Андромеда галактикаһы

Андромеда галактикаһы (йәки Андромеда, M 31, NGC 224, Андромеда томанлығы) — Sb тибындағы спираль галактика, Урындағы төркөмдөң иң ҙур галактикаһы. Ҡош Юлына яҡын ҙур галактика. Яҡынса 1 триллион йондоҙ бар унда, был Ҡош Юлынан 2,5—5 тапҡырға күберәк. Галактиканың вириаль массаһы яҡынса 800 миллиард ҡояш массаһын тәшкил итә[14]. Андромеда йондоҙлоғонда урынлашҡан һәм Ерҙән 2,52 миллион яҡтылыҡ йылы алыҫлығында. Галактика яҫылығы күреү нурына ҡарата15 градуҡа ауышҡан, уның күренгән дәүмәле — 3,2 × 1,0°[15], күренгән йондоҙ дәүмәле — +3,4m.

Андромеда галактикаһы
Рәсем
Масса 800 000 000 000 ± 100 000 000 000 M☉[1]
Кем хөрмәтенә аталған Андромеда
Каталог коды M 31[2], NGC 224[3][2], PGC 2557[4], 2MASX J00424433+4116074[2], UGC 454[2], IRAS F00400+4059[2], IRAS 00400+4059[2], 2C 56[2], IRC +40013[2], RAFGL 104[2], UZC J004244.3+411608[2], LEDA 2557[2], XSS J00425+4102[2], [DGW65] 4[2], 2MAXI J0043+412[2], 3FGL J0042.5+4117[2], 2FGL J0042.5+4114[2], 33 And, HD 3969[2], PLX 124[2], PLX 124.00[2], PPM 43228[2], AG+40 60[2], BD+40 148[2], Z 535-17[2] һәм Z 0040.0+4100[2]
Асыу датаһы 964
Йондоҙлоҡ Андромеда
Тело-спутник Мессье 110[d], NGC 221[d], Өсмөйөш галактикаһы, Андромеда II[d], NGC 185[d], NGC 147[d], Андромеда XXI[d], Андромеда IX[d], Карликовая галактика в Кассиопее[d], Карликовая сфероидальная галактика в Пегасе[d], Андромеда IV[d], Андромеда VIII[d], Андромеда III[d], Андромеда V[d], Андромеда I[d], Андромеда XIX[d], Андромеда XXII[d], Андромеда X[d], Андромеда XII[d], Андромеда XIII[d], Андромеда XVIII[d], Андромеда XXIII[d], Андромеда XI[d], Андромеда XIV[d], Андромеда XX[d], Andromeda XXIX[d], Andromeda XV[d], Andromeda XVI[d], Andromeda XVII[d], Andromeda XXIV[d], Andromeda XXV[d], Andromeda XXVI[d], Andromeda XXVII[d], Andromeda XXVIII[d], Andromeda XXX[d], Andromeda XXXI[d], Andromeda XXXII[d] һәм Andromeda XXXIII[d]
Ҡыҙыл тайпылыш −0,000677[5]
Расстояние от Земли 0,82 мегапарсек[6]
Параллакс 6 ± 14,1 миллисекунда дуги[7]
Склонение собственного движения −9 ± 4,9 миллиарксекунд в год[8]
Прямое восхождение собственного движения −3,4 ± 5 миллиарксекунд в год[8]
Радиальная скорость −300 ± 4 km/s[9][10]
Галактиканың морфологик төрө SA(s)b[11]
Видимая звёздная величина 3,44 ± 0,03[12]
Абсолютная звёздная величина −21,5
Радиус 110 000 световой год
Астрономическая эпоха J2000.0[d][13][8][2]
Прямое восхождение 10,6847083 °[13]
Склонение 41,26875 °[13]
 Андромеда галактикаһы Викимилектә

