәғәләгә бирелгән ант та Ғәһед тип атала. Был антты үтәргә һәм боҙмаҫҡа кәрәк[2][3][4][5][1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Ахд // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Боголюбов А. С. Ахд // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 26-27. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- ʿAhd / Schacht J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |