Ҡош Юлы (йәки Гала́ктика) — галактика. Унда Ер, Ҡояш системаһы һәм ябай күҙ менән күреп булған айырым йондоҙҙар[9][10]. Ошо тоташтырмаһы менән бер булған әйләнмә галлактикаға ҡарай[1].

Ҡош Юлы
Галактика
Milky Way full annotated russian.jpg
Ҡош Юлы (компьютер моделе). Әйләнмә галактика тоташтырмаһы менән бергә.
Характеристика
Тип эҙмә-эҙлелеге

SBbc (Әйләнмә галактика тоташтырмаһы менән бергә)[1]

Диаметры

100 000 яҡ. йылдар[2]

Ҡалынлығы

3000 яҡ. йылдар (балдж)[3]
1000 яҡ. йылдар (диск)[2]

Йондоҙҙар һаны

2—4·1011[2][4]

Ауырлығы

3,0·1012 [5]

Йәше билдәле йондоҙлоҡтарҙың иң ҡарты

13,2 млрд лет[6]

Ҡояштан алып галактика үҙәгенәсә алыҫлығы

26 000 ± 1400 яҡ. йылдар

Ҡояштың галлактикала әйләнеш осоро

225—250 млн йыл

Әйләнмә структурның әйләнеш осоро

50 млн йыл[7]

Әйләнмә галактиканың әйләнеш осоро.

15—18 млн йыл[7]

Фон реликт нурланышының сағыштырмаса тиҙлеге

552 км/с[8]

Ҡош юлы Андромеда галактикаһы (М31), Өсмөйөш галактикаһы (М33) һәм 40-лап кәрлә юлдаш галактикалар менән (үҙенең һәм Андромеданыҡылар менән) галактикаларҙың Төбәк йондоҙҙар тупланмаһының (Ҡыҙ йондоҙҙар тупланмаһы) төбәк төркөмөн тәшкил итә[11][12].

СтруктураһыҮҙгәртергә

ДәүмәлеҮҙгәртергә

 
Схематичное изображение профиля.

Галактиканың диаметры 30 мең парсек ( 100 000-гә яҡын яҡтылыҡ йылы, 1 квинтиллион километр), баһаланған уртаса ҡалынлығы 1000-гә яҡын яҡтылыҡ йылы. APOGEE һәм LAMOST миссиялары сиктәрендә үткәрелгән тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәрен статистик анализлағандан һуң, Канар астрофизика институты хеҙмәткәрҙәре Ҡош Юлы дискының диаметры 200 000-гә яҡын яҡтылыҡ йылы тәшкил итә тигән фекергә килә[13].

Йондоҙҙар һаныҮҙгәртергә

Хәҙерге мәғлүмәттәр буйынса Галактикала 200 - 400 миллиард йондоҙ бар. Уларҙың төп өлөшө йәлпәк диск рәүешле урынлашҡан [14].
Ҡош Юлында бынан тыш 25 - 100 миллиард көрән кәрлә йондоҙ бар[15].

МассаһыҮҙгәртергә

Галактика массаһында йондоҙҙар түгел һәм йондоҙҙар араһындағы газдар түгел ә яҡтырып күренмәгән ҡара материянан торған гало күпселек өлөштө тәшкил итә, шуға күрә Ҡош Юлының массаһын теүәл билдәләү әлегә мөмкин түгел.

2009 йылдың ғинуарына, Галактика массаһы 3·1012 Ҡояш массаһы тиклем тип баһаланды[5], или 6·1042 кг.

2016 йылдың майында Канада астрофизиктары баҫтырып сығарған мәғлүмәт буйынса Галактика массаһы 7·1011 Ҡояш массаһы тәшкил итә [16].

2019 йылда «Gaia» һәм «Hubble» миссияһы мәғлүмәттәрен бергә туплағандан һуң, астрономдар Ҡош юлы массаһын Галактика үҙәгенән 129 000 яҡтылыҡ йылы радиусында 1,5 ·1012 Ҡояш массаһы тип билдәләй[17].

Галактиканы асыу тарихыҮҙгәртергә

Күк есемдәренең күбеһе әйләнеп йөрөүсе системалар булып берләшә. Ай, мәҫәлән, Ер (планета) тирәләй әйләнә, гигант планеталар юлдаштары төрлө есемдәргә бай системаларға инә. Юғарыраҡ кимәлдә ҡарағанда, Ер һәм башҡа планеталар Ҡояш тирәләй әйләнә. Шулай итеп үҙенән-үҙе Ҡояш тағы ла ҙурыраҡ берәй системаға инмәйме икән тигән һорау тыуа.

Башлап был мәсьәләне XVIII быуатта инглиз астрономы Уильям Гершель эҙмә-эҙлекле тикшерә. Ул күктең төрлө өлкәләрендәге йондоҙҙарҙы иҫәпләп ҡараған һәм күктә ҙур түңәрәк бар икәнен аңлаған (һуңыраҡ уны галактик экватор тип атағандар), ул күкте ике тигеҙ өлөшкә бүлә, шулай уҡ унда йондоҙҙар һаны иң күбе булып сыға . Бынан тыш, был түңәрәккә яҡынайған һайын күк өлкәһендә йондоҙҙар күбәйә бара. Һуңыраҡ тап ошо түңәрәктә Ҡош Юлы урынлашҡаны мәғлүм була. Гершель беҙ күҙәткән бөтә йондоҙҙар ҙа ғәйәт ҙур йондоҙ системаһына инә икәнен һәм уларҙың галактик экваторға табан ығышҡанын аңлай.

Башта Йыһанда булған бөтә нимә лә беҙҙең Галактика өлөштәре тип фаразлайҙар, ә бит Кант әллә ҡасан уҡ ҡайһы бер томанлыҡтар Ҡош Юлына оҡшаш галактика булыуы бар тигән фекерҙе әйтә. 1920 йылда уҡ беҙҙең Галактиканан тыш объекттар булыуы тураһындағы фараз фәнни бәхәсәтр тыуҙыра (мәҫәлән, Харлоу Шепли менән Гебер Кёртис араһындағы күптәргә билдәле Ҙур бәхәс; Х.Шепли беҙҙең Галактика берҙән-бер ти). Гипотеза Канттың фаразы тик 1920 йылдарҙа ғына иҫбатлана; Эрнст Эпик менән Эдвин Хаббл ҡайһы бер спираль рәүешендәге томанлыҡтарға тиклем арауыҡты үлсәй һәм улар, шул тиклем алыҫ урынлашҡанға күрә, беҙҙең Галактикаға инә алмай икәнен иҫбатлай.

Башҡорт халыҡ ижадындаҮҙгәртергә

Бик борон булған был хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош Юлы ла булмаған. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Уралға, Һаҡмар, Ағиҙел буйҙарына торналар килеп йәйләр булған. Элек уларҙы Һиндостан тигән ерҙән килә тип һөйләй торғайнылар.

Бер йылды торналар теҙелешеп йылы яҡҡа осҡан мәлдә ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша башлаған, ҡайһы берҙәре, арып, ергә төшөп ҡала барған. Шул саҡ оло торналар ҡалғандарына юл күрһәтеү өсөн ҡауырһындарын сәсеп киткәндәр. Был ҡауырһындар йондоҙға әйләнгән имеш. Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар хасил булған. Тороп ҡалған торналар ошо йондоҙҙарға ҡарап ҡайтыр булғандар. Ҡош Юлы тигәндәре ана шунан ҡалған ул.

ПанорамаларҮҙгәртергә

Ҡош юлы панорамаһы, АҠШ-тың Үлем үҙәнендә эшләнгән, 2005 йыл.
Панорама — Чили, 2009 йыл.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Засов и Постнов, 2006, с. 302
  2. 2,0 2,1 2,2 Eric Christian; Safi-Harb Samar. How large is the Milky Way?  (инг.). Ask an Astrophysicist. NASA (2005-12-01). Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 июль 2012. (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2012)
  3. Thanu Padmanabhan After the first three minutes: the story of our universe — Cambridge University Press, 1998. — P. 87. — 215 p. — ISBN 0-521-62039-2.
  4. How Many Stars are in the Milky Way?
  5. 5,0 5,1 Lenta.ru: «Млечный Путь потяжелел в два раза», 06.01.2009
  6. Anna Frebel Discovery of HE 1523-0901, a Strongly r-Process-enhanced Metal-poor Star with Detected Uranium (инг.) // The Astrophysical Journal. — 2007. — Т. 660. — С. L117.
  7. 7,0 7,1 Nicolai Bissantz Gas dynamics in the Milky Way: second pattern speed and large-scale morphology (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — 2003. — Т. 340. — С. 949.
  8. Kogut, A.; Lineweaver, C.; Smoot, G. F.; Bennett, C. L.; Banday, A.; Boggess, N. W.; Cheng, E. S.; de Amici, G.; Fixsen, D. J.; Hinshaw, G.; Jackson, P. D.; Janssen, M.; Keegstra, P.; Loewenstein, K.; Lubin, P.; Mather, J. C.; Tenorio, L.; Weiss, R.; Wilkinson, D. T.; Wright, E. L. Dipole Anisotropy in the COBE Differential Microwave Radiometers First-Year Sky Maps (инг.) // Astrophysical Journal. — 1993. — Т. 419. — С. 1.
  9. Засов и Постнов, 2006, с. 290
  10. Collins Elementary English Dictionary – Complete and Unabridged 1991-2003 - Milky Way. The American Heritage Science Dictionary. thefreedictionary.com (2005). (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2012)
  11. Дроздовский И. Местная группа галактик. Астронет (2000). 18 октябрь 2012 тикшерелгән. (Тикшерелеү көнө: 18 октябрь 2012)
  12. Дроздовский И. Местное сверхскопление. Астронет (2001). 18 октябрь 2012 тикшерелгән. (Тикшерелеү көнө: 18 октябрь 2012)
  13. Диск Млечного Пути больше, чем мы думали
  14. Мы живем в искривленной и перекрученной галактике. Это многое объясняет // 2 августа 2019
  15. Названо число субзвезд в Млечном Пути // Lenta.ru, июнь 2017
  16. Названа точная масса Млечного Пути. Новостной сайт «Лента.Ру» (2016-06-01). 1 июнь 2016 тикшерелгән.
  17. ESA Science & Technology_ Hubble & Gaia accurately weigh the Milky Way, 07 March 2019

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Засов А. В., Постнов К. А. Общая Астрофизика — Фрязино: Век 2, 2006. — 496 б. — ISBN 5-85099-169-7. (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2012)
  • Книга «Млечный путь», ISBN 5-85099-156-5

Тышҡы һылтанмаларҮҙгәртергә