Күҙәтеүҙәр тарихы

үҙгәртергә

Андромеда галактикаһы тураһындағы тәүге яҙма фарсы астрономы ас-Суфиҙың (946 йыл) «Хәрәкәтһеҙ йондоҙҙар каталогында» баҫыла, уны ул «бәләкәй болот» тип һүрәтләй[16]. Объекттың телескоп ярҙамында күҙәтеүҙәргә нигеҙләнгән беренсе һүрәтләмәһе немец астрономы Симон Марий тарафынан 1612 йылда яһала. Шарль Мессье үҙенең данлыҡлы каталогын төҙөгәндә, хаталанып был объектты асыуҙы Марийға теркәй һәм уны М 31 билдәләмәһе аҫтында индерә. 1785 йылда Уильям Гершель М 31-ҙең үҙәгендә һүрән генә ҡыҙыл тап булыуын билдәләй. Уның фекеренсә, был галактика бөтә томанлыҡтарҙан иң яҡыны, һәм уға тиклемге араны Ҡояш менән Сириус араһындағы алыҫлыҡтан 2000 тапҡырға алыҫыраҡ тип иҫәпләп сығара (был ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәй)[17].

 
1899 йылда Андромеда галактикаһының Исаак Родригес төшөргән беренсе фотоһы

1864 йылда Уильям Хаггинс, М 31 спектрын күҙәтеп, уның газ-саң томанлыҡтары спектарҙарынан айырылып тороуын таба[18]. Мәғлүмәттәр M 31-ҙең күп һандағы айырым йондоҙҙарҙан тороуына күрһәтә. Ошонан сығып, Хаггинс объекттың йондоҙ тәбиғәтен фаразлай, һәм артабанғы йылдарҙа был фараз, ысынлап та раҫлана.

1885 йылда был галактикала, астрономия әҙәбиәтендә S Андромеда булараҡ билдәле булған, иң яңы SN 1885A тоҡана. Бөтә күҙәтеүҙәр тарихы өсөн М 31 тип теркәлгән бындай ваҡиға әлегә берәү генә.

Галактиканың тәүге фотографияларын 1887 йылда Уэльс астрономы Исаак Родригес ала. Сассекстағы ҙур булмаған үҙ обсерваторияһын файҙаланып, ул М 31-ҙе фотоға төшөрә һәм объекттың спираль структураһын билдәләй[19]. Әммә ул ваҡытта М 31 һаман да беҙҙең Галактиканыҡы тип һанала, һәм Родригес, хаталанып, был — башҡа планеталарҙан формалаша башлаған икенсе ҡояш системаһы, тип иҫәпләй.

Галактиканың нур тиҙлеген Америка астрономы Весто Слайфер 1912 йылда билдәләй. Спектраль анализды ҡулланып, ул шуны иҫәпләп сығара: М 31 Ҡояш йүнәлеше буйынса быға тиклем билдәле булған астрономик объекттарға хас булмағанса, ғәйәт ҙур тиҙлектә хәрәкәт итә: яҡынса 300 км/с[20].

Гарвард-Смитсон университетының астрофизика үҙәге белгестәре, Сандра (Chandra) орбиталь обсерваторияһы ярҙамында М 31-ҙе 10 йыл буйы күҙәтеүҙәрен анализлап, түбәндәгене асыҡлай: Андромеда галактикаһы йәҙрәһенә төшкән нур 2006 йылдың 6 ғинуарына тиклем һүрән булыуҙан туҡтай. Шул көндө ул гөлт итеп ҡабынып китә, М 31-ҙең яҡтылығы рентген диапозонында 100 тапҡырға артыҡ була. Артабан яҡтылығы бер аҙ кәмей, шулай ҙа 2006 йылдағыға ҡарағанда барыбер ҡеүәте 10 тапҡырға артығыраҡ булып ҡала[21].

