Илбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙы

артист, йырҙар авторы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы, хәбәрсеһе

Илбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙы (15 сентябрь 1965 йыл) — режиссёр, артист, йырҙар авторы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы[1].

Илбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 15 сентябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Юлай ауылы, Әлкә ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр

Биографияһы

үҙгәртергә

Франгиза Фәнән ҡыҙы Илбәкова 1965 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Салауат районы Юлай ауылында Фәнән Миңдәхмәт улы һәм Сәрбиямал Баһауетдин ҡыҙы ғаиләһендә тыуған.

Әлкә урта мәктәбендә уҡыған йылдарында уҡ үҙен һәләтле, ижадҡа ынтылған ҡыҙ итеп күрһәтә.

1983—1987 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты актёр һөнәре бүлегендә күренекле педагог һәм режиссёр Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов класында уҡый. Уҡыу осоронда, икенсе курстан башлап, күренекле артистар Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Хәй Фәхриев, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова, Хәмит Яруллиндар менән сығыш яһай.

19871992 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» ансамблендә һөйләү жанры актрисаһы булып эшләй. Ансамбль составында Рәсәйҙең күп өлкәләренә гастролдәргә йөрөй, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша.

19921996 йылдарҙа Мәскәү телевидение хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының «Художестволы телевизион режиссура» бүлегендә уҡый.

19962007 йылдарҙа һөнәри әҙерлекле йәш режиссёр «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамаша» ижади төркөмөндә эшләй. Тапшырыуҙарҙың сифатын арттырыу эшендә күп көс түгә.

Уның тәүге тапшырыуҙары — «Ҡуласа» программаһы, «Дарман», «Йома». Художестволы тапшырыуҙарҙың үҫешенә бик ҙур өлөш индерҙе. Тамашасыға әҙәбиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең — Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Яныбай Хамматов, Шәһит Хоҙайбирҙин, Ғайса Хөсәйенов, Илшат Йомағолов, Тәлғәт Шәриповтың — ижади портреттарын күрһәтте. Данлыҡлы яҡташы шағир Рәми Ғариповтың поэтик образын үҙенсәлекле итеп асты. Рауил Бикбаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Йомабикә Ильясова, Булат Рафиҡов, Ҡәҙим Аралбай, Тамара Ғәниева һәм башҡа яҙыусылар һәм шағирҙар тураһында телевизион фильмдарын тамашасы яратты. «Мөхәббәттең дүрт миҙгеле» тигән поэтик фильмы (Франгиза Илбәкованың сценарийы һәм режиссураһы) «Ер һәм кешеләр» төбәк фестиваль-конкурсында Гран-при менән билдәләнде[2].

«Манара» дини тапшырыуы, «Айгөл иле» телевизион журналы, «Аҡ тирәк — күк тирәк» интерактив программаһы, клуб «Арҡайым» интеллектуаль клубы, «Инсан» тапшырыуҙар циклдары кеүек проекттарҙың режиссёр-ҡуйыусыһы. Яҡты донъя менән ваҡытһыҙ хушлашҡан йәш шағирҙар иҫтәлегенә бағышланған «Нәҙер» телетапшырыуҙар циклын тамашасы юғары баһаланы. Клипмейкер һөнәре телевидениела яңы йүнәлеш ип иҫәпләнгән осорҙа режиссёр күп һанда клиптар төшөрҙө.

Франгиза Илбәкова шулай уҡ «Фирангиза» псевдонимы аҫтында яҙған күп йырҙар авторы булараҡ билдәле. Ул билдәле композиторҙар Салауат Низаметдинов, Ришат Сәғитов, Артур Туҡтағолов, Ғәлинур Юламанов, Юрий Шитов, тормош иптәше Ишморат Илбәков һәм ҡыҙы Зөлхизә Илбәкова менән хҙмәттәшлек итеп, күп йырҙар ижад итте[3]. Уның ҡайһы бер йрҙары ысын хитҡа әйләнде, республиканың бөтә радостанциялары һәм телеканалдарында яңғырай.

2013 йылдан «Башкортостан» телерадиокомпанияһының Телевидение-радио сәнғәте мәктәп-студияһында эшләй.

2015 йылда 50 йәшен билдәләгәндә, Франгиза Илбәкова үҙенең шиғырҙар һәм йырҙар йыйынтығын һәм үҙе төшөргән клиптары менән диск сығарҙы[4].

2016 йылдан «Башҡортостан» ДТРК-һы художество программалары бүлегендә үҙ хәбәрсе булып эшләй, автор һәм режиссёр булараҡ тапшырыуҙар ойоштора. «Күстәнәс» ғаилә менән күңел асыу программаһында республика артистарының ижадын пропагандалағаны өсөн театр һәм концерт ойошмаларынан бик күп рәхмәт хаттары алды.

2018 йылда Франгиза Илбәкова «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының телерадио сәнғәт мәктәп-студияһында телевидение корреспонденты йүнәлешендә уҡыу курсын үтте. Франгиза Фәнән ҡыҙ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша: «Һылыуҡай», «Бал прессы», «Журфест» кеүек республика әһәмиәтендәге йәштәр акциялары, ижади конкурстар, байрамдар ойоштора . Яңы амбициоз проекттар планлаштыра.

2020 йылдың 6 мартында Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов Илбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙын «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» IV Республика конкурсында еңеүе менән ҡотланы.

Франгиза Илбәкова Киров районы Хакимиәтенә «Үҙем булып ҡалам» («Остаюсь собой») шиғырҙар йыйынтығын бүләк итте[5].

Тормош иптәше Илбәков Ишморат Ҡәйүм улыХөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)

Ҡыҙҙары Зөлхизә Илбәкова — ижади шәхес, композитор һәм йырсы-башҡарыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» IV Республика конкурсы еңеүсеһе

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
  2. Франгиза Илбәкова
  3. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
  4. Франгиза Илбәкова
  5. Франгиза Илбәкова 6.03.2020
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә