Ғабдулла ғәрәптәрҙән таралған мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғабдулла — «алла ҡошо» тигән мәғәнәне аңлата[1]. Ир балаларға мосолман халҡында йыш ҡушылған исем.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ғабдулла Сәиди (Ғабдулла бин Сәид әл-Болғари әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари; ысын исеме — Ғабдулла Сәйетбаттал улы Нурмөхәмәтов; 3 май 1836 йыл — 1 сентябрь 1914 йыл) — башҡорт дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы һәм шағир.

Ғабдулла Туҡай (26 апрель 1886 йыл — 15 апрель 1913 йыл) — шағир, татар әҙәбиәте классигы, яңы заман татар әҙәбиәтенә һәм әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, әҙәби тәнҡитсе һәм публицист.

Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең атаһы, Ғәбд әл-Моталлиптың улы.

Ғабдулла Амантай (23 декабрь 1907 йыл — 10 июль 1938 йыл) — башҡорт шағиры, балалар яҙыусыһы; әҙәбиәт һәм фольклор өйрәнеүсе; йәмәғәт эшмәкәре. 1926 йылдан — ВКП(б) (КПСС), 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм атаҡлы сәхәбәһе һәм ике туғаны, ислам экзегетикаһына нигеҙ һалыусы. Ғәббәс ибн Ғәбдел Мотталибтың улы була. Ул иң яхшы Ҡөрьән мөфәссирҙәренән була

Ғабдулла ибн Ғәбдел Ғәзиз әс-Сәғүд — 2005 йылдың 1 авгусынан (Урағай) Сәғүд Ғәрәбстаны короле.

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Ғабдуллин Таһир Хажмөхәмәт улы (1 май 1940 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республиканың социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ғабдулла Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкы

Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Яр Саллы)

Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Түбәнге Кама, 1991)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