Дөйөм характеристикаһы

үҙгәртергә
 
Андромеда галактикаһы ультрафиолет нурланышта

Урындағы төркөм хәрәкәте

үҙгәртергә

Андромеда галактикаһы, Ҡош Юлы кеүек үк, Урындағы төркөмгә ҡарай һәм 300 км/сәғәт тиҙлек менән Ҡояш йүнәлеше буйынса хәрәкәт итә. Шулай итеп, ул миләүшә тайпылышына эйә булған объекттарға ҡарай. Ҡояштың Ҡош Юлы буйынса хәрәкәте йүнәлешен билдәләп, астрономдар Андромеда галактикаһы һәм беҙҙең Галактика 100—140 км/сәғәт тиҙлек менән бер-береһенә табан яҡынлашыуын асыҡлай[22]. Ике галактик системаның яҡынса 3-4 миллиард йылдан һуң бәрелешеүе фаразлана. Әгәр ҙә был шулай булһа, улар икеһе лә, моғайын, ҡушылып, оло бер галактикаға әйләнер. Был осраҡта ҡеүәтле гравитацион көстәр тарафынан беҙҙең Ҡояш системаһының галактик-ара арауыҡҡа ташланыуы ихтимал. Ҡояш һәм планеталар, моғайын, был процесс ваҡытында емерелмәҫ[23].

2014 йылдың сентябрендә баҫылған мәғлүмәттәргә ярашлы, бер модель буйынса, 4 миллиард йылдан һуң Ҡош Юлы Ҙур һәм Бәләкәй Магеллан Болоттарын «йота», ә биш млрд йылдан үҙе Андромеда томанлығы тарафынан йотоласаҡ[24]. Башҡа иҫәпләүҙәр буйынса галактикалар 4,5 миллиард йылдан һуң, бер-береһенә тейеп, бәрелешәсәк[25].

Мичиган университеты астрофизитары түбәндәгене иҫәпләп сығарған: Андромеда галактикаһын уратып алған йондоҙҙар галоһының (күренмәгән компоненты) күп өлөшө Андромеда галактикаһы менән бәрелешкән бер ҙур M 32p галактикаһынан, ә һәләк булған галактика ҡалдыҡтары хәҙер М 32 галактика-юлдаш рәүешендә Андромеда тирәләй әйләнә[26].

Джемини обсерваторияһы һәм Кек обсерваторияһы Pan- Andromeda Archaeological Survey программаһы сиктәрендә Канада-Франция-Гавайя телескобы ярҙамында Андромеда галоһында GC-Non һәм GC-Sub йондоҙҙар тупланмаһының ғәҙәти булмаған хәрәкәтен өйрәнә. Һәм шуны асыҡлай: ике төрлө бәрелеш булған, — береһе 7-10 млрд йыл элек, ә икенсеһе һуңғы бер нисә млрд йыл эсендә[27][28].

Структура

үҙгәртергә

Андромеда галактикаһы Урындағы төркөмдә иң ҙуры: Спитцер телескобы ярҙамында алынған мәғлүмәттәргә таянып, астрономдар уның составына яҡынса триллион йондоҙ инеүен асыҡлай[29]. Уның бер нисә кәрлә галактика-юлдашы бар: М 32, M 110, NGC 185 , NGC 147,бәлки, башҡалары ла барҙыр. Уның оҙонлоғо 220 000 яҡтылыҡ йылы тәшкил итә, был Ҡош юлынан 2,2 тапҡырға ҙурыраҡ.

M 31 йәҙрәһендә, башҡа күп кенә галактикаларҙағы кеүек үк (шул иҫәптән Ҡош юлында ла), уғата ауыр ҡара упҡындарға (СЧД) әйләнеүгә кандидат урынлашҡан. Иҫәп-хисаптар шуны күрһәтә: уның массаһы Ҡояш массаһынан 140 миллион тапҡырға артығыраҡ. 2005 йылда «Хаббл» космик телескобы уғата ауыр ҡара упҡындарҙы уратып алған йәш зәңгәр йондоҙҙарҙан торған серле диск таба[30]. Ул релятивистик объекттар тирәләй планеталар Ҡояш тирәләй әйләнгән кеүек әйләнә. Астрономдар керәндил формаһындағы дискының шундай ҙур объектҡа яҡын ғына барлыҡҡа килеүенә аптырай. Иҫәп-хисап буйынса, уғата ауыр ҡара упҡындарҙың ташыу көсө газ-саң болоттарына ҡуйырыуына һәм яңы йондоҙҙар булдырлыуға мөмкинлек бирмәҫкә тейеш. Артабанғы күҙәтеүҙәр, бәлки, йомаҡты асырға асҡыс бирер.

