Яңы Ишле
Яңы Ишле (рус. Новые Ишлы) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 467 кеше булған[2]. Почта индексы — 452073, ОКАТО коды — 80244830005.
Ауыл | |
Яңы Ишле рус. Новые Ишлы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Түбәнге Ишле |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар, башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452073 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 467 | 244 | 223 | 52,2 | 47,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә): 18 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Көсөгән): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 61 км
Ауыл тарихы
үҙгәртергәЯңы Ишле Көсөгән ауыл Советы биләмәһе составында. Район үҙәгенән көньяҡҡа 18 саҡрым һәм Аксёнов тимер юл станцияһына көньяҡ‑көнсығышҡа табан 61 саҡрым алыҫлыҡта Өйәҙе йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1762 йылдың 17 июлендәге керҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ даруғаның Ишле ауыл (хәҙерге Ауырғазы районы) кешеләре нигеҙ һала. Ауыл Түбәнге Ишле исеме менән билдәле булған. Әбделкәрим һәм Әнгилде Йоносов етәкселегендәге яһаҡлы татарҙарҙан торған 11 кеше (Ҡазан дпруғаһы) һәм мулла Урман Ибраһимов, Биктимер Атабаев (Нуғай даруғаһы) үҙ хужалыҡтары өсөн биләмә алыуға ошо килешеү төҙөлгән. Улар аҫабаларға һәр ихатанан бер тапҡыр бирелә торған 4-әр һум аҡса түләгән. Бүленгән ерҙең сиктәре Егән тамағынан ("Тимашев тирмәненә "),Ҡорманай, Сермәнәй йылғаларының үрге ағымына һәм Түр урманына тиклем булған. 1865 йылда 144 йортта 918 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, 2 бакалея кибете, тимерлек һәм 2 тирмән теркәлгән. Халҡы: 1906 йылда – 1128 кеше; 1920 йылда – 1433 кеше; 1939 йылда – 927 кеше; 1959 йылда – 780 кеше; 1989 йылда – 513 кеше; 2002 йылда – 563 кеше; 2010 йылда — 467 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Миәкә урта мәктәбе №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[3] [4]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғәлиев Радик Гәрәй улы (1956), ғалим-стоматолог. Медицина фәндәре докторы, профессор (2004). 1987 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы[5].
- Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы (3.08.1903—14.08.1977), агроном, иҡтисадсы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), ике Почёт Билдәһе (1944, 1957) ордендары кавалеры.
- Мағазов Риза Шәйехйән улы (10 март 1932 йыл) — ғалим-микробиолог. 1978 йылдан Өфө вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институты директоры, 1988—1995 йылдарҙа «Иммунопрепарат» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры, 1991—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Медицина фәндәре бүлексәһенең академик‑секретары, 1996—2008 йылдарҙа Рәсәй Медицина фәндәр академиияһының Башҡортостан ғилми үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Сыуаш Республикаһы Фәндәр Академиияһының почётлы академигы (1994), медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1960). Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия (2001) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1985) лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Хафизова Рәсихә Сәфәрғәле ҡыҙы (29 октябрь 1942 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996 йыл), «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1970), ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1981) менән бүләкләнгән. Стәрлетамаҡ район халыҡ депутаттары Советы рәйесенең элекке урынбаҫары[6].
- Ғәзизов Әсхәт Мәзғәт улы (01.06.1961)-техник фәндәр кандидаты.Ауыл хужалығы һәм урман-техника вуздары студенттары өсөн дәреслектәр авторы. 20-нән ашыу ғилми мәҡәләләре баҫылып сыҡҡан. [7] 363-сө б.
- Ғәзизов Зәриғәт Мәсхәт улы (21.04.1954)- Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе. [7]363-сө б.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.437
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Яңы Ишле
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлиев Радик Гәрәй улы (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2021)
- ↑ Башкирская энциклопедия. Хафизова Расиха Сафаргалеевна (рус.)
- ↑ 7,0 7,1 Х. Х. Мусин, Р. М. Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2021)
- Яңы Ишле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2022)
- А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 437-се б. 2022 йыл 29 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2022)