Ғәрәп аты[1] — беҙҙең эраның IV—VII быуаттарында Ғәрәп ярымутрауында сығарылған боронғо менге ат тоҡомо[2] Кеше килтереп сығарған иң боронғо ат тоҡомдарының береһе. «Ғәрәп аты» тигән терминды Яҡын Көнсығышта беҙҙең эраның 1330 йылдар тирәһендә нәҫел яҙмаларында (шәжәрә, тайрала) ҡуллана башлағандар.

Ғәрәп аты
ғәр. الحِصَانُ العَرَبِيُّ
Рәсем
Барлыҡҡа килгән Ғәрәп ярымутрауы
Ил  Сәғүд Ғәрәбстаны
 Йемен
 Оман
 Катар
 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
 Бахрейн
Төҫ серая[d], гнедая[d], рыжая масть[d], вороной[d] һәм Rabicano[d]
Статуса риска ФАО ООН нет риска[d]
 Ғәрәп аты Викимилектә

Дөйөм характеристикаһы

үҙгәртергә
 
Судьялар күргәҙмәлә бер йәшлек ғәрәп атын баһалай

Буйға бик ҙур түгел, айғырҙың мунда бейеклеге (һауыры, холка) 153,4 см тирәһе, бейәнеке — 150,6 см. Айғырҙың түш ҡоласы 178,9 см, бейәнеке — 172,9 см. Айғырҙың енсек (тояҡ) йыуанлығы 19,9 см, бейәнеке — 18,4 см. Оло малдың ауырлығы 450 кг тиклем етә.

Был йылҡы малы нәҫеленең төп билдәләре: кәүҙәһе матур, тығыҙ, ҡоро һөйәкле (һимеҙ түгел); айырып ҡарағанда — башы матур, шаҡмағыраҡ маңлайлы, морон өлөшө бер аҙ эскәрәк батып тора, бөгөлөп киткән муйынлы, йоморо кәүҙәле, оҙон, тура бейек осалы.

Ғәрәп аты йышыраҡ һоро, туры һәм ерән, сөм-ҡара төҫлө була. Һоро (көл төҫлө) ғәрәп аттарының өҫтө олоғая бара ваҡ ҡына ҡарағусҡыл таптар менән ҡаплана[3]. Ҡай саҡ «сабино» тигән ала (пегий) төҫ осрай, уны ғәрәп аттарын үрсетеүселәр бөтә донъя ойошмаһы (ингл. World Arabian Horse Organisation) ғәҙәтттә бурыл (чалый) тип йөрөтә. Һирәк-һаяҡ көмөш — туры (ҡараһыу ҡыҙыл, ҡойроғо ҡара) осрай, уны элек сал ҡойроҡло ерән (саптар, игреневый) тип тә йөрөткәндәр.

Хәҙерге ғәрәп аты ҙур башлы түгел, муйыны аҡҡоштоҡо кеүек бейек, бөгөлөп тора, күҙҙәре ҙур — таҫыр күҙле. Арҡаһы уртаса оҙонлоҡта, түш ҡоласы киң, түш һөйәге түбән була (глубокая грудь). Яҡшы үҫешкән енсектәре һәм тояҡтары бик ныҡ. Ғәрәп атының башҡа аттарҙан бер аҙ эскәрәк инеп торған башы һәм ҙур күҙҙәрҙән тыш айырмаһы — «әтәс» ҡойроҡ, уны ат төрлөсә шәп йөрөгән саҡта бик юғары итеп күтәрә.

Йорт аттары араһында ғәрәп аты оҙон ғүмерле тип иҫәпләнә. Был тоҡомло аттар 30 йәшкәсә йәшәй ала. Бейәләр ҡартайғансы түлле булып ҡала, улар йыш ҡолонлай.