 
Галактиканың ике йәҙрәһе
 
Күк төҫ менән билдәләнгән СЧД янында ҡуш йондоҙҙарҙың рентген нурланышы, КРО «Сандра» фотоһүрәттәре.

Был дискыны асыу ҡара упҡындарҙың булыуы тураһындағы теорияға тағы ла бер аргумент һала. Тәүге тапҡыр М 31 йәҙрәһендәге зәңгәр яҡтылыҡты астрономдар 1995 йылда уҡ «Хаббл» телескобы ярҙамында күрә. Өс йылдан һуң был яҡтылыҡ зәңгәр йодоҙҙарҙың тупланмаһы тип билдәләнә. Тик 2005 йылда ғына телескопҡа ҡуйылған спектрографты ҡулланып, күҙәтеүселәр уның яҡынса 200 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән дүрт йөҙҙән ашыу йондоҙҙоң тупланмаһы булыуын билдәләй. Дискыға диаметры ни бары 1 яҡтылыҡ йылы булған йондоҙҙар тупланған. Диск үҙәгендә «Хаббл» элек тапҡан иҫке һәм һалҡын ҡыҙыл йондоҙҙар урын алған. Уғата ауыр ҡара упҡындарҙың гравитацион йоғонтоһо аҫтында улар үтә ныҡ ҙурая — 1000 км/с (3,6 миллион километр сәғәт). Бындай тиҙлек менән 40 секундта ер шарын урап сығырға, йәки 6 минутта Ерҙән Айға тиклем барып етергә була.

Диск йондоҙҙарға һәм башҡа күк СЧД, галактика ядроһы ҡушыла һәм тағы башҡа объекттарға барыу. Был 1993 йылдың 31 үҙәгендә асыласаҡ ике йондоҙ m тупланған, тип, астрономдар өсөн көтөлмәгәнлек булды, сөнки ярайһы уҡ ҡыҫҡа ваҡыт арауығында бер-бер артлы ике тупларға ҡушылды: яҡынса 100 мең йыл. Иҫәп-хисап буйынса, миллион йыл элек килеп ҡушылған күп булырға тейеш, ләкин был килеп сыҡты. Тремэйн Скотт (ингл. Scott Tremaine) иң принстон университеты тәҡдим итә, тип аңлата ул галактика үҙәге тупларға ҡушылды икеләтә түгел, ә иң боронғо ҡыҙыл йондоҙ балдағы. Был ике ҡулсаға ала кеүек күренә йыйылған, сөнки ҡапма-ҡаршы яҡтан ғына күргән йондоҙҙар беҙҙең ҡулсабыҙ. Шулай итеп, диск алыҫлыҡ яҡтылыҡ йылдарында 5 балдан булырға тейеш һәм был йәш йондоҙҙар уратып счд зәңгәр ҡушыла. Беҙ бер диск ҡарай һәм балдан яғына боролған, тип әйтә алаһығыҙ улар хаҡында взаимозависимость.

Башҡа объекттар

үҙгәртергә
 
Mayall II шар формаһында тупланмаһы

Галактикала 460 тирәһе шар формаһындағы тупланма теркәлгән[31]. Шуларҙың иң ауыры — Mayall II, уны тағы G1 тип тә атайҙар, ул, сағыу яҡтылығы менән Ҡош юлының иң сағыу тупланмаһы булған Омега Центаврҙан уҙҙырып, Урындағы төркөмдә иң көслө яҡтылыҡҡа эйә[32]. Ул Андромеда галактикаһы үҙәгенән яҡынса 130 мең яҡтылыҡ йылы алыҫлығында һәм кәмендә 300 мең иҫке йондоҙҙан тора. Уның структураһы, шулай уҡ төрлө тоҡомға ҡараған йондоҙҙар Mayall II-нең ҡасандыр М31 тарафынан йотолған боронғо кәрлә галактиканың йәҙрәһе булыуына күрһәтә[33]. Тикшеренеүҙәргә ярашлы, был йондоҙҙар тупланмаһы үҙәгендә массаһы 20 мең Ҡояшҡа тиң ҡара упҡынға кандидат тора.[34]. Башҡа тупланмаларҙа ла ошондай уҡ объекттар бар.

2005 йылда астрономдар М 31 галоһында йондоҙҙар тупланмаһының бөтөнләй яңы төрөн таба. Яңы асылған өс тупланманың эсендә йөҙҙөрсә мең яңы йондоҙ бар — ғәмәлдә уларҙың һаны шар формаһындағы тупланмаларҙағы йондоҙҙар һанына етә. Әммә яңы тупланмаларҙың айырмаһы шунда: шар формаһындағы тупланмаларҙан байтаҡҡа ҙурыраҡ дәүмәлдә (диаметрҙары бер нисә йөҙ яҡтылыҡ йылы), һәм уларҙың ауырлығы кәмерәк. Уларҙа йондоҙҙар араһындағы алыҫлыҡ та байтаҡҡа күберәк. Бәлки, улар шар формаһындағы тупланмалар менән кәрлә сфероидаль галактикалар араһында торған күсмә класс системаларына ҡарайҙыр[35].

Галактикала PA-99-N2 йондоҙо бар, уның тирәләй Ҡош юлынан[36] ситтә асылған экзопланета әйләнә.

2013 йылдың июнендә баҫылып сыҡҡан тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, галактикала кәмендә 35 ҡара упғын бар — был элек иҫәпләгәндәргә һәм беҙҙең Галактикалаһына ҡарағанда байтаҡҡа күберәк[37].

Андромеда йондоҙ дискының әйләнеү күсәре стандарт астрономик системала 128° була.

Галактика-юлдаштар

үҙгәртергә

Андромеда галактикаһын, беҙҙең Ҡош юлы кеүек үк, бер нисә кәрлә галактика — миллиардлаған йондоҙҙан торған ҙур булмаған йондоҙ системаһы уратып алған. Улар араһында M 32 менән M 110 компакт эллиптик галактикалары — иң эреләре һәм киң билдәлеләре. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, бәлки, күптән түгел М 32 спираль формаһында булғандыр, әммә Андромеда галактикаһының ҡеүәтле ташыу көсө йоғонтоһонда спираль еңсәләренең барлыҡҡа килеүе баҫыла.

M 110 да Андромеда галактикаһы менән гравитацион бәйләнешкә инә: астрономдар М 31 тирәләй, уның галоһында, ауыр металдарға бай гигант йондоҙҙар ағымын таба. Бындай йондоҙҙар кәрлә М 110 тупланмаһына ла инеп урынлаша, тимәк йондоҙҙар бер галактиканан икенсеһенә күсеп йөрөй[38].

Канада-Франция-Гавайи телескобы ярҙамында күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр барышында М 31 тирәләй бер яҫылыҡта әйләнгән кәрлә галактикалар төркөмө табыла (эщ 2013 йылдың башында баҫылып сыға[39]).

Андромеда Томанлығын күҙәтеүҙәр

үҙгәртергә
 
Андромеда томанлығы Андромеда йондоҙлоғонда урынлашҡан

Андромеда томанлығы — ябай күҙ менән күреп булған һәм галактиканан ситтә урынлашҡан бик аҙ объекттарҙың береһе. Ерҙән күҙәтеүсе өсөн күк йөҙөндә биләгән майҙаны буйынса ул Ай дискыһынан ете тапҡырға ҙурыраҡ, ләкин уның тик йәҙрәһе генә яҡшы күренә. Структураһын ентекләп ҡарау өсөн бинокль талап ителә.

