Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Түбәнге Кама, 1991)
Ғабдулла Туҡай һәйкәле — Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында 1991 йылда Ғабдулла Туҡайға куйылган (беренсе) һәйкәл. Авторы — Баҡый Иҙрис улы Урмансы (1897 — 1990) (бюст өлөшө), архитектор — Фирҙәүес Ғәйнетйән улы Ханов (күтәртмә өлөшө). Түбәнге Каманың Ғабдулла Туҡай паркына (башка исемдәре: Г. Тукай исемендәге Ял һәм укыу паркы, Мәғрифәт һәм ял паркы, Әкиәттәр паркы) инеү юлында, махсус эшләнгән милли орнаментлы áрка алдына урынлаштырылған.
Тарихы
үҙгәртергәТуҡай бюсы — Баҡый Урмансының иҗад емеше. Шағирҙың 75 йыллыгына бронзанан эшләп тамамлаган[1]. Түбәнге Кама ҡалаһына скульптор үҙе иҫән вакытта бүләк итеп ҡалдырған. 1986 йылдың февралендә техник фәндәр докторы, Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Татарстан Республикаһының аткаҙанган химигы Азат Зыятдинов (1939 — 2017), скульпторҙың Ҡазандағы оҫтаханаһынан шағир бюсын РАФ машинаһында Түбәнге Камаға алып кайтыуын ойоштора[2]. Бюсты 1991 йылдың сентябрь айында Ҡояшлы (хәзерге Туҡай) урамындагы Туҡай исемендәге китапхана янындағы баҡсаға (скверга) баҫтырып ҡуйғандар. 2006 йылда бюст яңыртылған.
2015 йылдың 14 авгусында, «2015 йыл — Татарстанда Парктар һәм скверҙар йылы» уңайынан, Туҡай һәйкәле тирәһе гүзәл паркка әйләндерелә[3]. Паркның майҙаны 3,2 га. Парк менән бер рәттән, йәнәшәлә Туҡай исемендәге ҡала китапханаһына ла республика бюджеты иҫәбенә төҙөкләндереү үткәрелә.
Үҙгәртеп ҡоролган паркты һәм һәйкәлде асыу тантанаһында Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов, Татарстан Республикасы Дәүләт советы депутаты Разил Вәлиев һ. б. рәсми кешеләр ҡатнаша.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБейек алты ҡырлы гранит постаментҡа йәш Ғабдулла Туҡайҙың бюсы урынлаштырылған. Постаменттың алғы ягында ғәрәп теле һәм кирилл хәрефтәре менән шағир тураһында мәғлүмәт яҙылған мемориаль такта беркетелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Архитектор Фирдәвис Ханов. Түбән Кама: ИПЦ «Гузель», 2016.
- Ирина Гарипова. Парк Тукая: здесь кипит жизнь. «Нижнекамская правда», 18 августа 2015 года.
Һылтамалар
үҙгәртергә- Түбән Камада Тукай һәйкәле. Габдулла Тукайның тормыш юлына һәм иҗатына багышланган Интернет–портал
- Достопримечательности Нижнекамска 2019 йыл 26 февраль архивланған.
- Памятник Тукаю. 2016 йыл 18 декабрь архивланған. RuTraveller
- Памятники.(недоступная ссылка) Официальный сайт Нижнекамского муниципального района РТ.
- Таһир Сабирҗанов. Түбән Кама — Тукай варислары мәркәзе. «Мәгариф», 2017 ел, март.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Урмансы Б. Туҡайга бағышланган эштәрем. «Татарстан яшьләре», 30.03.1961
- ↑ Азат Зыятдинов. Ил ағаһы менән осрашыуҙар. Китапта: Баки Урманче и татарская культура (составитель Ф. В. Ахметова-Урманче). К.: «Фән», 2005. 271нче бит. ISBN 5-9690-0031-0
- ↑ Туҡай паркы Түбәнге Кама халкы өсөн күктән төшкән бәхет — архитектор Фирҙәүес Ханов. 2017 йыл 7 март архивланған. «Татар-информ» МА, 06.03.2017