Солтанов Шәрип Солтан улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Ҡалып:Underlinked

Солтанов Шәрип Солтан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Бишбүләк районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Солтанов Шәрип Солтан улы (1908—?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 112-се кавалерия дивизияһы 3-сө эскадронында отделение командиры булып хеҙмәт итә. Кесе сержант. «Батырлыҡ өсөн» (1942) миҙалы менән бүләкләнгән [1].

Биографияһы

үҙгәртергә

Солтанов Шәрип 1906 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡаныҡай ауылында тыуа. (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы) 1941 йылдың авгусында БАССР-ҙың Бишбүләк районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Шәрип Солтан улы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 112-се кавалерия полкы 294-се кавалерия полкында отделение командиры булып хеҙмәт итә.

Һуғыш юлы

үҙгәртергә

Ф.Вахитовтың «Триумф и трагедия генерала Шаймуратова» китабында Шәрип Солтановҡа бәйле юлдар бар:

  Уңышһыҙ һөжүм итеү немецтарҙың асыуына тейә. 1942 йылдың 4 июлендә улар төндә 40-лаған танкыға ышыҡланып атакаға килә. Таң алдынан һаҡсыларҙы юҡ итеп, беҙҙең ғәскәрҙәргә яҡынлаша. 275-се полк өҫтөндә лә ҡурҡыныс тыуа. Шайморатв тиҙ арала атына атланып, снарядтар шартлауы һәм пулялар ямғыры аҫтында, ҡаушап ҡалған һуғышсылар янына барып етә. Немецтар беҙҙекеләргә етеп килә, ғәйрәтле атлыларҙан йәнһеҙ кәүҙәләр генә ҡалырмы икән ни?!

Шайморатов үҙенең һуғышсыларына яҡынлашҡанда, кемдер „Командир беҙҙең менән! Бөркөттәр аңығыҙға килегеҙ“ тип ҡысҡыра. Көслө тауышлы Шәрип Солтановтың тауышы һәр кемдең йөрәгенә барып етә. Һуғышсылар ажарланып дошманға ташлана.[2]

 

Батырлығы

үҙгәртергә

1942 йылдың 28 июненән алып 10 июленә тиклем барған һуғыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡтар күрһәтә, разведкала өлгө күрһәтә, хәрби заданиены үтәгәндә 4 немецты һәм дошмандың пулемет расчетын юҡ итә.

Наградалары

үҙгәртергә

Солтанов Шәрип Солтан улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[сығанаҡ 1270  көн күрһәтелмәгән] һәм БР-ның Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

  • Ф.Вахитов. Триумф и трагедия генерала Шаймуратова.. — Уфа: Китап, 2019.
  • Книга памяти. Память. Башкортостан. Книга 6

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. СУЛТАНОВ Шарип Султанович
  2. Ф.Вахитов. Триумф и трагедия генерала Шаймуратова.. — Уфа: Китап, 2019.