Галактиканы табыр өсөн, тәүҙә Тимерҡаҙыҡ йондоҙон (Кесе Етегәндең алфаһы (α — иң сағыу йондоҙо), «Бәләкәй сүмес» һабының һуңғы йондоҙо) табырға кәрәк. Артабан Кассиопеяны табығыҙ. Кассиопеяла иң сағыу йондоҙҙо — Кассиопеяның α — альфаһын эҙләгеҙ. Был ике йондоҙҙо һыҙыҡ менән тоташтырығыҙ һәм, Тимерҡаҙыҡ йүнәлешендә хәрәкәт итеп, Ҙур квадратты табығыҙ. Был йүнәлештә тәүҙә Ҙур квадратҡа ла, Андромедаға ла ҡараған Альферац тап булыр. Был йондоҙ — Андромеданың «башы», унан бөгөлгән ике һыҙыҡ — «аяҡтары» һуҙыла. Кассиопеяға яҡынырағы өҫтөндә галактика урынлашҡан ла инде. Ябай күҙ менән күҙәткәндә ул тоноҡ йондоҙ булып күренә, ә бинокль ҡулланғанда бәләкәй генә эллиптик болотто хәтерләтә[40].

Мессье каталогнан күк буйынса күршеләр

үҙгәртергә
  • M 32 һәм M 110 — «Андромеда томанлығының» юлдаштары;
  • M 33 (Өсмөйөштә, көньяҡҡа — β And-тан икенсе яҡҡа) — беҙгә үҙенең яҫы яғы менән боролған ҙур спираль галактика;
  • M 76 (төньяҡ-көнсығышҡа, Персея йондоҙлоғонда) — «Бәләкәй Гантель» ҙур булмаған планетар томанлыҡ ;
  • M 34 (көнсығышҡа, Персея йондоҙлоғона ла инә) — ярайһы уҡ сағыу, әммә тоноҡ тупланма.