Ғәҙәттә ғәрәп атының дүрт төрөн айырып йөрөтәләр[4]:

  • сиглави — ҙур булмаған, һомғол, ҡупшы атттар; башлыса һоро (көлһыу төҫөндә);
  • кохейлан — ҙур ныҡлы кәүҙәле, киң күкрәкле, талымһыҙ, эшсән; башлыса һары йәки ерән төҫлө;
  • хадбан — ныҡлы ябай кәүҙәле, эшсән;
  • бик һайланған тоҡомло булмаған, тик был тоҡомло аттар араһында иң ҙур кәүҙәле, етеҙ, сыҙам юртаҡтар һәм спорт аттары; төҫө ерән йәки һары, һирәгерәк һоро була;
  • кохейлан-сиглави — сиглавиҙың ҡупшы, һомғоллоғона кохелайндың ҙурлығы ҡатнаш төр; был төр буйға бейек һәм эшсән; төҫө — һары, һоро, ерән.

Хәҙерге заманда ат үрсетеүҙә аттарҙы шоу аттары һәм юртаҡ аттарға бүлеп йөрөтәләр. Ғәрәп аты хәҙер донъяла киң таралған. Был төр аттар менән тоҡомсолоҡ эшен алып барыу өсөн 60 илде берләштергән Ғәрәп атын үрсетеү буйынса бөтә донъя ойошмаһы (Всемирная организация арабского коневодства) булдырылған.

Был тоҡом тарихы

үҙгәртергә

Тоҡомдоң килеп сығышы бәҙәүи ғәрәптәрҙең туҡтауһыҙ һуғыштарына бәйле, улар был аттарҙы хәрби аттар итеп ҡулланған. Ошондай махсус аҫыралған, сүллек һәм ярымсүллек шарттарында яҡшы ҡаралған аттарҙан бик ҙур булмаған, ныҡлы кәүҙәле, ҡоро һөйәкле тоҡомло ат барлыҡҡа килә. Улар сыҙам һәм шәп саба, төрлөсә йөрөш ваҡытында ла хәрәкәттәре матур.

Бик оҙаҡ ваҡыт ғәрәп аттары урындағы күсмә халыҡтарҙың төп байлығы булып торған. Уларҙы башҡа ерҙәргә, шул иҫәптән Европаға, һатып ебәрергә рөхсәт ителмәгән, бындай енәйәт өсөн үлем язаһы янаған. Ғәрәп аттарын башҡа тоҡом аттарға ҡушырға ярамаған, шуға әллә нисә быуат буйы был тоҡом саф килеш һаҡлана.

Тәүге ғәрәп аттарын Европаға Тәре походтары ваҡытында алып ҡайталар. Ҙур булмаған был етеҙ һәм матур аттарҙы (ул саҡта ғәрәп аттары әлегегә ҡарағанда бәләкәйерәк булған) Европалағы аттарҙың тоҡомон (менге, екке һәм ауыр йөк ташыған атарҙы) яҡшыртыу өсөн тотоналар.

Был тоҡом бөтә донъя аттар үрсетеү эшендә бик ҙур әһәмиәткә эйә була. Ул Бөйөк Британияла саф тоҡомло юртаҡ ат, бербер аты (Марокко), Андалузия аты (Испания) һәм лузитано тоҡомло ат (Португалия), липпица аты (Австрия), шагия аты (Венгрия), Орлов юртағы, Орлов—Ростопчин аты, стрелец аты (уның бер төрө — Терек аты)(Рәсәй), шулай уҡ ауыр йөк аттары — першерон һәм булон аттары (Франция).

Ғәрәп аты — кеше килтереп сығарған иң боронғо ат тоҡомдарының береһе[5]. Ул Ғәрәп ярымутрауында таралған урындағы сыҙам, еңел һөйәкле ат булған тип иҫәпләнә. Ярымутрауҙағы мәмерйәләрҙә табылған тәүге ат һүрәттәре б.э.т. 2 меңйыллыҡта эшләнгән[6]. Нәфис башлы һәм текә ҡойроҡло аттар б.э.т. XVI быуатҡа ҡараған Боронғо Мысыр сәнғәте әҫәрҙәрендә осрай[7].

