Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Яр Саллы)
Ғабдулла Туҡай һәйкәле (рус. памятник Габдулле Тукаю, ингл. Gabdulla Tuqay Statue) — Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында 2011 йылда асылған һәйкәл. Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың (1886-1913) 125 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә ҡуйылған.
Һәйкәл | |
Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Яр Саллы)
| |
Материал | бронза |
Йөкмәткеһе 1 Тарихы 2 Тасуирлама 3 Әҙәбиәт 4 Һылтамалар 5 Шулай уҡ ҡарағыҙ 6 Иҫкәрмәләр
Тарихы
үҙгәртергә2011 йылның 22 ноябрендә Яр Саллының Яңы ҡалаһында (Автозавод районы) Тыныслыҡ проспекты менән Рәис Беляев урамы киҫешкән сатта, Ершов урамы тукталышыннан алыҫ түгел урынлашҡан Тукай скверында (16/09 йорты янында) асылған.
Һәйкәлде асыу тантанаһында рәсми кешеләр — Татарстандың премьер-министры Илдар Халиков, Вәсил Шәйхразыев[1], шағирҙар Разил Вәлиев, Илфак Ибраһимов[2], Роберт Миңнуллин, Камал театры артистары ҡатнаша.
2012 йылдан башлап, хөкүмәт бүләктәренә лайыҡ булған саллыларға дәүләт бүләктәре әлеге һәйкәл янында тапшырыла[3].
2015 йылдың мартында билдәһеҙ кешеләр һәйкәлде ак буяуҙар менән бысратып, «уҫал» тигән һүҙ яҙып, пентакль символдары төшерөп, шағир ҡулындагы китапты ботарлап алып китәләр[4][5].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҺәйкәл Мәскәү өлкәһе Солнечногорск ҡалаһында бронзанан ҡойолған.
Монументның бейеклеге — 6 м.
Шағир, кулдарын күкрәгенә ҡаушырып, уң ҡулына китап тоткан хәлдә түңәрәк постаментта баҫып тора.
Постаментның аҫкы өлешөндә кирил һәм ғәрәп яҙыуы менән «Ғабдулла Туҡай» тип яҙылған.
Проекттың авторы — скульптор Владимир Демченко (Мәскәү), һәйкәлде скульптор Илдар Ханов (1940-2013) иҗадына таянып яһаған[6].
Һәйкәл бик кыҫҡа вакыт эсендә (июнь-ноябрь) төҙөлдө. Шағирҙың яңғыҙ фигураһын түгел, үҙе яҙган әҙәби әҫәрҙәрендәге ҡаһармандары (алтын тараҡ тоткан Һыу инәһе, Киҫекбаш, Саҡ-Суҡ) әйләнәһендә итеп күрһәтергә булдым. Имән ағасы менән тоташҡан Шүрәле образына ҙур урын бирелде. Ағастың осонда шағирҙың музаһы (хыялы, өмөтө, тормошка ашмаған мәхәббәте) урынлаштырылды. Владимир Демченко
|
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чаллыда Тукай һәйкәле. «Мәйдан», 2011 ел, № 12.
Һылтамалар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ачылу тантанасыннан фотосурәтләр 2014 йыл 16 август архивланған.
- Фотосурәтләр карарга
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 2011 йылда Саллы ҡалаһы мэры
- ↑ 2011 йылда Татарстан яҙыусыларр берлеге рәйесесе
- ↑ Яр Саллы рәсми сайты, 26.04.2012
- ↑ Яр Саллы рәсми сайтында
- ↑ Kazanfirst сайтында
- ↑ Комсомольская правда, 22.11.2011