«Мессье Марафонында» күҙәтеү эҙмә-эҙлеге

үҙгәртергә

…M 74 → M 77 → M 31 → M 32 → M 110…

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title)doi:10.1093/MNRAS/STY082
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 2,21 2,22 2,23 2,24 SIMBAD Astronomical Database
  3. Эмиль Д. Д. Л. Новый общий каталог
  4. http://haroldcorwin.net/rc3/rc39b.csv.gz
  5. Smith R. J., Lucey J. R., Hudson M. J., Schlegel D. J., Davies R. L. Streaming motions of galaxy clusters within 12 000 km s-1 -- I. New spectroscopic data (ингл.) // Mon. Not. R. Astron. Soc. / D. FlowerOUP, 2000. — Vol. 313, Iss. 3. — P. 469–490. — 22 p. — ISSN 0035-8711; 1365-2966doi:10.1046/J.1365-8711.2000.03251.X
  6. Karachentsev I. D., Kaisina E. I., Kashibadze O. G. The Local Tully-Fisher relation for dwarf galaxies (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. VishniacNYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2017. — Vol. 153. — P. 6–6. — ISSN 0004-6256; 1538-3881doi:10.3847/1538-3881/153/1/6arXiv:1611.02574
  7. van Altena, W. F., Lee J. T., Hoffleit E. D. The General Catalogue of Trigonometric Stellar Parallaxes, Fourth Edition — 4 — 1995. — Т. -1. — Б. 0.
  8. 8,0 8,1 8,2 Roeser S., Bastian U. PPM (Positions and Proper Motions) North Star Catalogue (ингл.) // Astron. Astrophys. / T. ForveilleEDP Sciences, 1988. — Vol. 74. — P. 449. — ISSN 0004-6361; 0365-0138; 1432-0746; 1286-4846
  9. McConnachie A. W. The observed properties of dwarf galaxies in and around the Local Group (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. VishniacNYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2012. — Vol. 144, Iss. 1. — P. 4. — ISSN 0004-6256; 1538-3881doi:10.1088/0004-6256/144/1/4arXiv:1204.1562
  10. Tormen G., Burstein D. Recalibration of the H-0.5-magnitudes of spiral galaxies (ингл.) // The Astrophysical Journal: Supplement SeriesAAS, 1995. — Vol. 96. — P. 123–157. — ISSN 0067-0049; 1538-4365doi:10.1086/192115arXiv:astro-ph/9405047
  11. Batcheldor D., Axon D., Valluri M., Mandalou J., Merritt D. An STIS atlas of Ca II triplet absorption line kinematics in galactic nuclei (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. VishniacNYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2013. — Vol. 146, Iss. 3. — P. 67. — ISSN 0004-6256; 1538-3881doi:10.1088/0004-6256/146/3/67arXiv:1308.1983
  12. Paz A. G., Boissier S., Madore B. F., Seibert M., Joe Y. H., Wyder T. K., Thilker D., Bianchi L., Soo‐Chang Rey, Barlow T. A. et al. The GALEX Ultraviolet Atlas of Nearby Galaxies (ингл.) // The Astrophysical Journal: Supplement SeriesAAS, 2007. — Vol. 173, Iss. 2. — P. 185–255. — ISSN 0067-0049; 1538-4365doi:10.1086/516636arXiv:astro-ph/0606440
  13. 13,0 13,1 13,2 Skrutskie M. F., Cutri R. M., Stiening R., Weinberg M. D., Schneider S., Carpenter J. M., Beichman C., Capps R., Chester T., Elias J. et al. The Two Micron All Sky Survey (2MASS) (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. VishniacNYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2006. — Vol. 131, Iss. 2. — P. 1163–1183. — ISSN 0004-6256; 1538-3881doi:10.1086/498708
  14. Prajwal R. Kafle, Sanjib Sharma, Geraint F. Lewis, Aaron S. G. Robotham, Simon P. Driver The Need for Speed: Escape velocity and dynamical mass measurements of the Andromeda galaxy (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxford University Press, 2018-04-11. — В. 3. — Т. 475. — С. 4043—4054. — ISSN 1365-2966&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 0035-8711, 1365-2966. — DOI:10.1093/mnras/sty082
  15. The Andromeda Galaxy (M 31) (ингл.). Observing at Skyhound. Дата обращения: 14 октябрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  16. С. Вайнберг. Первые три минуты. Современный взгляд на происхождение Вселенной. — Ижевск, НИЦ «Регулярная и хаотическая динамика», 2000, с. 28.
  17. Herschel, Esq. On the Construction of the Heavens. (ингл.). Phil. Trans. R. Soc. Lond. January 1, 1785 75:213–266 (1 ғинуар 1785). Дата обращения: 30 июнь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