 
Ғәрәп аты күргәҙмәләр, конкурстарҙа сығыш яһағанда «кейә» торған «үҙ кейемендә»

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр ғәрәп аты аттарҙың айырым бер төрө — equus caballus pumpelli төрөнән килеп сыҡҡан тип иҫәпләй[7][8]. Ләкин ҡайһы бер ғалимдар «ҡоро һөйәкле» көнсығыш сүллек аттары, хәҙерге ғәрәп аттарының ата-бабалары, йорт аттарынан (Equus ferus caballus) килеп сыҡҡан тип раҫлай, ә был тоҡомға хас тышҡы ҡиәфәте тирә-яҡ мөхит тәьҫирендә барлыҡҡа килгән, ти[8]. Яңыраҡ ҡына Польша һәм АҠШ-тағы аттар менән ғәрәп аттарының митохондриаль ДНК-һын тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, хәҙерге тоҡомдоң ун галлотөркөмдән айырмалары бар (гетероген). Хәҙерге тоҡомдоң сафлығы тураһындағы фекер һуңғы 200 йыл арауығында ғына иҫбатлана[9].

Хәҙерге ғәрәп аттарының ата-бабалары башта ҡайҙа йәшәгәнлеге тураһында төрлө фекер әйтелә. Бик күп тикшеренеүселәр «тәүге ғәрәп аты» Уңдырышлы ярымай (Египет, Көнсығыш Урта диңгеҙ буйы, Месопотамия) тип аталған өлкәнең төньяҡ сигенән килгән тип иҫәпләй[8].

Уңдырышлы ярымай илдәрендә ат һүрәте төшөрөлгән бик боронғо тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары табылыуы ошо турала һөйләй, ә Ғәрәп ярымутрауында ат һүрәттәре тик б.э.т. 1800—2000 йылдарҙа ғына күренә башлай[10]. Ҡайһы бер ғалимдар ғәрәп атының тыуған иле тип әлеге Йеменде атай, сөнки ул заманда был яҡтарҙа яҡшы тәбиғи көтөүлектәр булған[11].

2010 йылда Сәғүд Ғәрәбстанының көньяҡ-көнбайыш яғындағы Әл-Мәғәрҙә ат төшөрөлгән б.э.т. 6590-7250 йылдар тирәһендә эшләнгән әйберҙәр табылыуы был фаразды яҡлай[10][12].

Был яҡтарҙағы ҡырыҫ тәбиғәт, бәҙәүиҙәрҙең күсмә мәҙәниәте был атты булдырыуҙа төп ролде уйнаған. Сүллек аттары талымһыҙ, сыҙам, ҡоролоҡ хөкөм һөргән сүллектәрҙәге шарттарға, тәүлек эсендә температура үҙгәреп тороуына яраҡлашҡан булырға тейеш[13]. Һуғыш ваҡытында көтөүлектәр һәм һыу булмаған ерҙәрҙә бәҙәүиҙәр аттарына финик емешен ашатҡан һәм бейә һөтөн эсергән[7]. Бәҙәүиҙәр тормоштарын дөйә һәм аттарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған. Ғәрәп атын улар яугир дуҫтары итеп тәрбиәләгән — улар йылғыр, сыҙам, аҡыллы[13]. Күп осраҡта дошманға һөжүм итеү йәшерен булғанлыҡтан, бәҙәүиҙәр һуғыш ваҡытында бейәләрҙә сапҡан, сөнки бейәләр тынысыраҡ, артыҡ тауышланып бармай, кешнәп яугирҙарҙың урынын һатмай[7]. Йылҡыларҙы ат ҡараҡтарынан йәшерер һәм тәбиғәт ҡазаһынан ҡурсалау өсө иң ҡиммәтле аттарын төнгөлөккә бәҙәүиҙәр үҙ сатырҙарына индергән[14].

Төрҙәренең килеп сығышы

үҙгәртергә

Быуаттар буйына бәҙәүиҙәр һәр бер аттың килеп сығышын телдән генә һөйләгәндәр. Иң саф ғәрәп атын Асил (аҫыл) тип йөрөткәндәр, уларҙы «аҫыл» булмаған аттар менән ҡушыу тыйылған. Бейәләр һыбай йөрөү, ат үрсетеү өсөн дә тәғәйенләнгәс, айырыуса ҡиммәтле тип һаналған, аттарҙың нәҫеле бейәләр нәҫеле буйынса тикшерелгән. Бәҙәүҙәр алашаларға ышанмаған, айғырҙарҙан яҡшы хәрби ат тәрбиәләүе ауыр тип иҫәпләгән. Шуға күрә айғырҙарҙы һайлағанда уларға талаптар бик ҡаты булған[7]. Тоҡомдоң саф килеш һаҡланыуы бәҙәүиҙәр өсөн бик мөһим булған. Улар телегонияға ышанған. Улар фекеренсә, бейә ҡасан да булһа «саф тоҡомдан булмаған» айғырға ҡушылһа, үҙе лә, уның һуңынан булған бөтә нәҫеле лә ошо айғыр тарафынан бысранған, тип иҫәпләнгән[7].

Ваҡыт уҙыу менән был тоҡом аттарҙың бер нисә төрө барлыҡҡа килә[15] һәм нәҫел бейә яҡлап тикшерелә[16].

Ғәрәп аттарын үрсетеүселәрҙең Америка ассоциацияһы мәғлүмәтәренә ҡарағанда, башта был тоҡомда биш төр булған: кехейлан, сеглави, абеян, хамдани һәм хадбан[17]. XX быуат уртаһынан башлап ғәрәп аттарын үсетеү менән шөғөлләнгән яҙыусы Карл Расаван өс төр генә ғәрәп аты бар тип иҫәпләгән: Кехилан, Сеглави һәм Муники[13] Хәҙерге заман митохондриаль ДНК тикшеренеүҙәре хәҙерге бер үк төр бейәләрҙән килеп сыҡҡан ғәрәп аттарының боронғо өләсәләренең бер төрлө генә булмауын күрһәтә.[18].

«Ғәрәп аты» тигән терминды Яҡын Көнсығышта тәүге тапҡыр беҙҙең эраның 1330 йылдар тирәһендә нәҫел яҙмаларында (шәжәрә, тайра) ҡуллана башлағандар[19]

Рәсәйҙә һәм Советтар Союзында ғәрәп аты

үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр Рәсәйгә ғәрәп атын Иван IV ваҡытында алып киләләр. Был аттар Орлов юртағын һәм стрелец аттарын булдырыуҙа ҡатнашҡан. Ғәрәп аттары дон, кабарда, ҡарабах, делибоз һәм башҡа тоҡомло аттарҙы яҡшыртыу өсөн ҡулланылған .

Ғәрәп аттарын Рәсәйгә XIX быуатта күберәк алып килә башлайҙар. Айғырҙарҙы менге аттарын, хәрби һәм һунар аттарын яҡшырытыу өсөн ҡулланғандар. XIX быуат уртаһында Рәсәй империяһындағы 50-гә яҡын йылҡы заводында ғәрәп айғырҙары тоҡомсолоҡ өсөн тотолған[20].

XIX быуат аҙағында Яҡын Көнсығыш буйлап күп сәйәхәт иткән граф Сергей Александрович Строганов йылҡы заводына нигеҙ һала, уның өсөн бер нисә бик шәп ат һатып ала. Строгановтың Кавказ Минераль Һыуҙарында урынлашҡан йылҡы заводы Терек йылҡы заводының башланғысы булып тора. Был завод илебеҙҙәге ғәрәп аттарын үрсетеү заводтары араһында иң алдынғыһы тип иҫәпләнә[21].

1930—1940 йылдарҙа ат заводтарына Европала (Франция, Англия, Польша, Германия) һатып алынған аттарҙы алып киләләр. Был аттар «урыҫ ғәрәп аты» н булдырыу өсөн ҡулланыла. Улар яҡшы тоҡомло, шул уҡ ваҡытта эшкә талымһыҙ, сөнки 1930 йылдарҙан алып бөтә ғәрәп аттары ла ипподромдарҙа өйрәтелә һәм сабыштарҙа ярым тоҡомло аттар менән бергә һынап ҡарала. Ғәрәп аттары өсөн сабыштар айырым йүнәлеш булараҡ тик 1960 йылдарҙа ғына индерелә[22].

Илебеҙҙәге йылҡы үрсетеү заводтарында революцияны Н. С. Хрущевҡа Асуан һыуһаҡлағысын төҙөшкән өсөн Ғ.Ә.Насер бүләк иткән Асуан (Раафат) (Назир — Юсрия) яһай. Асуанды заводта тоҡомсолоҡта ҡулланыуҙан 249 ҡолон алына. Унан тыуған 70 бейә менән 30 айғыр тоҡомсолоҡҡа йүнәлтелә. Халыҡ-ара аукциондарҙа Асуандың тоҡомонан 150 ат сит илдәргә һатыла, уның нәҫеленән булған аттар донъялағы барлыҡ ҡитғаларҙа ла тоҡомсолоҡ эшендә ҡулланыла[23].

