Шәрип (исем)

(Шәрип(исем) битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Шәрип — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Шәрип исеме ғәрәпсәнән дәрәжәле, атаҡлы, хөрмәтле һәм изге мәғәнәләренә эйә.[1] Бала данлы булып, тик мәрхәмәтлек ҡылып йәшәүен теләүҙән ҡушылған төрки сығанаҡлы исем.[2]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Солтанов Шәрип Солтан улы (1908—?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 112-се кавалерия дивизияһы 3-сө эскадронында отделение командиры булып хеҙмәт итә. Кесе сержант. «Батырлыҡ өсөн» (1942) миҙалы менән бүләкләнгән.

Шәрипов Сабир Нәғим улы (20 март 1948 йыл — 31 август 2018 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, 1986 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм 1991 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).

Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (10 июнь 1948 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, балалар яҙыусыһы, телевизион тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004). • Шәрипов Фәнил Йәмғетдин улы (5 июнь 1947 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2015 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы

Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы (28 апрель 1958 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).

Шәрипов Тәлғәт Муса улы (1 ғинуар 1928 йыл — 21 март 2013 йыл) — үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978).

Шәрипов Рөстәм Фазылйән улы (1 ноябрь 1976 йыл — 18 июнь 2013 йыл) — ҡурайсы.

Шәрипов Марат Сабит улы (1962 йыл) — йырсы, педагог, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2010). Филология фәндәре кандидаты (1988).

Шәрипов Әхсән Шәрифғәле улы (17 август 1927 йыл — 14 март 2004 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971) һәм унынсы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Шәрипов Валерий Мөхәмәт улы — Хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Шәрип (Благовещен районы) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл.

Шәрип (Кушнаренко районы) — Башҡортостандың Кушнаренко районындағы ауыл.

Шәрип (Ҡалтасы районы) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл.

Шәрип (Ҡурған өлкәһе) — Ҡурған өлкәһенең Әлмән районындағы ауыл.

Шәрип (Салауат районы) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл.

Шәрип (Татарстан) — Татарстандың Аҡтаныш районындағы ауыл.

Шәрип (Учалы районы) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.

Шәрип участкаһы — Башҡортостандың Краснокама районындағы ауыл.

Шәрип (Әбйәлил районы) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Бәләкәй Шәрип — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл.

Иҫке Шәрип — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.

Ташлы-Шәрип — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.

Яңы Шәрип — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