  18. William Huggins. On the Spectra of Some of the Nebulae. (ингл.). Phil. Trans. R. Soc. Lond. January 1, 1864 154:437–444 (1 ғинуар 1864). Дата обращения: 30 июнь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
  19. Roberts, Isaac. A Selection of Photographs of Stars, Star-clusters and Nebulae, Vol. II (ингл.). London: The Universal Press (1899). Дата обращения: 4 октябрь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
  20. Slipher, V. M. The radial velocity of the Andromeda Nebula (ингл.). Lowell Observatory Bulletin, vol. 1, pp. 56–57 (1913). Дата обращения: 30 июнь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
  21. Чудеса чёрных дыр вскрыли ералаш в центрах галактик. Архивировано 12 июнь 2010 года. 2010 йыл 12 июнь архивланған.
  22. Tariq Malik. Crash Course: Simulating the Fate of Our Milky Way (ингл.). Space.com (7 май 2002). Дата обращения: 16 июнь 2009. Архивировано 6 июнь 2002 года.
  23. Fraser Cain. When Our Galaxy Smashes Into Andromeda, What Happens to the Sun? (ингл.). Universe Today (10 май 2007). Дата обращения: 16 июнь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
  24. Lenta.ru: Наука и техника: Космос: Астрофизики вновь предрекли смерть Млечному Пути.
  25. Катастрофы не избежать: астрономы уточнили, когда Млечный Путь столкнётся с Туманностью Андромеды, 08.02.2019
  26. The Andromeda galaxy’s most important merger about 2 billion years ago as M32’s likely progenitor, 2018
  27. Dougal Mackey et al. Two major accretion epochs in M31 from two distinct populations of globular clusters // Nature volume 574, pages69-71 (2019)
  28. The Andromeda Has Eaten at Least Two Other Galaxies in Its Cannibalistic Past, 2 OCT 2019]
  29. The Andromeda galaxy hosts a trillion stars (инг.)
  30. Dolores Beasley, Susan Hendrix, Donna Weaver. Hubble Finds Mysterious Disk of Blue Stars Around Black Hole (ингл.). Пресс-релиз на официальном сайте телескопа Хаббл (20 сентябрь 2005). Дата обращения: 16 июнь 2009. Архивировано 24 август 2011 года. 2010 йыл 16 март архивланған.
  31. Pauline Barmby, John P. Huchra. 31 Globular Clusters In The Hubble Space Telescope Archive. I. Cluster Detection And Completeness (ингл.). The Astronomical Journal, 122:2458–2468, 2001 (19 июль 2001). Дата обращения: 17 июнь 2009. Архивировано 24 август 2011 года. 2021 йыл 26 апрель архивланған.
  32. Hubble Spies Globular Cluster in Neighboring Galaxy (ингл.). Пресс-релиз на официальном сайте телескопа Хаббл (24 апрель 1996). Дата обращения: 17 июнь 2009. Архивировано 24 август 2011 года. 2011 йыл 11 август архивланған.
  33. G. Meylan, A. Sarajedini, P. Jablonka, S. G. Djorgovski, T. Bridges, R. M. Rich. Mayall II = G1 in M31: Giant Globular Cluster or Core of a Dwarf Elliptical Galaxy ? (ингл.). Arxiv.org (1 май 2001). Дата обращения: 17 июнь 2009.
  34. Karl Gebhardt, R. Michael Rich, Luis Ho. A 20 Thousand Solar Mass Black Hole in the Stellar Cluster G1 (ингл.). Arxiv.org (16 сентябрь 2002). Дата обращения: 17 июнь 2009.(недоступная ссылка)
  35. A. P. Huxor, N. R. Tanvir, M. J. Irwin, R. Ibata, J. L. Collett, A. M. N. Ferguson, T. Bridges, G. F. Lewis. A new population of extended, luminous star clusters in the halo of M 31 (ингл.). Arxiv.org (9 декабрь 2004). Дата обращения: 17 июнь 2009.
  36. G. Ingrosso, S. Calchi Novati, F. De Paolis, Ph. Jetzer, A. A. Nucita, A. F. Zakharov. Pixel-lensing as a way to detect extrasolar planets in M 31 (ингл.). Arxiv.org (5 июнь 2009). Дата обращения: 16 июнь 2009.
  37. R. Barnard, M. R. Garcia, S. S. Murray Chandra identification of 26 new black hole candidates in the central region of M31 (инг.). — Cornell University Library, 29 April 2013.
  38. Ibata R., Irwin M., Lewis G., Ferguson A. M., Tanvir N. A giant stream of metal-rich stars in the halo of the galaxy M31 (ингл.). Nature (5 июль 2001). Дата обращения: 8 ғинуар 2013.
  39. Rodrigo A. Ibata et al. A vast, thin plane of corotating dwarf galaxies orbiting the Andromeda galaxy (ингл.). Nature (3 ғинуар 2013). Дата обращения: 8 ғинуар 2013. Архивировано 10 март 2013 года.
  40. Observing the Andromeda Galaxy (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2013)

Ҡалып:Внешние ссылки NGC

Һылтанмалар

үҙгәртергә