1960 йылдарҙан башлап ғәрәп аттарын сит илгә сығарыу башлана, ә Бөтә донъя ғәрәп аттарын үрсетеү ойошмаһы (ВОАК, Всемирная организация арабского коневодства, WAHO) 1978 йылда Рәсәй тоҡомсолоҡ китабын танығас, «урыҫ ғәрәп атына» һорау арта. Бынан һуң үткән ике тиҫтә йыл Рәсәйҙә тыуған аттар өсөн алтын быуат була, улар донъя чемпионы исемдәрен яулай, төрлө ат сабыштарында еңеүсе була, улар донъя аукциондарында әллә күпме миллионға һатыла. 1975 йылда тыуған һары айғыр (гнедой) Песняр (Набег — Песня) АҠШ-ҡа 1 млн долларға, уның атаһы Амураттан 1977 йылда тыуған Менес (Набег — Метрополия) АҠШ-ҡа тағы ла ҡыйбатыраҡ хаҡҡа — $2,4 млн долларға биреп торола. СССР-ҙа тыуған бик күп ғәрәп аттары Европа һәм донъя кимәлендә үткән күргәҙмәләрҙә чемпион була, АҠШ-та, башҡа илдәрҙә, хатта Берләшкән Ғәрәп Әмирлегендә йылҡы заводтарында теләп файҙаланыла.

Бөгөн ғәрәп аттарын сабыштарҙа, билдәле арауыҡҡа сабыштарҙа, шулай уҡ һәүәҫкәр ат спортында һәм һыбай йөрөү өсөн ҡулланалар

 
СССР-ҙа сыҡҡан почта маркаһында ғәрәп аты (1968 йыл).

Ғәрәп аттары сабышын Мәскәү, Пятигорск, Краснодар һәм Павловск ипподромдарында күреп була. Төп приздар Пятигорск ипподромында уйнатыла. Улар араһында Ҙур Бөтә Рәсәй призы (Дерби) һәм Өс йәшлек бейәләр өсөн ҙур приз (ОКС) да бар.

Легендалар

үҙгәртергә

Ғәрәп аттары тураһында бик күп мифтар һәм легендалар бар. Шуларҙың береһендә былай тип һөйләнә: сүллек буйлап оҙаҡ сәйәхәт ҡылғандан һуң, Мөхәммәт, оазиста үҙ аттарының һыуһынын ҡандырып, ял итергә ебәрә. Ләкин, улар һыуға барып етеп өлгөрмәй, Мөхәммәт уларҙы кире саҡыра. Тик уның янына бары биш бейә генә кире килә. Улар ныҡ һыуһаған булһалар ҙа, хужаһына тоғролоҡ күрһәтә, шуға ла Мөхәммәт уларҙы тоҡомдо яҡшыртыу маҡсатында алып ҡала. Был биш бейәнән, Әл-Хамсә (ғәрәпсә «биш») ғәрәп аттарының «биш төрө» башланып китә тиҙәр[24]. Әл-Хамсә тигән аттар уйлап сығарылған булһалар ҙа[25], ҡайһы бер ат үрсетеүселәр һаман да хәҙерге бәҙәүи аттары ошо биш бейәнең нәҫеле тип бара[26].

Тағы бер тарих: Соломон батша Бану Азд тигән ғәрәп ҡәбиләһенә был батшаға һалым түләргә килгән саҡтарында Зад-эль-Рахеб йәки Зад-эль-Ракиб («Һыбайлыға бүләк») тигән айғырҙы бүләк итә. Был айғыр зебра һәм ғәзәлдән дә шәберәк елдерә, уның менән һунар һәр саҡ уңышлы була. Шуға күрә уны тоҡом айғыры итеп тоталар, унан ғәрәп аттары башланып китә тиҙәр[27].

Тағы ла бер миф ғәрәп аттарының тарихын Ибраһим улы Исмәғил заманынан башлай[28]. Был риүәйәт буйынса Ябраил фәрештә (Джибриль, Гавриил) ергә төшә лә Исмәғилде ҡот осҡос ҡойон менән уята. Шунан фәрештә, йәшен болотона туҙан туҙҙырып, ямғыр ҡойоуҙы туҡтатырға ҡушҡан. Ул ойошоп, матур, уйнаҡлап торған йән эйәһенә — атҡа әйләнгән. Был ерҙе ҡабып йота алған кеүек күренгән хайуанды бәҙәүиҙәр «Ел йотоусы» тип атай башлаған[29].

Бәҙәүиҙәр Аллаһ ғәрәп атын көньяҡ еленән хасил иткән тип һөйләй[30].

Ғәрәп аттары сәнғәтендә

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Арабская чистокровная порода / Е. И. Шемарыкин // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 144. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
  2. Камбегов и др. (2002).
  3. Гуревич Д.Я., Рогалев Г.Т. Словарь-справочник по коневодству и конному спорту. — Москва: Росагропромиздат, 1991. — С. 46. — 240 с. — ISBN 5260005732, 9785260005736.
  4. Парфенов В.А. Лошади. — Москва: Издатель Балабанов И.В. Народное творчество, 2000. — С. 35. — 156 с., 9 л. ил., ил., табл с. — ISBN 5-901049-13-6;. — ISBN 5-93357-008-7.
  5. Edwards. The Arabian. — С. 28.
  6. Preserving the Arabian Horse in its Ancestral Land // Royal Embassy of Saudi Arabia. — 2007.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Edwards. The Arabian. — С. 2.
  8. 8,0 8,1 8,2 Bennett. Conquerors. — С. 4—7.
  9. Głażewska, Iwona. Speculations on the origin of the Arabian horse breed. — Livestock Science, 2010. — С. 49—55. — ISBN 1871-1413..
  10. 10,0 10,1 Discovery at al-Magar // Saudi Aramco World.
  11. Arabian // International Museum of the Horse. Kentucky Horse Park.. — 2007.
  12. Royal Embassy of Saudi Arabia Preserving the Arabian Horse in its Ancestral Land // Royal Embassy of Saudi Arabia. — 2007.
  13. 13,0 13,1 13,2 Archer. Arabian Horse. — С. 2—4.
  14. Schofler Daughters of the Desert // Equestrian Magazine.
  15. The Horse of the Bedouin // Al Khamsa Organization.
  16. Derry. Bred for Perfection. — С. 104—105.
  17. Horse of the Desert Bedouin // Arabian Horse Association.
  18. Bowling. A pedigree-based study of mitochondrial d-loop DNA sequence variation among Arabian horses. — Animal Genetics. — С. 1.
  19. Lewis, Barbara S. Egyptian Arabians: The Mystique Unfolded // Arabians. Pyramid Arabians.. — 2006.
  20. Искушение резвостью. www.goldmustang.ru. Дата обращения: 14 август 2019.
  21. Арабская лошадь [Уникальный сборник наиболее значимых трудов об арабской лошади, одной из самых красивых конских пород. В книгу вошли исследования князя Щербатова, С.А. Строганова, княгини О.А. Щербатовой и О.А. Балакшина.] : [Сб.]. — Москва: Центрполиграф, 2003. — 379 с., [40] л. ил.; 24 с. — ISBN 5-9524-0348-4.
  22. Балакшин О.А., Князева Г.А. (ред.). Арабская лошадь в СССР: дополнение к Государственной племенной книге чистокровных арабских лошадей. — Москва: Колос, 1979. — 208 с.
  23. Журнал "Коневодство и конный спорт" :: Об арабском коневодстве России. www.kdvorik.ru. Дата обращения: 14 август 2019. 2020 йыл 5 ноябрь архивланған.
  24. Al Khamsa Al Khamsa The Five // History and Legends.
  25. Upton. Arabians. — С. 12.
  26. Schofler. Flight Without Wings. — С. 3—4.
  27. Chamberlin. Horse. — С. 166—167.
  28. Archer. Arabian Horse. — С. 2.
  29. Raswan. The Raswan Index and Handbook for Arabian Breeders. — С. 6.
  30. Sumi. Description in Classical Arabic Poetry. — С. 19.

Һылтанмалар

үҙгәртергә